Поиск
Панель управления
логин :
пароль :
  • Напомнить пароль?
     
    .

    Ирек Агишевтың доклады

    Просм.: 1527 Дата : 24 января 2012

    2012 йылдың 19 ғинуарында «Аҡтамыр» үҙәге менән «Күк бүре» башҡорт йәмәғәт хәрәкәте көнүҙәк мәсьәләләргә арналған берләштерелгән йыйылыш үткәрҙе. Йыйылышҡа инеү ирекле булды. Был сараға бөтөн башҡорт йәмәғәт берекмәләре вәкилдәре, етәкселәре саҡырылғайны.
    Йыйылышта аҡһаҡалдар, йәш ғәлимдәр, талиптар, уҡытыусылар ҡатнашты. Йыйылышта «Республикалағы башҡорт мөхитендә барлыҡҡа килгән ижтимағи – сәйәси хәл тураһында» исемле доклад менән «Аҡтамыр» үҙәге рәйесе Ирек Әбделхаҡ улы Агишев сығыш яһаны.
    Йыйылыштың ҡарарында бөтөн башҡорт йәмәғәтселеген берләштереүсе итеп аҡһаҡалдар кәңәшмәһе төҙөлдө.

    Доклад «Республикалағы башҡорт мөхитендә барлыҡҡа килгән ижтимағи – сәйәси хәл тураһында»
    И. Агишев

    Хөрмәтле милләттәштәр, ватандаштар һәм барса йәмәғәтселек әһелдәре!

