Поиск
Популярные статьи
    Архив
    Ноябрь 2017 (1)
    Июль 2017 (4)
    Июнь 2017 (1)
    Май 2017 (4)
    Апрель 2017 (5)
    Март 2017 (4)
    Наши ссылки

    https://datadome.ru ищу инвестиции в строительство дата центра.
    Панель управления
    логин :
    пароль :
  • Напомнить пароль?
     
    .

    Башҡортостан Республика Башлығы Р.З.Хәмитовҡа

    Просм.: 1648 Дата : 30 июня 2016

    Исх. № 7
    От 18 июня 2016 года


    Хөрмәтле Рөстәм Зәки улы!

    Һеҙгә Башҡорт халыҡ – патриотик хәрәкәтенең /БНПД/ кинәйтелгән йыйылышы мөрәжәғәт итә. Йыйылышта республиканың ҡала , район башҡорт йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнаша.
    Һеҙгә адресланған үҙ мөрәжәғәтендә йыйылыш республикалағы әлеге көрсөк шарттарында барлыҡҡа килгән ижтимағи – сәйәси ситуацияны иҫәпкә алып, Рәсәйҙең антиконституцион сәйәси курсына позицияһын белдереп, Башҡортостандың ижтимағи – сәйәси, социаль – иҡтисади үҫешендә тыуған ҡайһы бер мәсьәләләрҙен ыңғай хәл ителеүен һорай.
    Билдәле булыуынса, Башҡортостан Рәсәйҙен башҡа субъекттары кеүек социаль иҡтисади көрсөк кисерә. Республика үҙ иҡтисади потенциалы буйынса бай төбәк булһа ла, илдә барған көрсөк барыбер үҙенекен эшләй. Көрсөк көндән көн республиканын бөтә инфраструктураһын солғай, шул уҡ ваҡытта уның эҙемтәләренән дәүләт һәм йәмғиәт структуралары ла ҙур зыян кисерә башланы. Көрсөк ауырлыҡтарынан иң тәү сиратта Башҡортостанда хәйерселек хәлендә йәшәгән аҙ килемле социаль ҡатламдар интегә. Улар иҫәбендәге пенсионерҙар, инвалидтар, талиптар, уҡытыусылар һәм башҡа бюджет өлкәһендә эшләүселәр ысынбарлыҡта лайыҡлы эш хаҡынан мәхрүм.
    Ғөмүмән билдәләгәндә, көрсөк эҙемтәләре һөҙөмтәһендә республикала предприятиялар ябыла, эшһеҙлек күбәйә, халыҡтың тормош кимәле түбәнәйгәндән түбәнәйә.
    Республика етәкселегенең идараһына ҡарата ла башҡорт йәмәғәтселегенең әйтәһе репликалары һәм тәҡдимдәре күп. Һуңғы ваҡытта Башҡортостан криминаль төбәккә әүерелде. Көндән көн республикала енәйәттәр һаны арта, кешеләр хәбәрһеҙ юғала, дәүләт, суд власы структураларында, мәғариф системаһында коррупция сәскә ата.
    Интернет сайттарында Башҡортостанды Рәсәйҙәге биш криминаль төбәктәр һанына индергәндәр. Мәскәү, Мәскәү өлкәһе, Краснодар крайы, Свердловск өлкәһенән һуң Башҡортостанды атағандар. Шул уҡ ваҡытта республика ришүәттәр алыу буйынса ла лидерлыҡ рейтингынан төшмәй.
    Коррупцияға ҡаршы республика етәкселеге бер ниндәй көрәш алып бармай. Ул мәсьәләне күтәргән башҡорт йәмәғәт ойошмаларының да талаптарын, үтенестәрен власть структураларында ултырған чиновниктар үтәмәй.
    Быйыл Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы сессияһында республика буйынса Эске эштәр министры М.И.Закомалдиндың отчеты тыңланды. Ләкин уның отчеты республика етәкселегенен хуплауына лайыҡ булды. Күптәр М.И.Закомалдиндың отставкаға ебәреүен көткәйнеләр, ә Башҡортостан етәкселеге, киреһенсә, уны маҡтаны ғына. Ул ғына ла түгел, Һеҙ ҙә 2015 йылдың сентябрь айында министр М.И.Закомалдинды « Халыҡтар дуҫлығы “ ордены менән наградланығыҙ.
    Шул уҡ ваҡытта беҙ Башҡортостандың Федерация субъекттарындағы вәкиллектәрҙе бөтөрөүҙе, “Башнефть» акционер йәмғиәте менән республикалағы санаторияларҙы, курорттарҙы, ял йорттарын приватизациялауға йыйыныуҙы Федераль үҙәктең республикаға баҫымы итеп ҡабул итәбеҙ. Һуңғы ваҡытта республика вәкиллектәре Екатеринбургта, С.-Петербургта һәм Төркиә менән Ҡаҙаҡстанда бөтөрөлдө.
    Федераль властар тарафынан республикала алып барылған оптимизация, ҡайһы бер ҡалаларҙа заводтар асып, унда эшләргә сит ил халҡын ҡабул итергә йыйыныуҙы башҡорт йәмәғәтселеге хупламай. Мәҫәлән, властар Сибайҙа яңы завод асып, унда ҡытайҙарҙы индерергә һәм Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш төбәгендәге 5 районды (Мәсетле, Салауат, Ҡыйғы, Дыуан, Белоҡатай райондары) берләштереүе берәүҙе лә битараф ҡалдырмай. Бындай сәйәсәт урындағы халыҡтың эш урындарын бөтөрә, административ үҙәккә барыу ғына ул төбәктә йәшәгән халыҡҡа сығымдар талап итә.
