Поиск
Популярные статьи
    Архив
    Ноябрь 2017 (1)
    Июль 2017 (4)
    Июнь 2017 (1)
    Май 2017 (4)
    Апрель 2017 (5)
    Март 2017 (4)
    Наши ссылки
    Панель управления
    логин :
    пароль :
  • Напомнить пароль?
     
    .

    Алдар батыр иленә сәйәхәт

    Просм.: 5222 Дата : 5 января 2015

    Алдар Иҫәкәев (Алдар батыр) — башҡорт тарханы, 1695—1696 йылдарҙа Ҡырым һәм Азов походтарында ҡатнашып батша Пётр I ҡулынан дәүләт наградаһы һәм грамота алған яугир, Ҡаҙағстанды Рәсәйгә ҡушыуҙа илгә ҙур хеҙмәт күрһәтеүсе күп телдәр белеүсе дипломат, илсе, батыр, старшина.
    Рус батшалығы халыҡты рәхимһеҙ иҙә, ҡыҫа башлағас, батшаларға ҡаршы халыҡты яуға күтәргән ихтилал етәксеһе.
    Алдар батыр — исеме йырҙарҙа йырланған, легенда-риүәйәттәрҙә данланған, тарихи сығанаҡтарҙа урын алған легендар шәхес.
    2014 йыл Башҡорт хоҡуҡ һаҡлау хәрәкәте "Күк Бүре" тарафынан Алдар батыр йылы тип иғлан ителгән ине. Ошо юҫыҡта төрлө эштәр эшләнде. Шуларҙың береһе- "Күк Бүре" хәрәкәте Алдар батыр рәсеменә конкурс иғлан иткәйне. Был конкурста төрлө йәштәге ҡатнашыусылар әүҙем булдылар. Лайыҡлы эштәр күп булһа ла, иң-иңдәре һайланып алынды һәм урын алыусы ҡатнашыусылар ҡиммәтле бүләктәр менән бүләкләнделәр.
    Йыл башында ҡуйылған план буйынса беҙ, БХҺХ "Күк Бүре" Бөрйән районы Әтек ауылында батырға ҡуйылған һәйкәлгә барып ҡайтырға тейеш инек, тик кисектергеһеҙ сәбәптәр арҡаһында йәйгеһен бара алманыҡ. Шуның өсөн тиҙ генә йыйылып "Күк Бүре" активистары кисә, йәғни 30 декабрь көнө Бөрйән районына Алдар батырҙың һәйкәленә барып ҡайттыҡ.
    Бәләкәй генә булһа ла сәйәхәтебеҙ беҙҙең күңелдәрҙә күп тәьҫораттар ҡалдырҙы.
    Һәйкәл мәктәп урамында урынлашҡан, шул уҡ урамда музей ҙа булдырылған. Унда Алдар батырҙың шәжәрәһен, төрлө боронғо әйберҙәрҙе күрергә мөмкин.
    Беҙҙең өсөн халҡыбыҙҙың ғорурланырлыҡ улы һулаған һауаны һулау, тыуып үҫкән ерен күреү оло бер бәхет булды.
    Ошондай батырыбыҙға баш ҡалала һәйкәл булдырылһа бик яҡшы булыр ине. Беҙҙең бурысыбыҙ- тарихыбыҙҙы, аҫыл улдарҙың яҙмышын, уларҙың эшләгән эштәрен киләһе быуынға еткереү! Һәм улар менән ғорурланыу!

    Күк бүре

    Алдар батыр иленә сәйәхәт



    Мнение редакции сайта может не совпадать с точкой зрения авторов публикаций.
    Администрация сайта предупреждает всех читателей, что за комментарии, содержащие экстремизм, оскорбления отдельных личностей и социальных групп администрация сайта ответственности не несёт, а написавшие их лица могут быть привлечены к ответственности, предусмотренной российским законодательством.
    ПОМНИТЕ! Вы несете ответственность за оставленные отзывы! При добавлении отзыва будет сохранен ip Вашего компьютера. Если хотите оставить отрицательный отзыв, всегда можно подобрать корректные слова.
    ВНИМАНИЕ! При полном или частичном использовании данного материала прямая ссылка на автора и ресурс обязательна.
    Добавить в закладки - | Напечатать | 5 января 2015 ---
    Другие новости по теме:


    Комментарии


    Информация
    Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.