Поиск
Популярные статьи
    Архив
    Ноябрь 2017 (1)
    Июль 2017 (4)
    Июнь 2017 (1)
    Май 2017 (4)
    Апрель 2017 (5)
    Март 2017 (4)
    Наши ссылки
    Панель управления
    логин :
    пароль :
  • Напомнить пароль?
     
    .

    РӘСӘЙ ҮҘБИЛДӘЛӘНЕШТЕ ТАНЫЙ... ТИК ҮҘ ИЛЕНДӘ ТҮГЕЛ...

    Просм.: 2478 Дата : 29 марта 2015

    Барыбыҙға ла мәғлүм булыуынса, Рәсәй Федерацияһында, бигерәк тә сәйәси, иҡтисади өлкәләрҙә хәлдәр бик ҡатмарлашты. Уның, ни өсөн көрсөккә терәлеүебеҙҙең, сәбәптәрен дә бик яҡшы аңлайбыҙ. Башҡортостан уҙған быуаттың 90-сы йылдарында яулаған ҡаҙаныштарының күбеһен юғалтты. Сөнки федераль үҙәк милли республикаларға һәр саҡ баҫым яһап килде һәм бөгөн дә яһай. Был инде йәмғиәт ҡоролошоноң законлы бер күренешенә әйләнеп бара. Әгәр ҙә илгә федератив дәүләт тигән атама бирелгән, әгәр ҙә федератив өлөштәр бар һәм уларҙың хоҡуғы иҫәпкә алынмай икән, һәр ваҡыт ошо ике субъект араһында тартыш була. Үҙәк нисек тә булһа берләштерергә, бөтөн власты үҙ ҡулына алырға тырыша. Шул уҡ ваҡытта субъекттар, улар милли республикалар ғына түгел, крайҙар, өлкәләр – үҙҙәренә күберәк хоҡуҡ алырға теләй. Был Рәсәйҙә генә түгел, бик күп федератив илдәрҙә күҙәтелә. Хатта Бөйөк Британияла ла шундай хәрәкәт бара. Унда Англия, Шотландия, Уэльс, Төньяҡ Ирландия бар. Улар ҙа һәр береһе хоҡуҡ юрғанын үҙ яғына тарта. Шотландия хатта үҙаллылыҡ алыу өсөн референдум үткәрҙе. Шундай уҡ күренеш Канадала күҙәтелә. Сөнки Канада ике өлөштән тора – Квебекта француздар йәшәй һәм улар ҙа үҙаллылыҡ өсөн көрәш алып бара.
    Тимәк, үҙәкләштереүҙең бер сиге булырға тейеш. Әгәр Үҙәк субъекттарҙың хоҡуғын бик ныҡ кәметһә, һәр ваҡыт оло низағ килеп сыға. Шуға эште бер ваҡытта ла олоға ебәрергә, үҙ-ара тартышыуға алып барып еткерергә ярамай. Әле, үкенескә күрә, шундай күренештәр дауам итә.
    Әлбиттә, ҡайһы бер ыңғай күренештәр ҙә бар. Хәҙер Рәсәй етәкселәре Украина федератив дәүләт булырға тейеш, тип сығыш яһай. Быны нимәгә нигеҙләйҙәр: Украинала рустар күпләп йәшәгән өлкәләр бар, шуға күрә ил етәкселеге халыҡтарҙың үҙбилдәләнешкә булған хоҡуғын танырға тейеш. Украина үҙе унитар дәүләт булыу яғын ҡайыра. Әгәр ҙә беҙҙең ил етәкселеге башҡа илдәрҙең субъекттарының үҙаллылыҡҡа булған хоҡуғын таный икән, беҙҙең ундай хоҡуҡ юҡмы ни? Грузиянан Көньяҡ Осетия һәм Абхазия бүленеп сыҡты. Ул ваҡытта ла халыҡтарҙың үҙбилдәләнешкә хоҡуғы тураһында шауланылар. Уға тиклем был төшөнсәне бөтөнләй онотҡайнылар. Хәҙер ҡабат шул мәсьәлә килеп тыуҙы. Бөгөн беҙҙең етәкселәр федератив булырға тейеш, унда йәшәгән рустарҙың үҙбилдәләнешкә хоҡуғы бар, тигән позицияла тора. Шулай булғас, федераль үҙәк беҙҙең хоҡуҡты ла танырға тейеш һәм беҙгә ошо йүнәлештә йүнәлештә эш алып барырға кәрәк.
