Поиск
Популярные статьи
    Архив
    Ноябрь 2017 (1)
    Июль 2017 (4)
    Июнь 2017 (1)
    Май 2017 (4)
    Апрель 2017 (5)
    Март 2017 (4)
    Наши ссылки

    Детальная информация biozim у нас. .
    Детская стоматология в киеве цены на детскую стоматологию altanaplus.kiev.ua.
    Панель управления
    логин :
    пароль :
  • Напомнить пароль?
     
    .

    Колониаль админстрация. Башҡортостанда Башҡорт булмаған хәкимиәт формалашты. Башҡортҡа ҡаршы политика тағында көсәйәсәк

    Просм.: 2909 Дата : 25 сентября 2013

    Мәскәүҙең бынан өс йыл элек, 2010 йылда Башҡортостанға президент тәғәйенләүе уның империяһы уртаһындағы башҡорт халҡын бөтөрә башлауын аңлата ине. Был тәғәйенләнгән "башҡорт президенты" (элгәре ул "татар делегаты" ла булған) үҙ эшен "посадки будут", башкирский яҙык "насильственно" (Башҡортостанда!) нельзя учить" тигән һүҙҙәр менән башланы.
    Был зш иң беренсе республика идара органдарынан башҡорттарҙы ҡыҫырыҡлап сығарыу, башҡорт мәктәптәрен һәм һаулыҡ һаҡлау учреждениеләрен ябыуҙан башланды. Россияның башҡортҡа ҡарата был политикаһы урта быуаттар кимәлендә тип атарға була - мәҫәлән, ул ваҡыттарҙа колонизаторҙар урындарҙағы халыҡтарҙа уҡытыу эштәрен тыя торған булғандар, сөнки артта ҡалған халыҡ менән идара итеүе еңелерәк булған.
    Башҡортостанда шул уҡ ваҡытта был эштәргә актив сығыш яһауы мөмкин булған күренекле башҡорт политиктәре - Айрат Дильмөхәмәтов, Фәнзил Әхмәтшин һәм башҡалар нахаҡ ғәйептәр тағып төрмәгә ултыртылды.
    Был тәғәйенләнеүсе президент шулай уҡ Башҡортостанда экологик зарарлы етештереү объекттарын (Акрил, Кроношпан) урынлаштырыуҙы үтҡәреүсе булып та сыҡты.
    Шул уҡ ваҡытта Мәскәүҙән ҡуйылған был хакимиәт үҙенең коррупция кимәле менән Гондурас йәки Бурунди кеүек илдәрҙе уҙып киткән тип әйтергә була: интернетта йөрөгән видеола уларҙың һайланып ҡуйыла торған депутат урындары менән һатыу итеүен ҡарарға була.
    Был эштәрҙе алып барыусы хәҡимиәт башлығы Хәмитовтың шул уҡ ваҡытта "кешеләр өсөн эшләргә", "обновление", "инвестиции и инновации", ШосБрикс (нью-Васюки?), "мы продвигаем хорошие, мощные проекты – молочные производства, свинофермы строим, строим, безусловно, переработку, и для нас это приоритет номер один" кеүек һүҙ бутҡаһы менәндә үҙенең ысынбарлыҡта реаль хужалыҡ алып барыусы түгел икәнен күрһәтә.
    Ә инде башҡорт телле райондарҙа ниндәйҙер етештереү йәки башҡа объекттар төҙөү тураһында һүҙ булыуы мөмкиндә түгел - был беҙҙең бай һәм донор республикабыҙҙа!
    Әлеге Башҡортостан Ҡоролтайы-Йыйылышҡа яңы депуттар "һайланғандан" һуң, был хәкимиәттең башҡорт хоҡуҡтарын ҡыҫыуы тағында көсәйәсәк тип күҙалларға була. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың етәксеһе власкә Рәхимов килгәне бирле башҡорт түгел (Толкачёв К.Б - Рязань МВД мәктәбе сығарылыусыһы) - ә элгәре, башҡорт парламентында баштан уҡ (1920 йылдан башлап уҡ) етәкселәр булып тик башҡорттар ғына булған. Рәхимовсылыҡ унда башҡорт булмаған кешене ҡуйғандан бирле уның эше тик республикаға ҡаршы тип әйтергә була - тик үҙаллылыҡҡа ҡаршы булған закондар копировать итеү. Әле инде уға башҡорт рухлы кешеләргә юл бөтөнләй ябыҡ тип әйтергә була. Хәҙер ысынында был башҡортҡа ҡаршы парламент башҡорт телен бөтөнләй юҡҡа сығарыуы мөмкин - Башҡортостанда татар телен дәүләт теле иткән закон ҡабул итеп. Ысынбарлыҡта был "разделяй и властвуй" политикаһы. Башҡорттарға был ваҡиғаларға әҙерлек юлдарын табырға кәрәк. Беҙ берҙәм ҡаршы тора алмаһаҡ, беҙгә ҡаршы сәйәсәт тағыла оятһыҙыраҡ буласаҡ.

    http://bashkortile.info/bashkortka-karshi-administrasia.php


    Кук буре предупреждает всех, что за комментарии, содержащие экстремизм, оскорбления отдельных личностей и социальных групп администрация сайта ответственности не несёт, а написавшие их люди, скорее всего, будут привлечены к ответственности, предусмотренной российским законодательством.
    ПОМНИТЕ! Вы несете ответственность за оставленные отзывы! При добавлении отзыва будет сохранен ip Вашего компьютера. Если хотите оставить отрицательный отзыв, всегда можно подобрать корректные слова.
    Добавить в закладки - | Напечатать | 25 сентября 2013 ---
    Другие новости по теме:


    Комментарии


    Информация
    Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.