    Бөгөн беҙ бында Башҡортостанда һәм Рәсәйҙә барлыҡҡа килгән ижтимағи-сәйәси ситуацияны тикшерергә генә йыйынманыҡ. Уҙғарыласаҡ әлеге “Аҡтамыр” башҡорт үҙәге менән “Күк бүре” башҡорт йәмәғәт хәрәкәтенең берләштерелгән йыйылышы башҡорт йәмғиәтселегенең хәҙерге ваҡытта шундай түбән кимәлгә төшөү сәбәптәрен асыҡлаясаҡ һәм был хәлдән сығыу өсөн ниндәй саралар күреү кәрәклеге буйынса халыҡ һәм йәмәғәтселек вәкилдәренең тәҡдимдәрен тыңлаясаҡ.
    Мөхтәрәм ватандаштар һәм милләтәштәр!
    Бөгөнгө осорҙа халҡыбыҙ һәм Башҡортостан Республикабыҙ фажиғәле хәл кисерә. Киләсәктә беҙҙең республика дәүләт булып ҡалырмы, йәғни Рәсәйҙең унитар сәйәсәте арҡаһында ул рәсми рәүештә милли автономия хәленә төшөрмө?
    Ысынлап та, Башҡортостан Республикаһы ошондай ҡурҡыныс дилемма алдында тора. Сөнки республиканы субъект булараҡ юҡҡа сығарыу йәшерен сәйәсәтте бер Рәсәйҙең юғары власы органдары ғына түгел, уның махсус хеҙмәттәре һәм республикалағы прокуратуранан башлап бөтөн хоҡуҡ һаҡлау органдары, шулай уҡ Өфө муниципаль хакимиәттең дә ҡайһы бер әһелдәре алып бара.
    Мәскәү тәғәйенләп ҡуйған Президент Р.З. Хәмитовтың да тирә-яғы шундай позицияла тора.
    Бындай шарттарҙа Башҡортостан Ватаныбыҙҙы ҡурсалау халҡыбыҙға һәм йәмәғәтселегебеҙгә бик ауырға төшә. Башҡортостан Президенты Р.З. Хәмитовтың, Республика Дәүләт йыйылышы депутаттары, хөкүмәт чиновниктары һәм “әпкәләйҙәр” позицияһында торған Бөтөн донъя башҡорттар ҡоролтайы әһелдәренең Башҡортостанды яҡлай алмаясағы көн кеүек асыҡ.
    Ундай осраҡта барлыҡ таяныстар һәм өмөттәр әлеге-баяғы башҡорт йәмәғәтселегенә барып терәлә. Сит Европа илдәрендәге кеүек, халыҡ тик йәмәғәтселек аша ғына граждан йәмғиәте төҙөп, үҙ дәүләтен һаҡлап алып ҡалыуы ихтимал. Ләкин Рәсәйҙәге хәҙерге сәйәси режим граждан йәмғиәте институттарының эшмәкәрлеген инҡар иткәндә, башҡорт халҡының ғына түгел, республикалағы барлыҡ күп милләтле халыҡтың һәм йәмғиәтселектең берҙәмлеге кәрәк. Тик шул юл аша ғына беҙ үҙебеҙҙең Башҡортостан Ватаныбыҙҙы һаҡлай алабыҙ.
    Оҙаҡ йылдар Башҡортостанда башҡорт йәмғиәтселегенең функцияһын Бөтөн донъя башҡорттар ҡоролтайының башҡарма комитеты үтәне. Был ярым дәүләт һәм ярым йәмәғәт структура ниндәйҙер кимәлдә булһа ла халҡыбыҙҙың мәҙәниәт, мәғариф, сәнғәт өлкәһендә үҙбилдәләнеш хоҡуҡтарын ғәмәлгә ашырҙы. Ләкин күп осраҡта был хоҡуҡтар халыҡ мәнфәғәттәренә ярашлы ғәмәлгә ашманы, ә уларҙың барыһының да башҡорт чиновниктары үҙ мәнфәғәттәре өсөн файҙаланды.
    Шуға күрә лә бына нисә йыл инде халыҡта «Ҡоролтай Башҡарма комитеты халыҡҡа түгел, ә кланға хеҙмәт итә” тигән йәмәғәт фекере йөрөй. Бөтөн донъя башҡорттар ҡоролтайы Башҡарма комитетының халыҡты дөрөҫ юлдан алып бармауы 2011 йылдың 4 декабрендә үҙғарылған Дәүләт Дума депутаттары һайлауҙарында иҫбатланды. Ҡоролтай һәм уға эйәреп Башҡорт йәштәр иттифағы “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһе яҡлы булып, халыҡты шул партияға тауыш бирергә өгөтләне. Ә бит был фирҡәнең унитар сәйәсәте арҡаһында Башҡортостан суверенитетынан, мәғариф өлкәһендә милли төбәк компонентынан, үҙ башҡарма власынан мәхрүм ителде һәм әлеге мәлдә дәүләт булараҡ юҡҡа сығырға тора.
    Ана шуға күрә лә 2011 йылдың 17 декабрендә үҙғарылған Ҡоролтай Башҡарма комитеты йыйылышында профессор М.М. Ҡолшәрипов үҙенең сығышында ошо ҡапма-ҡаршылыҡ тураһында һәм аппараттың һүлпән эшләүенә тәнҡит һүҙе ысҡындырҙы. Был сығышҡа ҡарата интернет сайттарында төрлө аңлатмалар уҡырға була.
    “Аҡтамыр” һәм “Күк бүре” башҡорт үҙәктәре был тәнҡит менән тулыһынса риза.
    Шулай итеп, әлеге осорҙа ҡоролтайҙың халыҡ һәм йәмәғәтселек алдында абруйы ныҡ төштө һәм ул башҡорт халҡына дөрөҫ юл күрһәтергә һәләтһеҙ тип таныла.
    Бындай осраҡта кемгә ышанырға йәғни ниндәй башҡорт йәмәғәт ойошмаһы был функцияны үҙ өҫтөнә алыр һәм халыҡ менән бөтә йәмәғәт үҙәктәрен үҙ эргәһендә берләштерер тигән һорау күптәрҙе борсорға тейеш.
    Башҡорт йәмәғәт ойошмаларының эшмәкәрлеге тураһында “Ағиҙел” журналы 2011 йылдың декабрь айындағы номерында “Вайымһыҙлыҡ һәм күндәмлек баҫа” исемле мәҡәлә менән сығыш яһап, йәмәғәтселек хәрәкәтенә объектив анализ бирергә тырыштым. Бәлки ҡайһы берәүҙәр был мәҡәлә менән килешмәйҙәрҙер. Ундайҙарға сығыш яһарға мөмкинселек.
    Башҡорт йәмәғәт үҙәктәренең эшмәкәрлегендә вайымһыҙлыҡ һәм күндәмлек бер Өфө ҡалаһына ғына хас түгел, ошондай уҡ хәл бөтөн Башҡортостанда күҙәтелә. Тик республиканың Салауат, Ишембай ҡалаларында ғына башҡорт йәмәғәт берекмәләренең эшләүе ишетелеп тора. Әммә, барыбер, ғөмүмән билдәләгәндә, республикала ХХ быуаттың 90-сы йылдарында әүҙем эшмәкәрлек алып барған күп берекмәләр эшләмәй. Мәҫәлән, Мәләүез ҡалаһында ниндәй әүҙем эшмәкәрлек алып барған “Көнгәк” башҡорт ижтимағи сәйәси үҙәкте һағынып иҫкә алырға ғына ҡалды.
    Эшләмәгәнгә күрә лә әлеге мәлдә башҡорт халҡы менән йәмғиәтселек бөтөн өлкәлә лә отола.
    Башҡорт йәмғиәт ойошмаларының эшләмәүе бер йыл ғына түгел, бына бер тиҫтә йылдан артыҡ дауам ителә. Республиканың райондарында, ҡалаларында ул башҡорт үҙәктәре әлеге төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы “Урал” башҡорт халыҡ үҙәгенең филиалдары булып төҙөлгәйне. Ул филиалдарҙың күптәре 1995 йылға беренсе бөтөн донъя башҡорттар ҡоролтайы үткәрелгәнгә тиклем бик әүҙем эшмәкәрлек алып барғайны. Һуңынан ҡоролтайҙа Башҡарма комитет төҙөлгәс, ул ойошмаларҙың күптәре яңы башҡорт ҡоролтайы башҡарма комитетына ышанып, эшмәкәрлеген һүлпәнәйтте һәм һуңынан бөтөнләй туҡтатты.
    Ә Ҡоролтай башҡорма комитетының райондарҙа, ҡалаларҙа барлыҡҡа килгән урындағы ҡоролтайҙарҙың күбеһе барыбер эшләмәне һәм әле лә эшләмәй.
