Поиск
Популярные статьи
    Архив
    Ноябрь 2017 (1)
    Июль 2017 (4)
    Июнь 2017 (1)
    Май 2017 (4)
    Апрель 2017 (5)
    Март 2017 (4)
    Наши ссылки

    Стенд информационный офисный. Информационные стенды для школ.
    Панель управления
    логин :
    пароль :
  • Напомнить пароль?
     
    .

    Аҡ Йортҡа үҙ "Башҡорт һабантуйы" кәрәк

    Просм.: 948 Дата : 22 мая 2016

    Башҡорт Хоҡуҡ һаҡлау Хәрәкәте "Күк бүре" өсөнсө йыл рәттән Шамонин ауылы, күрше ауылдар һәм Өфө ҡалаһы халҡы өсөн май айының һуңғы ял көндәрендә "Башҡорт һабантуйы" үткәреп килә. Халыҡты айыҡ тормошҡа әйҙәү маҡсатында һәм электән ҡалған йола буйынса һабантуйҙа көрәш, балалар өсөн уйындар, төрлө спорт ярыштары үткәрелә. Ғаиләнең һәр вәкиле үҙенең күңеленә ятҡан шөғөл таба был сарала.
    Быйылғы йылда ла апрель айында үткән ойошманың сираттағы йыйылышында һәр йылдағыса Шамонин ауылы янында үтәсәк һабантуйҙың үткәрелеү көнө тип май айының һуңғы аҙнаһының ял көндәре билдәләнде, һәм Һабантуй төркөмөнә шул турала иғлан ҡуйылды.Ләкин, бер нисә көн элек билдәле булыуынса "Әбйәлил Йәштәре"ойошмаһы шул уҡ көндә 29 май "Күк бүре" үткәргән ерҙән алыҫ түгел урында үҙҙәренең һабантуйҙарын үткәреү хаҡында иғлан иттеләр.
    Башҡорт Хоҡуҡ һаҡлау Хәрәкәте "Күк бүре" Шамонино эргәһендә үтәсәк һабантуй тураһында алдан иғлан итеүен, һәм май аҙағында үткәреү традицияға инеүен иҫәпкә алып "Әбйәлил Йәштәре" ойошмаһына халыҡты тарҡатмаҫ өсөн сараны икенсе көнгә күсереүҙәрен һорап рәсми рәүештә тәҡдим ебәрҙе.
    Тик "Әбйәлил Йәштәре" ойошмаһынан кире яуап алмау сәбәпле Башҡорт Хоҡуҡ һаҡлау Хәрәкәте "Күк бүре"ағзалары Һабантуйҙы 28 майға күсерергә тигән ҡарарға киләләр. Ошо урында бер нисә һорау тыуа. Ни өсөн "Әбйәлил йәштәре" ойошмаһы, традицияларына ярашлы Әбйәлил йәштәре өсөн йыйын түгел, ә тотош йәштәр һабантуйы үткәрергә ҡарар итә? Һәм ни өсөн бер-нисә йыл рәттән Әбйәлил йәштәренең һабантуйы икенсе урында (мәҫәлән Подымалово янында) үтеп, быйыл һабантуй майҙаны тап Шамонино яғына киткән яҡта билдәләнә? Әлбиттә, был бөтәһелә башҡорттарҙың ере һәм кем ҡайҙа теләй шунда үткәрә ала, тик ни өсөн Күк Бүре менән бер көнгә ҡуйыла һәм бер нисек тә икенсе көнгә күсереп тороу мәсьәләһе ҡаралмай?!
    Ни өсөн рәсми рәүештә интернет селтәрендә һәм башҡа бер ерҙә лә иғландар булмай тороп, Әбйәлил Йәштәре рәйесе Тамьян Ғәбитов йәштәр һабантуйы көнө алдан билдәләнеүе тураһында (бер ниндәй дәлилдәрһеҙ) "Күк бүре" ағзаларына һабантуй көнө билдәләнеүе тураһвнда иҫбат итә.
    Әйткәндәй, бер нисә йыл элек КБ тарафынан Фәнзил Әхмәтшинды яҡлап пикет үткәрелгән көндө, "Беҙ Башҡортостан киләсәге" (МББ) ойошмаһы, ул ваҡыттағы рәйесе әлеге лә шул Тамьян Ғәбитов , бөтөн башҡорт йәштәрен икенсе юҫыҡҡа әйҙәп пикет үткәрелгән көндө Өфө ситендә пикник үткәрҙе.
    http://kyk-byre.ru/1006-lentochnye-parazity-v-bashkirskom-nacdvizhenii.html
    Һығымта эшләп шуны әйтке килә, был юлы ла, сираттағы башҡорт ойошмаһын Башҡорт Хоҡуҡ һаҡлау Хәрәкәте "Күк бүре"гә ҡаршы ҡулланыуҙары, һәм ошо башҡорт ойошмаларының лидерҙары быға ҡаршылашмауы, киреһенсә һәр яҡлап аяҡ салырға ярҙам итеүҙәре, "Күк Бүре" ойошмаһының үткәргән һабантуйын һәр яҡлап ҡыҫырыҡлау һәм сараны үткәрегә ҡамасаулау ысулдары икәне аңлашылып тора.

    Күк бүре


    Аҡ Йортҡа үҙ "Башҡорт һабантуйы" кәрәк



    Мнение редакции сайта может не совпадать с точкой зрения авторов публикаций.
    Администрация сайта предупреждает всех читателей, что за комментарии, содержащие экстремизм, оскорбления отдельных личностей и социальных групп администрация сайта ответственности не несёт, а написавшие их лица могут быть привлечены к ответственности, предусмотренной российским законодательством.
    ПОМНИТЕ! Вы несете ответственность за оставленные отзывы! При добавлении отзыва будет сохранен ip Вашего компьютера. Если хотите оставить отрицательный отзыв, всегда можно подобрать корректные слова.
    ВНИМАНИЕ! При полном или частичном использовании данного материала прямая ссылка на автора и ресурс обязательна.
    Добавить в закладки - | Напечатать | 22 мая 2016 ---
    Другие новости по теме:


    Комментарии


    Информация
    Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.