    Был төбәктәрҙә йәшәгән халыҡтың күпселеге башҡорттар. Эшһеҙлектән был төбәктәге йәштәр Себергә йәғни Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә барып эшкә урынлаша. Республика Хөкүмәтенең “Урал аръяғы райондары үҫеше “ программаһы үтәлмәй.
    Баймаҡ, Әбйәлил, Бөрйән райондарынан милли мәғариф мәсьәләләре буйынса бик күп ялыуҙар йәмәғәтселеккә мәғлүм. Күп кенә милли мәктәптәрҙең башланғыс синыфтарында башҡорт телендә сыҡҡан уҡыу әсбаптары юҡ. Урындағы муниципаль район етәкселәре, мәғариф министрлығы тейешле уҡыу әсбаптары менән тьәмин итмәй. Район хакимиәттәрендә ултырған чиновниктар йәмәғәтселектең башҡорт телен белеү һәм өйрәнеү талаптарын инҡар итә. Был мәғлүмәттәрҙең барыһы ла башҡорт телен яҡлау өсөн Башҡарма власть өлкәһендә өҫтәмә закон сығарыусы акт ҡабул итергә мәжбүр итә.
    Һеҙгә һәм республика йәмәғәтселегенә мәғлүм булыуынса, әлеге мәлдә Рәсәйҙең Федерация Советы /В.Матвиенко / илдең субъекттарын эреләтеү мәсьәләләре менән мәшғүл. Улар яңы проект буйынса милли республикаларҙы күрше өлкәләр, крайҙар менән ҡушырға уйлайҙар. Һөҙөмтәлә Рәсәй Конституцияһында теркәлгән республикаларҙың дәүләтселеге юғала. Бындай сәйәсәтте беҙҙең йыйылыш хупламай һәм уны антиконституцион тип баһалай.
    Шулай итеп, юғарыла яҙылғандар нигеҙендә БНПД(Башҡорт халҡының патриотик хәрәкәте) йыйылышы Һеҙҙән түбәндәге мәсьәләләрҙең хәл ителеүен һорай .
    1.”Башнефть” акционер йәмғиәтенең, республикалағы санаторийҙарҙың, ял йорттарының приватизацияланыуына юл ҡуймауын талап итә.
    Айырыуса “Башнефть» акционер йәмғиәтенең 50 % килемдәрен республика бюджетында ҡалдырыуҙы һорай.
    2.Интернет сайтында баҫылған статистика мәғлүмәттәре буйынса Башҡортостандың криминаль төбәккә әүерелеүен иҫәпкә алып , республика Эске эштәр министры М.И.Закомалдиндың отставкаға ебәреүен һорай.
    3.Федераль үҙәктең республиканы , дәүләт булараҡ, бөтөрөү өсөн баҫым яһауын иҫәпкә алып. Рәсәй Конституцияһында теркәлгән Башҡортостандың дәүләтселеген ҡурсалау өсөн барлыҡ сараларҙы һәм мөмкинселектәрҙең файҙаланыуын һорай. Торатау шиханын яҡлап алып ҡалған миҫалда республикала асылған заводтарға сит илдәрҙәге халыҡты килтермәү, Башҡортостандағы райондарҙы берләштермәү, Федерация субъекттарындағы республиканың вәкиллектәрен һаҡлау сәйәсәте үткәреүҙе хуплай.
    4.Халыҡтың үҙбилдәләнешендә милли мәғарифтың приоритет сфера икәнен иҫәпкә алып, айырыуса башҡорттар компактлы булып йәшәгән райондарҙа урындағы башҡорт милли мәктәптәрен тейешле уҡыу әсбаптары менән тьәмин итеүҙең контролгә алыуын һорай.
    5.Республиканың район, ҡала хакимиәттәрендә дәүләт телдәрен белмәгән чиновниктарҙың биләүен иҫәпкә алып, Башҡарма власт ь өлкәһендә өҫтәмә ике телде белеү кәрәклеге тураһында закон сығарыусы акт ҡабул итеүҙе һорай.
    6. Республикаларҙы күрше өлкәләр менән ҡушып, субъекттарҙы эреләтеүгә башҡорт йәмәғәтселегенең ҡаршылығын федераль властарға еткереүен һорай.

    Йыйылыш рәйесе _____________________________Ф.Муратбакиев
    Йыйылыш сәркәтибе ___________________________Р.Б.Зайнетдинова_
    Мөрәжәғәт дөйөм йыйылышта ҡабул ителде
    18 июнь 2016 йыл Көйөргәзе районында Башҡортостан Республикаһы
    Адрес отправителя: РБ, г.Кумертау ,ул.Советская-5, Башкирское народно-патриотическое движение

    https://vk.com/boobashkort?w=wall-70958470_67519


    Мнение редакции сайта может не совпадать с точкой зрения авторов публикаций.
    Администрация сайта предупреждает всех читателей, что за комментарии, содержащие экстремизм, оскорбления отдельных личностей и социальных групп администрация сайта ответственности не несёт, а написавшие их лица могут быть привлечены к ответственности, предусмотренной российским законодательством.
    ПОМНИТЕ! Вы несете ответственность за оставленные отзывы! При добавлении отзыва будет сохранен ip Вашего компьютера. Если хотите оставить отрицательный отзыв, всегда можно подобрать корректные слова.
    Добавить в закладки - | Напечатать | 30 июня 2016 ---
    Другие новости по теме:


    Комментарии


    Информация
    Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.