    Икенсенән, ҡайһы бер башҡорт ойошмалары рәсми рәүештә эшмәкәрлек алып барған булып һаналһалар ҙа, улар үҙҙәре халыҡтан һәм йәмәғәтселектән айырылды. Рәсми тел менән әйткәндә был башҡорт ойошмалары бюрократлашты тиһәң, дөрөҫөрәк булыр.
    Улар үҙҙәре төрлө сараларға, власть органдарына халыҡ, йәмәғәтселек исеменән йөрөһәләр ҙә, ябай башҡорт халҡы, йәмәғәт әһелдәрен яҡларға ашыҡмай. Күп осраҡтарҙа ниндәй генә сетерекле мәсьәләләр килеп тыуғанда ла, улар һәр ваҡыт чиновниктар яҡлы. Бер ҡасан да халыҡты, йәмәғәтселекте, республиканың үҙаллылығын яҡлап, улар үҙҙәре генә акция ойошторманы, ә устав буйынса отчет һайлау йыйынын үткәреүҙе улар бөтөнләй онотто.
    Ошондай ойошмалар иҫәбенә Өфөлә БЙИ, “Аҡ тирмә” мәҙәни үҙәген, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәтен индерергә була.
    Үткән 2011 йылда ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте сентәбрҙә конференция үткәргәйне. Ул конференция тураһында матбуғатта нимә генә яҙманылар. Ысынбарлыҡта был сарала ябай башҡорт ҡатын-ҡыҙ мәсьәләләрен хәл итеүҙә бер ниндәй ҡарар ҡабул ителмәгән. Республиканың үҙаллылығын, федерализмды яҡлап, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте бер ниндәй акция ойошторманы һәм үткәрелгән акцияларға ла килеп ҡушылманы.
    Шулай итеп, республикала әлеге башҡорт йәмғиәт мөхитендә яуаплылыҡ булмағас, бына ошондай хәл барлыҡҡа килгән.
    Йәмғиәтселек һәм халыҡ шуһынны тарҡау, лидерҙарыбыҙҙың күптәре ҡурҡаҡ, ғалимдарыбыҙ менән милли интеллигенциябыҙ битараф. Чиновниктарҙың барыһы ла “әпкәләйҙәргә” һәм “бохайырҙарға” әйләнде. Күп кенә йәмәғәт эшмәкәрҙәрен бер ниндәй сәбәпһеҙ ҡулға алып, төрмәғә ябалар, ә халыҡ һәм йәмәғәтселек шуларҙы яҡлап, урамға ла сыға алмай. Сыҡһалар ҙа пикетҡа йәки митингҡа, барлығы унда 50 кеше генә йыйыла. Быны нисек аңларға?
    Ниңә Рәсәйҙә беренселәрҙән булып үҙ автономияһын төҙөүгә өлгәшкән бай тарихлы башҡорттар, хәҙерге ваҡытта үҙҙәрен яҡларлыҡ бер нәмә лә эшләй алмай.
    Рәсәйҙең ҡайһы бер халыҡтары был өлкәлә беҙҙе күпкә үҙып китте, Чечня, Татарстан кимәле тураһында беҙгә хыялланырға ғына. Ә татарҙар әлеге ваҡытта башҡорттарҙан бер нисә кимәлгә юғарыраҡ. Улар күпкә беҙҙән берҙәмерәк, ойошҡаныраҡ һәм егәрлерәк. Был өлкәлә рус булмаған халыҡтарҙан алтайҙар ҙа башҡорттарҙы артта ҡалдырҙы бит. Улар бер йылды ошо субъектарҙы эреләтеү сәйәсәтенә ҡаршы митинг ойоштороп, 5 меңгә яҡын кеше йыя алды һәм үҙ субъектарын ҡурсалауға өлгәште.
    Ә беҙ, башҡорттар?
    Өфөнөң үҙендә генә иң кәмендә 100 мең башҡорт йәшәй. Уларҙы республика, башҡорт халҡы мәсьәләләре борсомай микән? Шулар араһынан уҡытыусылар, талиптар, яҙыусылар, дәүләт эшмәкәрҙәре, ғалимдар республиканы субъект булараҡ бөтөрөүгә алып барған сәйәсәтте аңламайҙар микән тигән һорауҙар тыуа. Халыҡтың сәйәсәткә ҡыҫылмауында иң төп сәбәп – менталитет.
    Айырыуса Башҡортостан башҡорттары шундай менталитетҡа эйә.
    Ә бына Ырымбур, Силәбе, Саратов һәм Урта Азия йәғни башҡа яҡтан күсеп ҡайтҡан милләттәштәр Өфөләге генә түгел, бөтөн Башҡортостандағы хәлгә төшөнөп, бында барлыҡҡа килгән хәлгә аптырай. Ысынлап та республикала халыҡ шул хәлгә ҡәнәғәт. Сит яҡтан килгән башҡорттар аптырай, сөнки уларҙа бөтөнләәй икенсе менталитет тигән сағыштырыуҙарҙы халыҡтан йыш ишетергә була.
    Үҙҙәренең менталитеты буйынса Башҡортостан башҡорттары ҡурҡаҡ, тиҙ ышаныусан, күндәм, сәйәсәт өлкәһендә “аҡты” “ҡаранан” айыра, йәғни юғары власть даирәләрендәге ғәҙелһеҙлекте күрә белмәғән, йырларға, бейергә һәм эсергә яратҡан халыҡ тип атайҙар уларҙы республикалағы рустар, татарҙар һәм башҡа милләттәр. Уларҙың ғалимдары, яҙыусылары ла сәйәсәт өлкәһендә наҙандар тигән һүҙҙәр ишетергә тура килә ошо башҡорт булмаған милләт әһелдәренән.
    Ышанмаһағыҙ, ана ҡарағыҙ интернеттағы “Уфагуб” сайтын. Нисек кенә башҡорттарҙы мыҫҡылламайҙар һәм нисек кенә уларҙан көлмәйҙәр. Шул сайтты ла бит беҙ судҡа бирә алмайбыҙ.
    Халыҡтың сәйәсәткә битараф булыуында тағы бер сәбәп – Башҡортостанда Ә. Вәлиди, С. Юлаев, Алдар батыр рухлы шәхестәр ҡалмаған. Ундай рухлы шәхестәр булһа ла, уларҙы бөтөн власть структураларында ултырған хәҙерге үҙебеҙҙең “әпкәләйҙәр” һыйҙырмайҙар. Рәхимов заманында ошо “әпкәләйҙәр” милли хәрәкәткә ылыҡҡан күп кенә рухлы зыялыларыбыҙҙы эшһеҙ ҡалдырҙылар, ә ҡайһы бер төбәктәрҙә ултырып та бөттөләр. Әле лә башҡорт мөхитендә шул хәл һаҡлана. Шулай итеп әлеге Башҡорттостан “әпкәләйҙәр”, “бохайырҙар”, “ҡолой кантондар” иленә әйләнгән тиһәм, яңлышмаҫмын моғайын.
    Башҡорт йәмғиәтселегенә был хәлдән сығыу өсөн нимә эшләргә тигән һорау һәр милләттәште борсорға тейеш. Шуға күрә лә бөгөнгө йыйылышта беҙ ғалимдарҙың, аҡһаҡалдарҙың, яҙыусыларҙың, йәмәғәт ойошмалар етәкселәренең тәҡдимдәрен һәм кәңәштәрен ишетке килә.
    Иң беренсе сиратта, беҙҙең “Аҡтамыр” үҙәге йәмәғәт эшмәкәрлегенең престижын күтәреүҙе мөһим мәсьәлә тип ҡарай. Башҡортостанда йәмәғәт эшмәкәрҙәрен, башҡа төбәктәрҙән айырмалы рәүештә, бөтөн ерҙә эҙәрлекләйҙәр, хоҡуҡтарын боҙалар һәм бер ҡайҙа ла эшкә алмайҙар. Ошо хәлде башҡорттар ғына түгел, башҡа милләттән булған йәмәғәт эшмәкәрҙәре лә кисерә. Шуға күрә лә был мәсьәләне бөтөн күп милләтле республика йәмәғәтселеге менән бергә күтәрергә кәрәктер.
    Республикалағы барлыҡ башҡорт йәмәғәт берекмәләренең эшмәкәрлеген киренән тергеҙер өсөн үҙебеҙҙең эшҡыуарҙарҙан ниндәйҙер бер стимул булһа һәм райондарҙа, ҡалаларҙа урындағы йәмәғәтселектең яуаплылығы көсәйтелһә генә был мәсьәләнең хәл ителеүе мөмкин.
