Поиск
Популярные статьи
    Архив
    Ноябрь 2017 (1)
    Июль 2017 (4)
    Июнь 2017 (1)
    Май 2017 (4)
    Апрель 2017 (5)
    Март 2017 (4)
    Наши ссылки
    Панель управления
    логин :
    пароль :
  • Напомнить пароль?
     
    .

    Редакция почтаhынан

    Просм.: 1772 Дата : 24 января 2014

    Люгер Румиль Аҙнабаев – ҡайҙан ел иҫһә, шунда борола.
    Ҡайһы бер кешеләр “утта ла янмай, һыуҙа ла батмай”. Күсмә мәғәнәлә, әлбиттә. Йәғни, ниндәй генә түрәләр алышынмаһын (хатта бер-береһе менән дошманлашҡан), барыһы менән дә уртаҡ тел таба белә, үҙ кешеһе булып ҡала, юғары посттар биләүен дауам итә.
    Румиль Тәлғәт улына ҡарата был һүҙҙәрҙе тулы ышаныс менән ҡулланырға мөмкин. Ни өсөн, тиһегеҙме?
    2006-2009 йылдарҙа ул Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе булып эшләне. Был ваҡыттағы хәлдәрҙе иҫкә төшөрәйек. Мортаза Ғөбәйҙулла улы Башҡортостан Президенты булған саҡ. Хәҙер сер түгел - Ҡоролтайға Республика аҡса бүлә ине, барлыҡ башланғыстарын тиерлек хуплап, ярҙам итеп торҙо. Был ойошма етәксеһе тәғәйенләгәндә, алдан уҡ ҙур эш башҡарылды, күп кандидаттар ҡарап сығылды. Сөнки ул кеше етәкселек итеү менән бер рәттән - власть менән килешеп эшләрлек, уның ышанысын аҡларлыҡ булырға тейеш ине.
    Румиль Аҙнабаев үҙен тулыһынса ошо власть кешеһе итеп күрһәтеп, өмөттәрҙе аҡлаясағына баҫым яһап, башлыҡ булып китте. Йәғни, Мортаза Ғөбәйҙулла улы яҡлы булды. Ул алып барған сәйәсәтте тормошҡа ашырҙы, башҡорттар мәнфәғәтен яҡланы.
    Ярай, ваҡытында эшләне, һүҙ юҡ.
    Хәҙер 2012 йылды алайыҡ. Мортаза Ғөбәйҙулла улын Президентлыҡтан алдылар, ОМОН елкәһендә Рөстәм Хәмитов республика башлығы булып китте. Бик тиҙҙән ул тәүге Президентты үҙ итмәүе асыҡланды, дошманлашыу башланды. Башҡорт ойошмалары ла яңы башлыҡтың башҡорттарға ҡарата мөнәсәбәтен тойҙо – финанслауҙар кәмене, бөтөрөлдө, башҡорт кадрҙары эштән бушытылды һ.б...
    Был хәлдәрҙә башҡорттар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тирәләй ойошоп, тупланып, сараһын, әмәлен күрә башлау хәүефе ҙур ине. Р. Хәмитов сәйәсмән булараҡ ни эшләне? Әлбиттә, был ойошма башлығы итеп үҙ кешеһен ҡуйырға тырышты. Ул саҡта Марсель Йосопов кандидатлығы инде аҡсаһыҙ бөлөү сигендә булған ҡоролтайҙы ла (Марсель Йосопов эшҡыуар), яңы власты ла ҡәнәғәтләндерҙе.
    Әммә республикала башҡорттар хәле, ошо 2 йыл эсендә, йәнә күпкә киҫкенләште (башҡорт мәктәптәре ябыла башланы, баҫмалар ҡыҫҡартылды). Марсель Харис улы быны тойғандай үҙ теләге менән вазифанан бушатыуын һораны.
    Бына ошо мәлдә көрсөк килеп тыуҙы. Дөрөҫөрәге, бомба шартларлыҡ хәл. Башҡорт халҡы яңы власть эше менән ҡәнәғәт түгел. Әгәр Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты башлығы булып милли мәнфәғәтте яҡларлыҡ кеше һайланһа, ул тиҙ арала ҡоролтай тирәләй башҡорттарҙы туплар, йыйыр ине. Ә был, әлбиттә, Р. Хәмитовҡа һис кәрәкмәгән хәл. Республиканың 1/3 өлөшөн алып торған ерле халҡы ҡаршы сығыуы – отставкаға тиң.
    Ашығыс рәүештә ҡоролтай башлығы булырлыҡ, әммә лояль кандидат эҙләнә башланы. Тик ул власты ғына түгел, башҡорттарҙы ла ҡәнәғәтәндерелек булырға тейеш ине. Йәғни үҙ тип һаналған булырға тейеш. Кемде һайланылар, тип уйлайһығыҙ? Моғайын да М. Рәхимов командаһына ингән, уның менән бергә эшләгән кешегә һис ҡарашығыҙ төшмәҫ ине. Юҡҡа...
    Үрҙә телгә алынған Румиль Аҙнабаев 2012 йылда йәнә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйсе булып китте!
    Йәғни, ҡыҫҡа ваҡыт арауығында ул тулыһынса Мортаза Рәхимовтан ситләшеп, эшләгән эштәрен тәнҡитләп (кем белә?), яңы властка үҙ лояллеген күрһәтеп, кәрәк ерҙә кәрәк кешеләргә уға ышанырға мөмкинлеген еткереп өлгөргән.
    Ысын мәғәнәлә Румиль Аҙнабаев люгер - ел ҡайҙа иҫә, шунда борола. Ысын мәғәнәлә уға тиңдәр утта ла янмай, һыуҙа ла батмай.

    Сабир Каюмов


    Кук буре предупреждает всех, что за комментарии, содержащие экстремизм, оскорбления отдельных личностей и социальных групп администрация сайта ответственности не несёт, а написавшие их люди, скорее всего, будут привлечены к ответственности, предусмотренной российским законодательством.
    ПОМНИТЕ! Вы несете ответственность за оставленные отзывы! При добавлении отзыва будет сохранен ip Вашего компьютера. Если хотите оставить отрицательный отзыв, всегда можно подобрать корректные слова.
    Внимание! При полном или частичном использовании данного материала прямая ссылка на автора и ресурс обязательна.
    Добавить в закладки - | Напечатать | 24 января 2014 ---
    Другие новости по теме:


    Комментарии


    Цитировать       автор: qwerty   |   26 января 2014 20:07   |   Зарегистрирован: --  

    Группа: Гости
    Публикаций: 0
    Комментариев: 0
    На странице КБ в контакте в голосовании именем какого башкирского героя объявить 2014 г. "победил" Шаймуратов.
    Прошу пересмотреть результаты голосования, поскольку в последние часы голосования было много голосов от славян и особенно от наших "соседей".
    Не знаю откуда у них у соседей интерес к нашим героям, но подозреваю что..
    * *

    Цитировать       автор: Читатель2   |   26 января 2014 22:55   |   Зарегистрирован: --  

    Группа: Гости
    Публикаций: 0
    Комментариев: 0
    qwerty: "Прошу пересмотреть результаты голосования"

    Ого, подрастает новый председатель избирательной комиссии РБ!
    * *

    Цитировать       автор: qwerty   |   26 января 2014 23:39   |   Зарегистрирован: --  

    Группа: Гости
    Публикаций: 0
    Комментариев: 0
    Явно была накрутка голосов.
    У нас много истинных героев: Муса Муртазин (защищал Башкирскую автономию), Алдар батыр, Сеит батыр, Акмулла, Кинья Арсланов, Ш.Бабич, Султан Мурат, М. Халиков, Карасакал, и тд., много их, хоть каждые три года выбирай героя года.
    Вот они подлинные наши герои, многие умерли в страданиях, защищая интересы башкир.
    Тот же Алдар батыр, долларовый миллионер по нынешним меркам(!), рискнул всем своим богатством пытаясь защитить интересы башкир. Потерял не только богатство, но и свою жизнь.
    Мы сами должны выбирать кто герой для нас и как нам жить. "Чужие пастухи" нам не нужны.

    Против Шаймуратова ничего не имею особо против, но накрутка нехорошая вещь. Но по моему он не совсем национальный герой башкир, за интересы башкир кровь не проливал. А так общий народный башкортостанский. К тому же его национальность оспаривается соседями. (колмэхендэр хунынан, башкорттарзын уззеренен батырзары юк, беззекелэрзэн алалар тип)
    * *

    Цитировать       автор: проктолог   |   27 января 2014 01:56   |   Зарегистрирован: --  

    Группа: Гости
    Публикаций: 0
    Комментариев: 0
    найдите и сделайте в себе Национального героя - это уважение и развитие в самом себе развитой здоровой гармоничной личности и всегда развивающейся.
    И себе польза, обществу и в совокупности всему народу- стране.

    а То с каждым годом разводиться и разводиться все больше глупых националистов и нациков.
    * *

    Цитировать       автор: Пухлый   |   27 января 2014 11:45   |   Зарегистрирован: --  

    Группа: Гости
    Публикаций: 0
    Комментариев: 0
    Бала сактан был агайзарга карап хокланып, горурланып йашанем... Беззен батырзар тип уйланым... Факттарзы барлап сыккас анланым, ысынлапта, был кеше хатлыкйан иканен. Шул хатлем минэ, кунелемэ кыйын булды, хатта илагыларым килэ. Нисек инде шулай итеп халыкты алдарга була. Агарза унын намысы булха ул башкорт халкы алдында гафу утенерга тейеш. Хин, ахмак Румиль, аркахында балаларым киласактэ башкортса хойлашмаска тейешме?! Ниндай хакын бар кызын правительствала эшлахен, улындын бизнесы булхын, а узенден 300 000 эш хакы булхын тип бар халыкты алдарга...
    * *

    Информация
    Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.