    Тағы икенсе мәсьәләгә иғтибар итер инем. Беҙҙә властың төрлө тармаҡтары парламент, президент, башлыҡһыҙ Хөкүмәт бар. Дөрөҫөн әйткәндә, Президент ике вазифаны биләй. Был осраҡта Конституция боҙола. Был бер. Икенсенән, парламент депутаттары әүҙем эшләмәй. Республиканың иҡтисади, сәйәси хәленә бәйле күпме мәсьәләләр тыуып тора, ә беҙ ышаныс белдергән депутаттар һәр ваҡыт өҫтән ниндәй күрһәтмә килһә, шуны баш өҫтө тип, баштарына элеп бара. Берәү ҙә тороп тәнҡит һүҙе әйтмәй, барыһы ла ҡурҡып ултыра. Йылы урынға урынлашҡандар, нишләп уларға ғауға-тауыш күтәрергә. Шул уҡ хәл РФ Дәүләт Думаһында ла күҙәтелә. Башҡортостандан һайланған депутаттар ниндәй генә тәҡдим булһа ла, ҡул күтәреп ултыра. Һәр парламентта ниндәйҙер оппозиция, төрлө фракциялар булырға тейеш. Үкенескә күрә, беҙҙең Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа бер ниндәй фракция ла, бер ниндәй оппозиция ла юҡ. Шуға депутаттарыбыҙ бөтөнләй “тешһеҙҙәр”. Улар республика мәнфәғәтен күҙәтеүҙән бик алыҫ, бары тик президенттың күҙенә генә ҡарап торалар. Ә бит тәнҡитләй торған нәмәләр бик күп.
    Ни өсөн һуң етәкселәребеҙ тәү сиратта республикала йәшәгән халыҡ, уның көнкүрешен яҡшыртыу тураһында уйламай? Нишләптер ситтә йәшәгән ниндәйҙер граждандарҙы яҡлау һәм һаҡлау, уларҙы байытыу, имеш, беҙҙең мөҡәддәс бурыс икән. Беҙҙең юғары урында ултырған берәү телевизорҙан шулай тип сығыш яһай. Мөҡәддәс бурыс – ул һинең һайлаусыларыңдың, республиканың мәнфәғәтен күҙәтеү. Әгәр республикаң шул тиклем бай, аҡсаһын ҡайҙа ҡуйырға белмәй икән, шул ваҡытта, әйҙә, ярҙам итегеҙ. Әгәр республика ярлы, юлдар бөткән, газ барып етмәгән, халыҡ эшһеҙлектән яфа сигә икән, етәкселәр тәү сиратта шуны уйларға тейеш. Хәҙер бөтөн етәкселәр, кем генә булмаһын, өҫтән нимә әйтәләр, кем нисек әйтер, был ни әйтер, тип кенә көтөп тора.
    Өсөнсөнән, Татарстанда милли хәрәкәт етәкселәре барыһы ла парламент депутаттары булып бөттө, хатта хәҙер ҙә барыһы ла Дәүләт Думаһында ултыра. Ә беҙҙән берәү ҙә үтмәне. Шулай булғас, беҙҙе кем яҡлар ҙа, кем һаҡлар?!. Был осраҡта беҙ нимә эшләргә тейешбеҙ? Хәҙер бит башты үргә күтәреп ҡараһаҡ, хатта барып һөйләшерлек, таянырлыҡ, абруйлы, һүҙе үтерлек шәхес тә юҡ. Нишләп һуң беҙ ошо хәлгә төштөк? Үҙебеҙҙең аранан сыҡҡан башҡорт чиновниктарының сәйәси мәсьәләнең артабан нисек булырын аңламауы арҡаһында. Әгәр милли хәрәкәт етәкселәре депутат булып китһә, улар икенсе төрлө эшләр, республиканың мәнфәғәттәрен яҡлап ҡыйыуыраҡ көрәшер ине. Ләкин беҙ унан мәхрүм булдыҡ.
    Беҙгә ойошорға, берләшергә, бер төптән эш итергә кәрәк. Әгәр ҙә бөгөн Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты эшләмәй, һәр сетерекле проблемаға күҙ йомоп, күрмәмеш тә белмәмеш булып ултыра, үҙенең һүҙе юҡ икән, ниндәйҙер икенсе сара табырға, республикабыҙҙы, халҡыбыҙҙың телен һаҡлап ҡалырға тейешбеҙ.
    Эйе, БДБҠ Башҡарма комитетында туҡтауһыҙ ултырыштар үткәрәбеҙ, фекер алышабыҙ - бер ниндәй файҙаһы юҡ. Ер мәсьәләһе булһынмы, юғары уҡыу йортонда белем алыу булһынмы - бөтөн йүнәлештә лә ниндәйҙер аныҡ аҙымдар эшләргә кәрәк. Уянырға ваҡыт. Уянайыҡ, халҡыбыҙҙы уятайыҡ һәм артабан да милләтебеҙҙе, республикабыҙҙы яҡлау, үҫтереү, күтәреү йүнәлешендә әүҙемерәк булайыҡ.