    Ҡоролтайҙың “Бизнес үҙәге” ошо йәмәғәт ойошмаларының акциялары йәғни уларҙың дөйөм эшмәкәрлеге буйынса ниндәйҙер бер конкурс ойошторһа һәм һуңынан халҡыбыҙҙың бер байрамында йәмәғәтселеккә арналған кисәлә еңеүселәрҙе тәбрикләһә, ул саҡта йәмәғәт берекмәләренең дә эшмәкәрлеге әүҙемләшер ине.
    Ә яуаплылыҡҡа килгәндә, “Һәр бер йәмәғәт ойошмаһы милләт, республика намыҫын яҡлай” тигән девизды урындағы халыҡ үҙәктәренең төп маҡсаты итеп күрһәтер кәрәк.
    Маҡсатҡа өлгәшеү өсөн ойошмаға әүҙем эшмәкәрлек алып барыу талап ителә. Ә ундай эшмәкәрлекте төрлө акциялар үткәреп урында һәм хатта республика масштабында хәл иткес йәмәғәт фекере тыуҙырыу тип күҙ алдына килтерер кәрәк. Ул саҡта ғына урындағы һәм республика властары йәмәғәтселекте танырға мәжбүр була.
    Йәмәғәт ойошмалары һәр ваҡыт халыҡ мәнфәғәттәрен ҡайғыртырға бурыслы, ә ниндәйҙер бер чиновникты яҡларға тейеш түгел.
    Был өлкәлә йәмәғәт ойошмаларының Бөтөн донъя башҡорттар ҡоролтайы башҡарма комитеты менән позициялары айырыла. Сөнки әлеге ҡоролтай чиновниктар мәнфәғәттәренән сығып эшмәкәрлек алып бара.
    Бөгөнгө ҡоролтай нисек булырға тейеш? Әлеге ҡоролтай Башҡарма комитеты аппараты эшмәкәрлегенә бөтөн шарттар булдырылған, әммә башҡорт йәмәғәтселеге был ярым дәүләт һәм ярым йәмәғәт органдың халыҡты дөрөҫ юлдан алып барыуына ышанмай. Шуға күрә лә ул үҙенең тәҡдимдәрен һәм киҫәтеүҙәрен белдерергә мәжбүр.
    Беренсенән, БДБК – халыҡ-ара йәмәғәт ойошмаһы булыу сәбәпле Рәсәйҙәге һәм республикалағы төрлө сәйәси уйындарҙа, ваҡиғаларҙа туранан-тура ҡатнашырға тейеш түгел. Ә һайлауҙарға килгәндә ул да илдән төрлө диндәр, конфессиялар кеүек, битараф позицияһында торһон ине. Ул саҡта ғына ҡоролтайҙың халыҡ алдында абруйы юғалмаясаҡ.
    Икенсенән, Ҡоролтай халыҡ-ара йәмәғәт ойошмаларының иттифағы исемен йөрөтөү сәбәпле республикалағы йәмәғәт үҙәктәр берекмәләр менән дә эшләргә бурыслы. Ул эште беҙ ниндәйҙер мәсьәләләр буйынса берләштерелгән йыйылыштар үткәреү, ҡоролтай менән йәмәғәт ойошмалары араларында аңлашылмаусанлыҡ, бәхәстәр тыуыу сәбәпле, “түңәрәк өҫтәлдәр” ойоштороу, йәмәғәт ойошмаһына, халыҡ үҙәгенә власть органдары, структуралары менән диалог булдырыуҙа ярҙам итеү, республика, ҡала, район масштабында берләштерелгән төрлө акциялар (митинг, пикет, манифестация) үткәреү, башҡарма комитеттың йыйылышына саҡырыу һ.б. Ҡоролтай аппараты йәмәғәт берекмәләрҙең эшмәкәрлегенә объектив баһа бирергә һәм Башҡарма комитеты составына йәмәғәт ойошмаларҙан да вәкилдәр индерергә тейеш. Үкенескә ҡаршы, быларҙың береһе лә ҡоролтай аппараты тарафынан эшләнмәй.
    Өсөнсөнән, йәмәғәт ойошмалары бөгөнгө ҡоролтай аппараты әһелдәренең эшмәкәрлегендә бер ниндәй яуаплылыҡ һиҙмәй. Ҡасан шул ҡоролтайға килмә, беренсе рәйес урынбаҫары Р.Т. Аҙнабаевтың бүлмәһе һәр ваҡыт бикле тора. Төштән һуң ул эш урынына йә сәғәт өстә, дүрттә килеп ултыра.
    Күптәр үҙ бурыстарын дөрөҫ аңламай. Мәҫәлән, рәйестең бер урынбаҫары В.М. Бәҙретдинов бурысын интернетта ниндәйҙер бер мәҡәлә яҙыу тип аңлаһа, ә Ф.Т. Әхмәтшин, йәштәрҙе ойоштороу урынына, мосолман хәрәкәтен әүҙемләштереүҙе мөһимерәк тип аңланы.
    Шуға күрә лә йәмәғәтселек һәр ҡоролтай аппараты эшмәкәренә вазифа бурыстарын (должностные обязанности) булдырыуҙы талап итә. Ул вазифа бурыстарында эшмәкәрҙең нимә эшләргә, белергә тейешлеге һәм хоҡуҡтары яҙыла. Шулай уҡ башҡа дәүләт структураларындағы кеүек, аттестация үтеүҙе лә индерһәләр, ул саҡта ысынлап та ҡоролтай етди ойошмаға әйләнер ине.
    Бына ошо 3 тәҡдим ҡоролтай тарафынан үтәлһә генә, башҡорт йәмәғәтселеге был халыҡ-ара ойошмаһына ышана. Ә инде ул, киреһенсә, айырыуса кадрҙар мәсьәләһендә ҡаршы эшләй икән, ул саҡта башҡорт йәмәғәтселегенә был органдың кәрәге юҡ.
    Граждан йәмғиәтенең бер институты аҡһаҡалдар кәңәшмәһе тураһында ла бер нисә һүҙ әйтмәйенсә булмай. Ҡайһы саҡта халҡыбыҙҙың үҙбилдәләнеш мәсьәләләрен йәмәғәт ойошмалары булдыра алмағанда, аҡһаҡал ағайҙарыбыҙҙың ярҙамына мохтажбыҙ. Бына былтыр “Аҡтамыр” үҙәге профессорҙар Рәшит ағай Шәкүр менән Вадим ағай Сафиндың ярҙамы арҡаһында мәғариф өлкәһендә кадр мәсьәләһен ыңғай хәл итеүгә өлгәшкәйне. Шулай итеп әлеге мәлдә лә ҡайһы саҡта чиновниктарҙы төшөндөрә алмағанда, аҡһаҡал ағайҙарыбыҙҙың төрлө власть әһелдәренә ҡабул ителеп, һөйләшеүҙәре күп мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам итер ине. Үкенескә ҡаршы, беҙҙең ағайҙарҙың ул өлкәлә эшләүе һиҙелмәй. Улар ҙа кемдерҙеңдер бойороғон, үтенесен көткән һымаҡ.
    Аҡһаҡалдар кәңәшмәһе башҡорт ҡоролтайы эргәһендә лә эшләргә тейеш. Әле ишетеүебеҙсә “Аҡ тирмә” үҙәге эргәһендә Ғәлим Хисамов етәкселегендә аҡһаҡалдар кәңәшмәһе бар икән. Тик беҙ уларҙың емешле эшмәкәрлеген тоймайбыҙ. Ниңә аҡһаҡалдарға БР Президенты Р.З. Хәмитовҡа инеп, федерализм, кадрҙар мәсьәләһен күтәрмәҫкә? Йәғни шул уҡ мәсьәләләр буйынса К.Б. Толкачевҡа инмәҫкә?
    Күп кенә йәмәғәт эшмәкәрҙәрен ҡулға алып, төрмәгә ултырталар. Шул мәсьәлә буйынса йыйылып, ҡарар сығарып, прокурорға йәки ФСБ начальнигына инмәҫкә? Аҡһаҡал ағайҙар! Беҙ һеҙҙең ярҙамығыҙға шуһынны мохтажбыҙ!
    Икенсенән, аҡһаҡал ағайҙар! Һеҙҙең эшмәкәрлегегеҙ ниндәйҙер чиновникты төшөндөрөү менән генә сикләнмәгән. Әлеге йәштәрҙе тәрбиәләү, уларҙан шәхес әҙерләү – былар барыһы ла аҡһаҡалдарҙың төп изге бурысы.
    Бөгөнгө йәштәр һеҙҙең тәрбиәгеҙгә һәм кәңәштәрегәҙгә шуһынны мохтаж. Шуға күрә лә улар менән аралашығыҙ, шәхси тормоштары һәм йәмәғәт, йәғни ижади эштәре менән ҡыҙыҡһынығыҙ, кәңәштәр бирегеҙ, уңыштары өсөн маҡтағыҙ, насар эштәрҙән һәм ғәҙәттәрҙән тыйығыҙ, иң мөһиме, халыҡ, республика намыҫы өсөн изге эшкә өндәгеҙ.
    Хөрмәтле йәмәғәтселек әһелдәре!

