Поиск
Популярные статьи
    Архив
    Ноябрь 2017 (1)
    Июль 2017 (4)
    Июнь 2017 (1)
    Май 2017 (4)
    Апрель 2017 (5)
    Март 2017 (4)
    Наши ссылки
    Панель управления
    логин :
    пароль :
  • Напомнить пароль?
     
    .

    БЙО "Башкорт" ғаризалар

    Просм.: 1862 Дата : 16 июля 2015

    Иғтибар!!! Хөрмәтле БАШҠОРТТАР!

    Башҡорт йәмәғәт ойошмаһы 2015 йылдың 15 августында изге Торатау янында үҙенең тәүге ҙур сараһын үткәрә. Былтыр Йылайыр районында уҙған башҡорт йәштәре ҡоролтайында ҡабул ителгән ҡарарға ярашлы, быйылғы йәштәр ҡоролтайы Торатау итәгендә үтергә тейеш ине. Ишембай районы халҡы һорауы буйынса, Башҡорт ойошмаһының оло йыйынында, беҙ үҙ көсөбөҙ менән Торатауҙа һабантуй үткәрергә ниәт иттек. Әлбиттә беҙгә ҡарата ҡаршылыҡтар буласаҡ, аҡса яғынан ауырға тура киләсәк, әммә беҙҙең Ишембай районындағы көньяҡ филиалдың ярҙамы менән был сараны үткәреп ебәрербеҙ тигән маҡсат ҡуйылды.
    Бер кемгә лә сер түгел: изге, тарихи Тауыбыҙға һөжүм бара. Бөгөнгө көндә бер сараға ла рөхсәт юҡ, Салауат йыйындары уҙған сәхнәне лә алдылар, Ишембай районы һабантуйы икенсе урында үтә. Былар барыhы ла халыҡты Торатауҙы тартып алырға әҙерләү, тип ҡабул ителә. Нисә йылдар шартлатыуҙарҙан һуң, Шахтауҙың юҡ булыуын Ишей, Әхмәр ауылы халҡы күҙ йәше менән иҫкә ала. Һәр шартлау һайын тәҙрәләр ярылыу, өйҙә ултырған һауыт-һабалар ватылыуы үҙәктәренә үткән.
    Хөрмәтле милләттәштәр! Кемдәр изге Торатауыбыҙҙың яҙмышына битараф түгел, тауҙы яҡлап эштәр эшләйек, саралар үткәрәйек, иҫкә алайыҡ, әҙер булайыҡ. Кемдәр беҙҙең сараны үткәрергә ярҙам итергә теләй, ойошманың счетына аҡса күсерә ала
    4276 8800 3312 8111 - Сбербанк.

    Сарала башҡорт халҡының милли уйындары, спорт ярыштары, концерт һәм йәштәр өсөн дискотека үткәреләсәк. Тулыраҡ мәғлүмәтте алдағы көндәрҙә яҙырбыз. Беҙҙең группаны күҙәтеп барығыҙ.

    https://vk.com/feed?w=wall-70958470_32864



    Башҡорт йәмәғәт ойошмаһы «БАШҠОРТ» Омск өлкәһендә казарма емерелеп, Башҡортостандан 5 егет һәләк булыу сәбәпле, Башҡортостан республикаһында 3 көнгә матәм (траур) иғлан итә


    Ишетеп белеүегеҙсә, 2015 йылдың 12 июлендә Омск өлкәһендә Һауа десанты ғәскәрҙәренең 242-се уҡыу үҙәгендә казарма емерелә һәм, һөҙөмтәлә хәрби хеҙмәткә саҡырылған 23 егеттең ғүмере өҙөлә, 19 һалдат тән йәрәхәттәре алып ҡала госпиталенә оҙатыла. Башҡортостандан хәрби хеҙмәткә саҡырылған биш егеттең ғүмере өҙөлә, өс егет ауыр хәлдә ята. Был хәбәр бөтөн республиканы тетрәтте. Ырымбур, Омск өлкәһендә матәм көнө иғлан ителде. Башҡортостанда траур көнө иғлан итмәү бер ҙә дөрөҫ булмаҫ. Иң күп һәләк булған егеттәр беҙҙең республиканан. Тормош юлына яңы аяҡ баҫҡан йәш егеттәрҙең исемлеге:

    Салауат районынан
    Рөстәм Шәйхуллин;
    Ранис Алтынбаев;

    Сибай ҡалаһынан
    Рөстәм Йомағолов;

    Саҡмағош районынан
    Фидан Мәмлиев;

    Белорет ҡалаһынан
    Вадим Нафиҡовт.

    Был егеттәр ошо көндәрҙә ерләнәсәк. Уларҙың барыһы ла быйыл яҙ ғына Ҡораллы Көстәр сафына алынған ине...
    Ата-әсәләре, яҡындары, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Был тетрәндергес ауыр хәл мәңге беҙҙең хәтерҙә ҡаласаҡ. Егеттәрҙең ауыр тупрағы еңел булһын!

    Башҡорт халыҡ йыры "Әрме"

    Әрмеләрҙә йөрөп, сәс еткерҙем,
    Сәскенәйем етте лә үрмәгә.
    Ризыҡ яҙған булһа, бер ҡайтырбыҙ
    Тыуған еркәйҙәрҙе лә күрмәгә.

    Йәмле генә Урал буйҙарында
    Ҡымыҙлыҡтан йыуан да йыуа бар.
    Егет кенә саҡта әрмеләрҙә
    Хеҙмәт итеү тигән дә йола бар.

    БЙО "Башкорт" ғаризалар


    https://vk.com/feed?w=wall-70958470_33080


    Мнение редакции сайта может не совпадать с точкой зрения авторов публикаций.
    Администрация сайта предупреждает всех читателей, что за комментарии, содержащие экстремизм, оскорбления отдельных личностей и социальных групп администрация сайта ответственности не несёт, а написавшие их лица могут быть привлечены к ответственности, предусмотренной российским законодательством.
    ПОМНИТЕ! Вы несете ответственность за оставленные отзывы! При добавлении отзыва будет сохранен ip Вашего компьютера. Если хотите оставить отрицательный отзыв, всегда можно подобрать корректные слова.
    Добавить в закладки - | Напечатать | 16 июля 2015 ---
    Другие новости по теме:


    Комментарии


    Информация
    Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.