    Марат ҠОЛШӘРИПОВ, тарих фәндәре докторы
    (“Урал” Башҡорт халыҡ үҙәгенең 25 йыллыҡ юбилейындағы сығышынан).
    https://vk.com/club.murtazarahimov?w=wall-64386308_7520%2Fall


    Мнение редакции сайта может не совпадать с точкой зрения авторов публикаций.
    Администрация сайта предупреждает всех читателей, что за комментарии, содержащие экстремизм, оскорбления отдельных личностей и социальных групп администрация сайта ответственности не несёт, а написавшие их лица могут быть привлечены к ответственности, предусмотренной российским законодательством.
    ПОМНИТЕ! Вы несете ответственность за оставленные отзывы! При добавлении отзыва будет сохранен ip Вашего компьютера. Если хотите оставить отрицательный отзыв, всегда можно подобрать корректные слова.
    Добавить в закладки - | Напечатать | 29 марта 2015 ---
    Другие новости по теме:


    Комментарии


    Цитировать       автор: Гилем   |   29 марта 2015 08:15   |   Зарегистрирован: --  

    Группа: Гости
    Публикаций: 0
    Комментариев: 0
    Колшарипов рахимовский "идеолог суверенитета" однозначно остался в совковости и есть " верный башкир ".
    Рабская позиция: с одной стороны Москву признает "центром" и говорит о правах не "центров"
    Это большая ошибка - таких признавать лидеров национального движения.
    * *

    Цитировать       автор: Гилем   |   30 марта 2015 17:46   |   Зарегистрирован: --  

    Группа: Гости
    Публикаций: 0
    Комментариев: 0
    исправление - Это большая ошибка - таких признавать лидерАМИ национального движения.
    * *

    Цитировать       автор: Экс-аспирант   |   31 марта 2015 11:26   |   Зарегистрирован: --  

    Группа: Гости
    Публикаций: 0
    Комментариев: 0
    А кто считает М. Кульшарипова лидером национального движения? Во-первых, нет национального движения башкир. Где оно?
    Во-вторых, самого башкирского народа как национальной общности уже нет, поэтому и движения нет. Лидеры башкиры - это Рахимов и Хамитов. Но каковы лидеры, таков и народ. Ха-ха-ха!
    * *

    Цитировать       автор: Гилем   |   1 апреля 2015 12:01   |   Зарегистрирован: --  

    Группа: Гости
    Публикаций: 0
    Комментариев: 0
    Экс-аспирант - тупишь ведь.
    С каого хрена бездарный полутатар Рахимов может быть лидеом башкирского народа.
    Про Хамитова, человек из тундры и не знающий башкирский язык и его историю, надо быть сумасшедшим чтобы назвать лидером чего-либо не то что башкирского языка, даже в своей семье при грамотной жены не смог бы стать лидером. Этот твой "лидер" назначен к нам чтобы совершить преступление против башкирского народа - уничтожить его язык.
    В условиях оккупации у башкир лидер может быть только в тюрьме. Или заграницей.
    Тоже мне аспирант, тебе почитать бы помаленьку не гос издания.
    * *

    Информация
    Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.