Поиск
Популярные статьи
    Архив
    Ноябрь 2017 (1)
    Июль 2017 (4)
    Июнь 2017 (1)
    Май 2017 (4)
    Апрель 2017 (5)
    Март 2017 (4)
    Наши ссылки
    Панель управления
    логин :
    пароль :
  • Напомнить пароль?
     
    .

    Халыҡ һүҙе: Башҡортостанда президент булырға тейеш. Тик "назначенец" йәки "глава" түгел

    Просм.: 3376 Дата : 26 ноября 2013

    Өфөлә 24 ноябрҙә ҙур митинг булып үтте. Был сараны башҡорт милли хәрәкәте әйҙәүсеһе "Күк Бүре" хоҡуҡ яҡлау хәрәкәтенән Гиззатулла Динаров исемле егет ойошторған. Был сара Профсоюздар Йорто алдында үтте. Майҙанда күп кенә халыҡ йыйылған һәм бында башҡорт музыкаһы яңғырай. Митингкә килеүселәр күпселеге йәштәр, Өфөлә йәшәүселәр генә түгел, райондарҙан, хатта Силәбе өлкәһенән килеүселәр бар.
    Митингте "Күк Буре" ойошмаһынан Фаил Алсынов асты һәм Руслан Ғәббасов дауам итте. Шулай уҡ "Туған тел" клубы етәксеһе Тимур Мөхтәров сығыш яһаны, ул Башҡортостан Конституцион Судының әпкәләйлеген билдәләп үтте - беҙҙең республиканың был Конституцион Суды ул үҙе Башҡортостан Конституцияһына ҡаршы эшләп ята икән!
    "Аҡтамыр" милли мәғарифкә булышлыҡ ойошмаһы етәксеһе Ирек Агишев үҙ сығышында Башҡортостан Конституцияһын яҡлау сараһы ойошторорға саҡырҙы. Ә билдәле эшҡыуар һәм йәмәғәт эшмәкәре Сәғит Исмәгилев башҡорттарға алға барыуға ҡаршы һәр саҡ аяҡ салыуҙары тураһында һөйләп үтте. Митингтә ҡатнашыусылар шулай уҡ бөтә башҡорттарҙа республикалағы хәлдәргә битараф булмаһындар ине тигән теләк менән сығыш яһанылар.
    Бында йыйылған халыҡ һәр сығыш яһаусыны алҡышлап ҡабул итте. Был сараны яҡтыртыу өсөн ниндәйҙер телевидение журналистәре, Азатлык радиоһы корреспонденттәре бар, ә үҙебеҙҙең БСТ йәки дәүләттең башҡортса гәзит-журналдарынан бер кемдә күренмәне. Әлбиттә, уларға хәмитовсылыҡ тарафынан рөхсәт ителмәгәне әлбиттә билдәле. Был шулай уҡ башҡорт теленә ҡаршы эш булып та тора, сөнки улар тарафынан ысынбарлыҡты һәм көнүҙәк проблемаларҙы сағылдырмау сәбәпле башҡорт телевидениеһының абруйы юҡҡа сығарыла һәм башҡортса мабуғаттың тираждары кәмей. Донъяла әлеге көндә башҡорт халҡының хоҡуҡтары өсөн барған көрәште яҡтыртыусы һәм халыҡҡа еткереүҙе, шулай уҡ телебеҙҙе һаҡлауҙы тик бойондороҡһоҙ информацион средстволар - интернет сайттар ғына алып бара. Былар милләтебеҙҙең патриоттары тарафынан бушҡа эшләнә, ә беҙ налог түләгән һәм беҙҙең елкәлә ултырыусы дәүләт ойошмаларына тәғәйенләнгән килмешәктәр һәм уларҙың әпкәләйҙәре киреһенсә беҙҙең хоҡуҡтарыбыҙҙы юҡ итергә һәм башҡорт телен бөтөнләй мәғарифтән ҡыҫырыҡлап сығарыу өсөн эшләйҙәр. Бына ни өсөн һәр милләт үҙ ерендә бойондороҡһоҙ һәм үҙаллы булырға тейеш. Һәр милләттең үҙ ерендә суверенлы булырға хаҡлы булыуы Бөтә Донъя Милләттәр Ойошмаһының төп халыҡтар хоҡуҡтары Декларацияһында яҙылған. Ләкин уны Россия хөкүмәте әле һаман ратификацияламаған. Был урыҫ булмаған милләттәргә ҡаршы политика булып тора.
    Митингкә Силәбе өлкәһенән килгән Магнитогорск ҡалаһы башҡорттары Ҡоролтайы етәксеһе ялҡынлы телмәр менән сығыш яһаны. Ул бөгөн ситтән тороп президентыбыҙҙың атамаһын алыштыралар икән, унан һуң үҙебеҙҙең Башҡортостаныбыҙҙы ла тик өлкәгә әйләндереп бөтә хоҡуҡтарбыҙҙы юҡ итәсәктәр тине. Был ысынлап та шулай, сөнки беҙ әлеге ваҡытта ғәмәлдә республикабыҙҙы һәм хоҡуҡтарыбыҙҙы юҡ итеп беҙҙе - башҡортто үҙ ерендә хоҡуҡһыҙ индеецтәр кимәленә төшөрөү алдында торабыҙ.
    Магнитогорскиҙән килеп сығыш яһаусы Башҡортостандың үҙендә йәшәүсе күп кенә башҡорттарҙың үҙ халҡының яҙмышына һуҡыр булыуы был бик ҡурҡыныс хәл тип билдәләп үтте. Айырыуса был Бөтә Донъя башҡорттары Ҡоролтайына ҡағыла, унда әле һаман күпселеге элекке рәхимовсылыҡ пенсионерҙары ултыралар һәм ул күптән инде әпкәләйлек позицияһына батҡан. Шулай уҡ улар әүҙәм йәштәргә лә юл бирмәйҙәр.
    Митинг аҙағында сығыш яһаусы Азат Сәлмәнов үҙ сығышында милли хәрәкәт етәкселәренә ҡарата репрессив органдарҙың эҙәлекләү ойоштороүҙары, шулай уҡ башҡа башҡорт проблемалары тураһында һөйләне. Ул митинг резолюцияһын уҡып сыҡты уны тауышҡа ҡуйырға тәҡдим итте. Был резолюцияла әлеге ваҡыттағы актуаль проблемалар яҙылған һәм был шарттарҙа ниндәй позицияла булырға кәрәк икән билдәләп үтелгән ине. Был резолюция ҡабул ителгәс ул митингте ябыҡ тип иғлан итте.

