Поиск
Популярные статьи
    Архив
    Ноябрь 2017 (1)
    Июль 2017 (4)
    Июнь 2017 (1)
    Май 2017 (4)
    Апрель 2017 (5)
    Март 2017 (4)
    Наши ссылки
    Панель управления
    логин :
    пароль :
  • Напомнить пароль?
     
    .

    Мәшһүр ҡурайсы, рухлы ир - уҙаман Рөстәм Шәрипов беҙҙең аранан мәңгелеккә китеп барҙы

    Просм.: 5156 Дата : 18 июня 2013

    2013 йылдың 18 июнендә башҡорт йыр сәнғәте һәм мәҙәниәте ҙур юғалтыу кисерҙе. Билдәле артист, ҡурайсы Рөстәм Шәрипов ваҡытһыҙ арабыҙҙан китеп барҙы.
    Рөстәм Шәрипов Заһир Исмәғилов исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһында ҡурайсы-солист һөнәрен үҙләштерә. Ижад юлын студент сағында уҡ Башҡорт дәүләт филармонияһында башлай һәм бөгөнгәсә унда эшләй. Йәш булыуына ҡарамаҫтан тамашасы һөйөүен бик тиҙ яулап өлгөрә ул. Уның репертуары бай йөкәмәткеле һәм күп яҡлы. Рөстәм Шәриповтың ҡурайынан урғылған башҡорт халыҡ һәм башҡа бихисап халыҡтар көйө, эстрада, классик көйҙәре-барыһыла илаһи моң булып мәңгелеккә тамашасы күңелендә урын алды.
    Рөстәм Шәрипов һәр ваҡытта камиллыҡҡа ынтылған, яҡты күңелле, ихлас кеше ине. Уның юғары башҡарыу оҫталығы, милли сәнғәтте пропагандалауға һалған көсө баһалап бөткөһөҙ. Ул сәнғәт оҫталары менән бер рәттән Төркиәлә уҙған Башҡортостан көндәрендә, Кубала, Эстонияла, Ҡаҙағстанда, Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Ырымбурҙа һәм башҡа ҡалалар һәм илдәрҙә тамашасыларҙы башҡорт моңона сорнаны. Шулай уҡ Рөстәм Шәрипов Республика конкурстары лауреаты исеменә лә күп тапҡыр лайыҡ була.
    Рөстәм Шәрипов мәңгелеккә арабыҙҙан китһәлә уның ҡурай моңо, халҡы өсөн янып йәшәгән йөрәгенең йылыһы күңелдәрҙә һаҡланыр.
    Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлаша һәм ҡатынына, балаларына сабырлыҡ, ныҡлы рух теләй.

    Мәшһүр ҡурайсы, рухлы ир - уҙаман Рөстәм Шәрипов беҙҙең аранан мәңгелеккә китеп барҙы


    http://vk.com/club6116387?w=wall-6116387_13551%2Fall


    Мнение редакции сайта "Кук буре" может не совпадать с точкой зрения авторов публикаций.
    Кук буре предупреждает всех, что за комментарии, содержащие экстремизм, оскорбления отдельных личностей и социальных групп администрация сайта ответственности не несёт, а написавшие их люди, скорее всего, будут привлечены к ответственности, предусмотренной российским законодательством.
    ПОМНИТЕ! Вы несете ответственность за оставленные отзывы! При добавлении отзыва будет сохранен ip Вашего компьютера. Если хотите оставить отрицательный отзыв, всегда можно подобрать корректные слова.
    Добавить в закладки - | Напечатать | 18 июня 2013 ---
    Другие новости по теме:


    Комментарии


    Информация
    Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.