    Әлеге йыйылыш Рәсәйҙә Президент һайлауҙарына әҙерлек барғанда үтә. Һайлауҙарға тиклем барлығы ай ярым ғына ваҡыт ҡалды. Ә беҙҙең башҡорт йәмәғәтселеге һаман ойошоп бөтмәгән. Киләсәктә беҙ берҙәм көскә ойошмаһаҡ, беҙҙең республиканан бер нәмә лә ҡалмаясаҡ. Уныһы көн кеүек асыҡ.
    Шуға күрә беҙ бөгөн Президент һайлауҙарына ҡарата ла үҙ ҡараштарыбыҙҙы белдерергә тейешбеҙ. Ниндәй кандидатты Президент итеп һайларға? Ул турала аҡһаҡалдарҙан тәҡдимдәр, кәңәштәр, сығыштар көтәбеҙ.
    Бөгөн беҙ бер үҙәккә ойошҡанда йәмәғәт ойошмаларына әлеге республика власына ҡарата сәләмәт оппозиция булдырыу тураһында мәсьәләне күтәрергә кәрәк. Ни өсөн тигәндә башҡорт йәмәғәт ойошмалары яғынан ошо ваҡытҡа тиклем Башҡортостан Президентына ҡарата бер ниндәй сәләмәт оппозиция булманы.
    Рәхимов заманында бер Айрат Дильмухаметов ҡына шул оппозицияны ойоштороп маташҡайны, әммә уны башҡорт йәмәғәтселеге аңламаны. Сәләмәт оппозиция булғанға күрә лә Президент М.Ғ. Рәхимов бөтөн Башҡортостандың байлығын һатып, республиканы йәмәғәтселек теләмәгән етәксегә ҡалдырып китте.
    Оппозиция тураһында Рәсәй юғары советы спикеры Руслан Хасбулатовтың да һүҙҙәрен хәтергә алырға кәрәктер. ХХ быуаттың 90-сы йылдарында ул “Демократия оппозицияһыҙ демократия түгел, ә плутократия”, - тигәйне.
    Хәҙерге мәлдә лә БР Президенты Р.З. Хәмитов үҙ бурыстарын Конституцияға ярашлы башҡармай. Был айырыуса уның федерализм мәсьәләһен күтәрмәүҙә һәм кадрҙар тәғәйенләүҙә сағыла.
    Ошоңарса хөкүмәттә мәҙәниәт министры ҡуйылмаған һәм Р.З. Хәмитов үҙенең ярҙамсыһы итеп элекке Дәүләт Дума депутаты А. Назаровты тәғәйенләгән. Был мәғлүмәттәрҙең барыһы ла Р.З. Хәмитовтың тирә-яғындағыларҙың уйынсығына әйләнеүен иҫбатлай. Шуға күрә лә бөгөнгө йыйылыш Президент Р.З. Хәмитовҡа ҡарата ла үҙ ҡарашын белдерәсәк.
    Әгәр ҙә башҡорт йәмәғәтселеге киләсәктә гел шулай Президенттың Конститутцияға ярашлы булмаған сәйәсәтен тәнҡитләп һәм уның үҙ бурыстарын үтәүен талап итеп торһа, ул саҡта инде ниндәйҙер кимәлдә булһа ла беҙгә үҙаллылыҡты һаҡлап алып ҡалыуы мөмкин буласаҡ. Бына был инде сәләмәт оппозицияның булыуын раҫлай.
    Сығышты йомғаҡлап, йыйылышта һүҙ алырға теләгән ватандаштарға ошо докладта күрһәтелгән мәсьәләләргә ҡарата тәҡдимдәрегеҙҙе индереүегеҙҙе һорайым. Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт.
    Добавить в закладки - | Напечатать | 24 января 2012 ---
    Другие новости по теме:


    Комментарии


    Цитировать       автор: ну я   |   24 января 2012 20:10   |   Зарегистрирован: --  

    Группа: Гости
    Публикаций: 0
    Комментариев: 0
    "башҡорт халҡының ғына түгел, республикалағы барлыҡ күп милләтле халыҡтың һәм йәмғиәтселектең берҙәмлеге кәрәк" - ну....ляпнул так ляпнул! С какой стати это " республикалағы барлыҡ күп милләтле халыҡ" будет под предводительством башкирских националистов заморачивать себе голову вопросом "беҙҙең республика дәүләт булып ҡалырмы, йәғни Рәсәйҙең унитар сәйәсәте арҡаһында ул рәсми рәүештә милли автономия хәленә төшөрмө?"

    Аппетит тоже....РБ и так не явлется государством, а национальным башкирским- подавно. Им уже мало автономии!

    А ведь хорошо подмечено: "Сыҡһалар ҙа пикетҡа йәки митингҡа, барлығы унда 50 кеше генә йыйыла. Быны нисек аңларға?"- а так и понимайте, что поддержки нет у вас!

    Но самое смешное- "Шуға күрә беҙ бөгөн Президент һайлауҙарына ҡарата ла үҙ ҡараштарыбыҙҙы белдерергә тейешбеҙ. Ниндәй кандидатты Президент итеп һайларға?".
    Мнение оппозионеров, выводящих по 50 челов на митинги, никого не интересует. Так то вот....
    * *

    Цитировать       автор: ну я переводчик   |   25 января 2012 08:10   |   Зарегистрирован: --  

    Группа: Гости
    Публикаций: 0
    Комментариев: 0
    Һатлыҡ булдыҡ һәм булып ҡаласаҡбыҙ
    * *

    Цитировать       автор: ну я   |   25 января 2012 10:52   |   Зарегистрирован: --  

    Группа: Гости
    Публикаций: 0
    Комментариев: 0
    Я тебе не башкир, кретин "ну я переводчик ", hатырга мне некого. А что, хотели что то скрыть от общественности? Хрен на тебе.
    * *

    Цитировать       автор: Местный   |   26 января 2012 09:59   |   Зарегистрирован: --  

    Группа: Гости
    Публикаций: 0
    Комментариев: 0
    Башкирская общественность не обязан перед кем то в своей Башкирии. Напротив соседи и диаспоры, пребывающие в Башкирии, обязаны уважать башкир и соблюдать местные порядки. Это элементарно и считается так по всему миру.
    * *

    Цитировать       автор: Галим   |   26 января 2012 14:47   |   Зарегистрирован: --  

    Группа: Гости
    Публикаций: 0
    Комментариев: 0
    Сәләм Башкорттар!
    Рәхмәт Ирек Агишевҡа, шәп яҙғанһың. Күберәк башҡортса яҙығыҙ. Ысын башҡорт аңнар һеҙҙе. Телен онотҡан өйрәнер.
    Бәлки башҡа милләттәрҙә ҡыҙыҡһынып өйрәнер. Мәҫәлән, ну я бик шәп өйрәнгән. Ну я- һин хатлыҡ йән түгелме?
    * *

    Цитировать       автор: ну я   |   26 января 2012 15:45   |   Зарегистрирован: --  

    Группа: Гости
    Публикаций: 0
    Комментариев: 0
    автор: Галим , ты что, епт...я тебе не чтец какой нибудь! Советское образование получил! Башкирский язык знаю почти что в совершенстве, у меня только башкирской клавиатуры нет ,а то и написал бы. И с литературой знаком, и сказки знаю, и фольклор. А уж пою народные песни- заслушаешься!
    * *

    Цитировать       автор: КТ   |   26 января 2012 20:33   |   Зарегистрирован: --  

    Группа: Гости
    Публикаций: 0
    Комментариев: 0
    Страдает вся колония - все ее население,

    когда около 75% налоговых поступлений уходит в Центр

    и кормятся ими дотационнные регионы (иждивенцы, тунеядцы Центральной России).
    * *

    Цитировать       автор: ну я   |   26 января 2012 21:05   |   Зарегистрирован: --  

    Группа: Гости
    Публикаций: 0
    Комментариев: 0
    автор: КТ .

