19 ғинуар Шамонино ауылында яңы балалар баҡсаһы асылды
Просм.: 4526 Дата : 20 января 2015
Бөгөн, 19 ғинуар, Шамонино ауылында, яңы балалар баҡсаһын асыу тантанаһы үтте. Сарала БР-ҙың мәғариф министры урын баҫары Аристархов Владимир Виктор улы, Өфө районының хакимиәт башлығы урынбаҫары Ризуанова Люцина Ирек ҡыҙы, Бөтә донъя башҡорттар ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы Рәйсә Абдрахман ҡыҙы Күзбәкова, Гүзәл Рамазан ҡыҙы Ситдиҡова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы янындағы Йәштәр советы рәйесе Рәмзил Байназаров, уның ағзалары Рәмил Рәхмәтов, Хәлил Рәхмәтуллин, Башҡорт йәштәре иттифағы рәйесе Ғаяз Бикбулатов ҡатнашты. Балалар баҡсаһы директоры Эльвира Мәхмүт ҡыҙы һәм уның коллективы бик йылы ҡаршы алды.
"Аҡбуҙатта" һигеҙ төркөмдөң дүртәүһе башҡорт төркөмө, быны булдырыу өсөн кемдәргәлер бик күп көс һалырға тура килде. Йәштәр советы ағзаһы, "Башҡорт" йәмәғәт ойойшмаһының рәйес урынбаҫары Руслан Ғәббәсов, Шамонино ауылында йәшәүсе Фидан Ҡобағошов бигерәк тә ҙур әүҙемлек күрһәтте. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Йәштәр советының ныҡышмалы хеҙмәте айҡанлы был изге эш аҙағынаса тиклем еткерелде.
Афарин милләттәштәр, һәр саҡ бергә булайыҡ. Бөтә башҡорттар уяу-берҙәм булғанда теләгәндәргә бер ниндәй ҡаршлылыҡтарҙан ҡурҡмайынса ирешергә булыр ине!
https://vk.com/sbmrb_com?w=wall-25717001_19388
Мнение редакции сайта может не совпадать с точкой зрения авторов публикаций.
Администрация сайта предупреждает всех читателей, что за комментарии, содержащие экстремизм, оскорбления отдельных личностей и социальных групп администрация сайта ответственности не несёт, а написавшие их лица могут быть привлечены к ответственности, предусмотренной российским законодательством.
ПОМНИТЕ! Вы несете ответственность за оставленные отзывы! При добавлении отзыва будет сохранен ip Вашего компьютера. Если хотите оставить отрицательный отзыв, всегда можно подобрать корректные слова.
Добавить в закладки - | Напечатать | 20 января 2015 ---
Другие новости по теме:
- ХУШЛАШЫУ ҺҮҘЕ
- ИҒЛАН
- В Уфе состоится Круглый стол по вопросам политической ситуации в Башкортост ...
- Яңы йыл менән!
- Өфө. Башҡортостан үҙаллылығы өс&# ...
Комментарии
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.