    http://bashkortile.info/prezident-iseme-oson-miting.php


    Кук буре предупреждает всех, что за комментарии, содержащие экстремизм, оскорбления отдельных личностей и социальных групп администрация сайта ответственности не несёт, а написавшие их люди, скорее всего, будут привлечены к ответственности, предусмотренной российским законодательством.
    ПОМНИТЕ! Вы несете ответственность за оставленные отзывы! При добавлении отзыва будет сохранен ip Вашего компьютера. Если хотите оставить отрицательный отзыв, всегда можно подобрать корректные слова.
    Добавить в закладки - | Напечатать | 26 ноября 2013 ---
    Другие новости по теме:


    Комментарии


    Цитировать       автор: Читатель2   |   27 ноября 2013 15:35   |   Зарегистрирован: --  

    Группа: Гости
    Публикаций: 0
    Комментариев: 0
    Ну что, граждане "башкиры", перевели со словарем статью на своём родном языке?
    Вижу, что не одолели. Стыдно должно быть вам, но у вас, башнационалисты, совести нет. Вы все норовите русских своему языку обучить и ждете, пока они вас вашему родному потом обучат и уедут в Иваново.
    Это от отсутствия совести или просто от глупости - выбирайте подходящее сами.
    Ответы принимаются только по - башкирски. Переведу со школьным словарем. Кто ответит по-русски - тот глупый.
    * *

    Информация
    Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.