    Тунеядцев и у нас много, но в общем- смысл понятен и согласен с тобой. Почти.
    Правильно будет- не в Центральную Россию, а на Кавказ. Нехорошо врать то.
    * *

    Цитировать       автор: галим   |   27 января 2012 06:51   |   Зарегистрирован: --  

    Группа: Гости
    Публикаций: 0
    Комментариев: 0
    Ирек Агишев үҙ фекеребеҙ, уйыбыҙ менән бүлешеүн теләй. Мин шуны әйткем килә- башҡорт халҡының алдағы көнөн ҡайғыртҡан башҡорттар етәрлек. Ләкин әлеге ҡондә митингалар, демострациялар ойоштороу һәм унда ҡатнашыу ауырға төшә, сөнки административ эшселәрҙең беҙгә ҡарашылығын курһәтә.Мин мосолман динен күтәреүен тәҡтим итәм, сөнки унһыҙ бер нисек тә эш алға бармаясаҡбыҙ. Мосолман дине үҙе берҙәмлеккә әпкилә. Ысын мосолман үз телен онотмаҫ, үз миләтенең абруйын төшөрмәҫ.
    * *

    Цитировать       автор: ну я переводчик   |   27 января 2012 07:59   |   Зарегистрирован: --  

    Группа: Гости
    Публикаций: 0
    Комментариев: 0
    ну я Если ты живешь в Башкирии и против башкир - ты есть предатель независимо от происхождения религиозности также независимо от цвета кожи, монголскости африканости и от места службы
    * *

    Цитировать       автор: ну я   |   27 января 2012 10:49   |   Зарегистрирован: --  

    Группа: Гости
    Публикаций: 0
    Комментариев: 0
    Дурак ты, автор: ну я переводчик . Я против дураков, а не башкир.
    * *

    Цитировать       автор: КТ   |   27 января 2012 11:18   |   Зарегистрирован: --  

    Группа: Гости
    Публикаций: 0
    Комментариев: 0
    Дотационным является как раз Центральная Россия, и Золотое кольцо.
    * *

    Цитировать       автор: Галим   |   27 января 2012 12:58   |   Зарегистрирован: --  

    Группа: Гости
    Публикаций: 0
    Комментариев: 0
    автор: ну я - ты хороший стукач. Похоже ты и в армии не служил, а то там как ты до дембеля не доживают. Сегодня на башкир стучишь, завтра на русских. Ты противен всем народам России.
    * *

    Цитировать       автор: Ну я переводчику   |   27 января 2012 13:50   |   Зарегистрирован: --  

    Группа: Гости
    Публикаций: 0
    Комментариев: 0
    Ну я переводчик Если бы не против башкир то не путался бы тут под ногами
    * *

    Цитировать       автор: ну я   |   27 января 2012 21:54   |   Зарегистрирован: --  

    Группа: Гости
    Публикаций: 0
    Комментариев: 0
    А вы разве башкиры?!!

    Башкиры- это люди, с которыми я вместе рос, учился, живу, работаю, дружу и общаюсь. Это нормальные люди, которые не требуют уважения на том основании, что они башкиры, а добиваются этого тем фактом- что они хорошие, добродушные и работящие люди. Я других и не встречал, но то- в жизни, а здесь сайт полон ничтожеств...
    Откуда вы беретесь, позорники?
    * *

    Цитировать       автор: Табип   |   28 января 2012 23:44   |   Зарегистрирован: --  

    Группа: Гости
    Публикаций: 0
    Комментариев: 0
    ну я раз начал учить башкир башкирскости - тебе к врачу
    * *

    Цитировать       автор: ну я   |   29 января 2012 00:02   |   Зарегистрирован: --  

    Группа: Гости
    Публикаций: 0
    Комментариев: 0
    Учись, малай, учись, это полезно. Хотя бы башкирскости, что ли, табиб из тебя- что курай из кондома.
    * *

    Цитировать       автор: Irirnasexsigirl   |   3 февраля 2012 02:26   |   Зарегистрирован: 1.02.2012  

    Группа: Гости
    Публикаций: 0
    Комментариев: 37
    Всем Привет !!! интим знакомства без регистрацииСайт секс знакомств создан для того, чтобы люди могли предложить друг другу интим бесплатно. Всё начинается и заканчивается как обыкновенный виртуальный флирт, который никого ни к чему не обязывает. Но иногда, посетив сайт знакомств для секса, люди встречаются и неплохо проводят время друг с другом. Впрочем, те, кому хочется всего и сразу, тоже запросто находят единомышленников именно здесь. Секс знакомства иной раз так заманчивы! Добро пожаловать в сайт знакомств mail
    * *

    Цитировать       автор: Vikaregina   |   4 февраля 2012 11:37   |   Зарегистрирован: 3.02.2012  

    Группа: Гости
    Публикаций: 0
    Комментариев: 4
    Лазила в сети, наткнулась на портал приколов. Вы только посмотрите: Приколы. До сих пор ржу, не могу. :-D
    * *

    Цитировать       автор: Irirnasexsigirl   |   5 февраля 2012 05:52   |   Зарегистрирован: 1.02.2012  

