Поиск
Популярные статьи
    Архив
    Ноябрь 2017 (1)
    Июль 2017 (4)
    Июнь 2017 (1)
    Май 2017 (4)
    Апрель 2017 (5)
    Март 2017 (4)
    Наши ссылки

    Рябинский википедия архивы андрей михайлович рябинский.
    Панель управления
    логин :
    пароль :
  • Напомнить пароль?
     
    .

    Колониаль администрация башлығы президент тип атала алмай. Хәмитов хәҙер башлыҡ

    Просм.: 2864 Дата : 31 декабря 2013

    Башҡортостан парламенты Россия Кремленең ҡушыуы буйынса республиканың юғары вазифаһының атамаһын үҙгәртте. Ул хәҙер президент тип аталмай.
    Был вазифаның исеме хәҙер тик Глава тип кенә аталасаҡ. Әлбиттә, исем өсөн уның башҡортса варианты ла бар «Башлығы» тигән, тик уның ысынбарлыҡта бер ниндәй әһәмиәте юҡ. Ситтән тәғәйенләнгән хәкимиәт президент атамаһын бөтөрөү өсөн республикала (улар өсөн республикабыҙ күптән инде тик "регион" булып тора) исем өсөн хатта тауыш йыйыу үткәргәндәр, йәнәһе 77 мең кеше яңы исем өсөн тауышын биргән. Әлбиттә, абсолют административ ресурс шарттарында, күпме кәрәк шунса тауыш йыйырға була.
    Республикала президент атамаһын яҡлау өсөн башҡорт интеллигенцияһы бөтөнләй бер нимә эшләмәне. Башҡорт интеллигенцияһын, әгәр ул бар тип иҫәпләгәндә, һуңғы 20 йыллыҡ рхимовсылыҡ-бурлыҡ-әпкәләйлек осоронда тулыһынса деморализацияланды тип әйтергә була. Башҡортостандың, башҡорт халҡының әлеге хәмитовсылыҡ ваҡыты 21-йылғы талау-аслыҡ ойошторолоү бәлә-ҡазаһынан һуң иң ауыр осор булып тора.
    Башҡортостандың хоҡуҡтары юҡҡа сығарылған әлеге шарттарҙа совет һәм рәхимовсылыҡ шарттарында формалашҡан, һәм ғәмәлдә үткән быуатта тороп ҡалған беҙҙең "интеллигенция" нимәлер эшләү өсөн тулыһынса һәләтһеҙ. Улар хатта интернет менән файҙаланмайҙар. Башҡортостанда «президент» тип аталған вазифа булырға юридик нигеҙ булыуы тураһында тураһында бер ниндәй белдереү яһалманы, хатта был турала адекват мәҡәлә донъя күрмәне.
    Әлеге осорҙа башҡорт халҡының милли хоҡуҡтары өсөн «Күк Бүре» хоҡуҡ хәрәкәте булараҡ формашлаҡан йәштәр сығыш яһайҙар. Политик яҡтан улар әлегә тәжрибәһеҙ булыуына ҡарамаҫтан, уларҙың башҡорттарҙың йәш быуыны өсөн популярлығы арта бара. Әлбиттә, улар менән әлегә беҙгә тәғәйенләнгән хәкимиәт иҫәпләшмәй, хатта беҙҙең күпселек зыялыларыбыҙ уларҙы етдигә алмай. Ләкин уларҙың башҡорт рухы менән формалашыуы киләсәктә Башҡортостанды яҡлау өсөн нигеҙ булып тороуо мөмкин.
    Әлеге ваҡытта Башҡортостандың, башҡорт халҡының йәшәйешен һәм үҫеүен тәъмин иткән барлыҡ хоҡуҡтары Мәскәү тарафынан юҡ ителде. Әлегә тик республиканың тик исеме генә ҡалған. Артабан Мәскәү ниндәй аҙымға барыр, Башҡортостанды тулыһынса рәсми рәүештә урыҫ өлкәһенә тигеҙләү хәҙер тик ваҡыт һорауы тип әйтергә була. Был ҡурҡыныс Россияның нефтедолларҙарға бәйле «тотороҡлолоғо» шарттарынанда көсәйә, сөнки Мәскәү үҙенең тарҡалыш осраҡтарында һәр ваҡыт бойондороҡло милләттәргә «үҙаллылыҡ» аҙыраҡ бирә, һәм хәле нығынған осраҡта уларҙы кире тартып ала килде. Был Мәскәүгә «яҡшы» осорҙа нисек башҡорт халҡын һаҡлап ҡалырға, был һорау яңынан киҫкенләште тип әйтергә була.

    http://bashkortile.info/prezident-tygel-glava.php


    Кук буре предупреждает всех, что за комментарии, содержащие экстремизм, оскорбления отдельных личностей и социальных групп администрация сайта ответственности не несёт, а написавшие их люди, скорее всего, будут привлечены к ответственности, предусмотренной российским законодательством.
    ПОМНИТЕ! Вы несете ответственность за оставленные отзывы! При добавлении отзыва будет сохранен ip Вашего компьютера. Если хотите оставить отрицательный отзыв, всегда можно подобрать корректные слова.
    Добавить в закладки - | Напечатать | 31 декабря 2013 ---
    Другие новости по теме:


    Комментарии


    Цитировать       автор: Сипайлы   |   4 января 2014 14:19   |   Зарегистрирован: --  

    Группа: Гости
    Публикаций: 0
    Комментариев: 0
    Истинная правда. Вещи названы своими именами. Урысса таржемахенда куйганда айбат булыр ине.
    * *

    Информация
    Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.