Поиск
Популярные статьи
    Архив
    Ноябрь 2017 (1)
    Июль 2017 (4)
    Июнь 2017 (1)
    Май 2017 (4)
    Апрель 2017 (5)
    Март 2017 (4)
    Наши ссылки

    Красивые стильные шторы для гостиной.
    Панель управления
    логин :
    пароль :
  • Напомнить пароль?
     
    .

    «Кук буре» хоҡуҡ хәрәкәте чиновник тыйыуҙарына «Башҡорт юлы» үткәреү менән яуап бирәсәк

    Просм.: 3926 Дата : 27 ноября 2014

    29 ноябрь 1917 йыл Башҡорт өлкә шураһы (советы) үҙенең 2-се һанлы фарманы менән Ырымбур, Өфө, Һамар, Пермь губерналары тип аталған башҡорт территорияһын милли-территориаль автономия тип иғлан итте. Был көн тарихта 1-се башҡорт республикаһы төҙөлөү көнө булып тора. Был атаҡлы ваҡиға башҡорт халҡының артабан үҫеше юлын һәм яҙмышын билдәләне. Бөгөнгө көндәрҙә, Башҡортостан республикаһы булыуын федераль үҙәктең һорау аҫтына ҡуйыуы, Башҡортостан Конституцияһының төп ҡәғиҙәләренең дәрәжәһен төшөрөү һәм уларҙы юҡ итеү барғанда, үҙбилдәләнеш хоҡуғын тик милли-культура автономияһы кимәле тип һеңдереү барғанда Башҡорт хоҡуҡ яҡлау хәрәкәте «Кук буре» Башҡортостан яҡлылырҙы һәм патриоттарҙы гражданлыҡ берҙәмлегенә һәм республиканы яҡлауҙы күрһәтергә саҡыра.
    Беҙгә 11 октябрь көн Башҡортостан суверенитеты Декларацияһы кабул ителеү айҡанлы ғәҙәттәге митингтыла үткәрергә лә мөмкинлек бирелмәне, башҡорт шествиеһы рөхсәт ителмәне, ләкин беҙ башҡорт милли хәрәкәтенең 1-се башҡорт республикаһы төҙөлөүенең идеологик принциптәренән тайпылырға тейеш түгел, ул көн Башҡортостан республикаһының бөтә халыҡтары тарафынан яҡланырға тейеш. Беҙҙең бурс - яңы өҫтөнлөк алыу һәм 2014 йыл 29 ноябрьҙә күп һанлы башҡорт патриоттары шествиеһы үткәреү. «Кук буре» хоҡуҡ яҡлау ойошмаһы тарафынан митинг һәм шествие үткәреүгә белдереү ҡағыҙы (уведомление) бирелде. Беҙ был шествиены «Башҡорт юлы» тип атаныҡ, сөнки башҡорттың һәр саҡ үҙ юлы булған - демократик юл, ул үҙенең милләт булараҡ ойошоуҙың тәрән тамырҙары буйынса һәм үҙ характерында, менталитетында сағыла. Шул уҡ ваҡытта беҙ аңлайбыҙ, федераль үҙәк Россия Федерацияһының бөтә халыҡтарының ысын милли хәрәкәттәрен ҡыҫыу сәйәсәте алып бара, шуға күрә лә был шествие Башҡортостан республикаһы хөкүмәте тарафынан уларҙа һәр ваҡыт табылыусы төрлө һылтауҙар менән рөхсәт ителмәйәсәк.
    Беҙ был йөрөштө яраштырыуһыҙ ҙа үткәрергә әҙербеҙ, ләкин ФЗ "О собраниях, митингах, демонстрациях, шествиях и пикетировании" 54-се статьяһы буйынса, был осраҡта транспарантарһыҙ, флагтарһыҙ һәм тауыш көсәйтеүсе аппаратураларһыҙ тигәнде аңлата. «Башҡорт юлы» сараһын үткәреү беҙҙең өсөн принципиаль һорау, сөнки был башҡорт халҡының үҙ милли фекерен яҡлау һәм был шулай уҡ республиканы Башҡортостандың бөтә халыҡтары ла яҡлауын күрһәтеү булып тора.
    «Кук буре» хәрәкәте тарихында ВУЗдарҙа студенттарҙы сараларҙа әүҙем ҡатнашҡан өсөн уҡыуҙан ҡыуып сығарыу осраҡтары булмаһа ла, бының менән янау осраҡтары булғаны билдәле. Беҙ асыҡтан-асыҡ һәм ғәҙел, булған закондан тайпылмайса сығыш яһайбыҙ, әгәр был өлкәлә хәүефләнеү булған осраҡта, беҙ аңларға тейешбеҙ, үҙебеҙҙең ҡыйыулыҡ менән генә беҙ административ ресурс аяҡ сала алмаған ысын граждандар йәмғиәте булдыра аласаҡбыҙ. Беҙ айыҡ аҡыллы граждандарға йыл һайын үткәреләсәк «Башҡорт юлы» тантаналы йөрөшө идеяһын яҡларға саҡырабыҙ, сөнки республика киләсәге беҙҙең ҡулдарҙа. Республикабыҙҙы киләсәк быуындар өсөн һаҡлау тик беҙҙән тора. Кем Башҡорт республикаһы нигеҙҙәрен һаҡлауҙы үҙ бурысы һәм намыҫ эше тип иҫәпләй беҙ уларҙы «Башҡорт юлы» шествиеһына саҡырабыҙ.

    Кук буре
    http://bashkortile.info/kuk-bure-provedet-kosh-uli.php


    Мнение редакции сайта может не совпадать с точкой зрения авторов публикаций.
    Администрация сайта предупреждает всех читателей, что за комментарии, содержащие экстремизм, оскорбления отдельных личностей и социальных групп администрация сайта ответственности не несёт, а написавшие их лица могут быть привлечены к ответственности, предусмотренной российским законодательством.
    ПОМНИТЕ! Вы несете ответственность за оставленные отзывы! При добавлении отзыва будет сохранен ip Вашего компьютера. Если хотите оставить отрицательный отзыв, всегда можно подобрать корректные слова.
    Добавить в закладки - | Напечатать | 27 ноября 2014 ---
    Другие новости по теме:


    Комментарии


    Цитировать       автор: Нейтрал   |   27 ноября 2014 05:32   |   Зарегистрирован: --  

    Группа: Гости
    Публикаций: 0
    Комментариев: 0
    Наш ответ Чемберлену! Давайте, сделайте, наконец! Пока только угрозы, а дел-то немае...
    * *

    Цитировать       автор: тихий ужас   |   27 ноября 2014 18:27   |   Зарегистрирован: --  

    Группа: Гости
    Публикаций: 0
    Комментариев: 0
    Так и не ясно, почему хамитовская команда спешит ликвидировать пост Президента РБ. Писали, вроде, что дали еще год на раздумья. А ведь потом в Москве могут отказаться от этой бредовой идеи, учитывая, что в страну приходит полный кирдык.
    * *

    Цитировать       автор: Наблюдатель   |   28 ноября 2014 00:04   |   Зарегистрирован: --  

    Группа: Гости
    Публикаций: 0
    Комментариев: 0
    Хамитов не более чем марионетка московской воровской власти.
    * *

    Информация
    Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.