    Группа: Гости
    Публикаций: 0
    Комментариев: 37
    Всем Привет !!! секс знакомства по телефонуСайт секс знакомств, набирающий все большую популярность в мировой паутине с каждым днем. В наше время сексуальная свобода является одним из основопологающих факторов современного общества, теперь, чтобы раскрыть свой сексуальный потенциал интимных желаний, вам достаточно лишь познакомиться с партнером на нашем сайте секс знакомств, назначить встречу и развлекаться! Добро пожаловать в большой сайт знакомств мамба
    * *

    Цитировать       автор: Irirnasexsigirl   |   7 февраля 2012 16:01   |   Зарегистрирован: 1.02.2012  

    Группа: Гости
    Публикаций: 0
    Комментариев: 37
    Всем Привет !!! как познакомиться с девушкойСайт секс знакомств, набирающий все большую популярность в мировой паутине с каждым днем. Мы здесь поможем вам осуществить ваши мечты. Все ищут радостные события и любовь в их жизни, но это очень трудно найти. Интим знакомства помогут вам встретить людей, таких как вы, которые ищут взрослые отношения. Если вы стремитесь превратить ваши эротические фантазии в действительность то, не задумываясь, присоединяйтесь к нам и просматривайте тысячи анкет женщин, мужчин и пар. Добро пожаловать в знакомства бесплатно
    * *

    Цитировать       автор: DeekLosedus   |   13 февраля 2012 14:10   |   Зарегистрирован: 4.02.2012  

    Группа: Гости
    Публикаций: 0
    Комментариев: 10
    * *

    Цитировать       автор: RichardMaretti   |   15 февраля 2012 09:06   |   Зарегистрирован: 15.01.2012  

    Группа: Гости
    Публикаций: 0
    Комментариев: 1
    This is Babulerman.
    * *

    Цитировать       автор: Snimemnscooca   |   15 февраля 2012 10:57   |   Зарегистрирован: --  

    Группа: Гости
    Публикаций: 0
    Комментариев: 0
    Cialis vs Viagra, Viagra online, Sildenafil MomMoigoCague - <a href=http://intranet2.lternet.edu/sites/intranet2.lternet.edu/files/ctools/>C
    ialis vs Viagra, Viagra online, Sildenafil</a> , http://intranet2.lternet.edu/sites/intranet2.lternet.edu/files/ctools/
    * *

    Цитировать       автор: LEROTOP   |   17 февраля 2012 05:21   |   Зарегистрирован: 16.02.2012  

    Группа: Гости
    Публикаций: 0
    Комментариев: 12
    * *

    Цитировать       автор: mifiadlindifs   |   22 февраля 2012 22:48   |   Зарегистрирован: 18.02.2012  

    Группа: Гости
    Публикаций: 0
    Комментариев: 19
    * *

    Цитировать       автор: vkusnoda   |   23 февраля 2012 18:53   |   Зарегистрирован: 23.02.2012  

    Группа: Гости
    Публикаций: 0
    Комментариев: 4
    Всес здравсвуйте, пора уже, вас опзнаокмитьс диетические бутерброды
    так же там есть книга кухни народов мира
    но самое главное не упустите это спиртные напитки цены

    Внатуре же там еесть вот овощи в пакете

    От души рад за пару секунд внмиания
    * *

    Цитировать       автор: kortikams   |   23 февраля 2012 20:18   |   Зарегистрирован: 21.02.2012  

    Группа: Гости
    Публикаций: 0
    Комментариев: 37
    moi poiskovic bing27.com
    * *

    Цитировать       автор: votonyaa   |   24 февраля 2012 21:59   |   Зарегистрирован: 22.02.2012  

    Группа: Гости
    Публикаций: 0
    Комментариев: 5
    * *

    Цитировать       автор: elemnbeaumurf   |   25 февраля 2012 18:10   |   Зарегистрирован: --  

    Группа: Гости
    Публикаций: 0
    Комментариев: 0
    Buy Levaquin Online - <a href=http://www.formspring.me/RoyFardinson/q/177161520650685649>Buy Levaquin Generic</a> , http://www.formspring.me/RoyFardinson/q/177161520650685649 Buy Levaquin 500mg
    metronidazole 500mg - <a href=http://www.formspring.me/JenneferToyama/q/238983985630285391>buy metronidazole</a> , http://www.formspring.me/JenneferToyama/q/238983985630285391 buy metronidazole
    singulair canada - <a href=http://www.formspring.me/RoyMilton/q/177164556655696549>singulair 10mg</a> , http://www.formspring.me/RoyMilton/q/177164556655696549 singulair cost
    tadacip cipla - <a href=http://www.formspring.me/YungRuacho/q/237958709278414674>tadacip cipla for sale</a> , http://www.formspring.me/YungRuacho/q/237958709278414674 tadacip cipla california
    Silagra Uk - <a href=http://www.formspring.me/ErmaMorvillo/q/182193560907441640>Silagra</a
    > , http://www.formspring.me/ErmaMorvillo/q/182193560907441640 Silagra
    la disfuncion - <a href=http://www.formspring.me/IsidroMulry/q/240008100445165979>pastillas para la impotencia sexual</a> , http://www.formspring.me/IsidroMulry/q/240008100445165979 pastillas para la impotencia sexual
    misoprostol philippines fast delivery - <a href=http://www.formspring.me/EttieChenault/q/244089657753604891>Misoprostol&
    lt;/a> , http://www.formspring.me/EttieChenault/q/244089657753604891 Misoprostol
    buy cheap nolvadex - <a href=http://www.formspring.me/AndraMaddux/q/179283911086467172>cheapest nolvadex</a> , http://www.formspring.me/AndraMaddux/q/179283911086467172 nolvadex research
    buy thyroxine tablets - <a href=http://www.formspring.me/DahliaCogan/q/237960221819941264>buy thyroxine tablets fast delivery</a> , http://www.formspring.me/DahliaCogan/q/237960221819941264 buy thyroxine tablets
    * *

    Добавление комментария
     
    Ваше Имя:
    Ваш E-Mail:
    Код:
    Включите эту картинку для отображения кода безопасности
    обновить, если не виден код
    Введите код: