Халыҡтан һәм йәмәғәтселектән айырылған «әпкәләйҙәр» ҡоролтайы
Просм.: 4336 Дата : 16 апреля 2012
Әлеге ваҡытта башҡорт халҡының үҙбилдәләнешен республикала ғына түгел, Рәсәйҙә һәм Ер шарында Бөтөн донъя башҡорттар ҡоролтайы күрһәтеп тора. Шуға күрә лә әлеге ҡатмарлы заманда ҡоролтайҙың эшмәкәрлегенә һәр йәмәғәт әһеле битараф була алмай.
Һуңғы осорҙа ҡоролтай эшмәкәрлегендә байтаҡ үҙгәрештәр булды. Ул турала бик күп интернет сайттарында, матбуғат биттәрендә яҙылып барҙы. Шулай ҙа ҡоролтай эшмәкәрлегенең ҡайһы бер мәсьәләләрен асыҡлау ниәтенән халыҡты һәм йәмәғәтселекте был өлкәләге яңылыҡтар менән таныштырып китергә кәрәктер.
Халыҡҡа мәғлүм булыуынса, 2010 йылдың июнь айында III Бөтөн донъя башҡорттар ҡоролтайы үткәйне. Был ҙур сарала тейешле резолюция һәм мөрәжәғәттәр ҡабул ителде. Ҡоролтайҙың рәйесе ителеп яңы ғына был вазифала эшләй башлаған Азамат Зәки улы Галин раҫланды.
Тик был яуаплы поста ул оҙаҡ ултыра алманы. Шул уҡ йылдың октябрь айында Азамат Галин ҡоролтай рәйесе вазифаһынан бушатылды. Уның урынына Ҡоролтай башҡарма комитеты йәш ғалим, социология фәндәре кандидаты Илгиз Замфир улы Солтанморатовты һайланы.
Илгиз Солтанморатов та 2010 йылдың октябрь айынан 2011 йылдың июль айына тиклем генә рәйес вазифаһын биләне. Һуңынан Ҡоролтай башҡарма комитеты тағы яңы рәйес һайланы. Ул Дәүләт Дума депутаты, Силәбе башҡорто Марсель Харис улы Йосопов булды.
Яңы рәйес һайланғас, барса башҡорт йәмәғәтселеге Ҡоролтай башҡарма комитетының емешле эшмәкәрлеген көттө. Үкенескә ҡаршы, өмөттәр аҡланманы…
Күптәрҙе ниңә ҡоролтайға әле ышанып булмай һәм бында кем ғәйепле тигән һорауҙар борсойҙор. Бындай һорауҙарҙың яуабын Ҡоролтай башҡарма комитеты менән аппарат исемлегенә эләккән кешеләрҙә эҙләргә кәрәктер.
2010 йылда III Бөтөн донъя башҡорттар ҡоролтайына республика менән урындағы хәкимиәттәр делегат итеп гел чиновниктарҙы һайлаттырҙы. Ә халыҡ, республика мәнфәғәттәрен яҡлап, эшмәкәрлек алып барған башҡорт йәмәғәт ойошмаларынан берәү ҙә тиерлек һайланманы. Шул делегаттар исемлегенән алтмыштан артыҡ әһелдән торған Башҡарма комитет ҡоролтайҙа һайланды.
III Бөтөн донъя башҡорттар ҡоролтайын үткәргәндә аппаратҡа гел йәш белгестәрҙе индергәйнеләр. Уларҙың ҡоролтайҙы тейешле кимәлдә үткәреүҙә ниндәйҙер өлөшө булды, әммә был йәш белгестәрҙең күбеһе йәмәғәтселектән йыраҡ кешеләр ине. Һуңынан Ҡоролтай аппараты эшләп киткәс, был белгестәр ҡоролтайҙың эшмәкәрлегендә артыҡ әүҙемлек күрһәтмәне. Эшкә килһәләр ҙә улар компьютерҙа теләһә ниндәй уйындар уйнап ваҡыт үткәрҙе.
Яңы Ҡоролтай башҡарма комитеты ултырыштары, йыйылыштары һәр ваҡыт тиерлек тулы составта үтмәне. Ҡайһы бер чиновниктар, йәғни бәғзе осраҡлы әһелдәр күп йыйылыштарға килеп тә күренмәне. Ундай сараларҙа кворум булмаһа ла, барыбер секретариат протоколдарҙа йыйылыш ҡарарҙарын законлы тип белдереп барҙы.
Мәҫәлән, 2010 йылдың 16-18 июль көндәрендә Президент М.Ғ. Рәхимов отставкаға китеү сәбәпле, республикаға яңы дәүләт башлығы итеп, Мәскәү Р.З. Хәмитовты тәҡдим иткән ваҡытта Ҡоролтай башҡарма комитеты үҙенең сираттан тыш йыйылышын үткәрергә тип, барлыҡ комитет ағзаларын саҡырғайны, ләкин уларҙың күптәре килмәне. Шулай итеп республика яҙмышы хәл иткән ваҡытта ла Ҡоролтай башҡарма комитеты тулы составта йыйыла алманы. Ә ул йыйылышҡа халыҡ, республика мәнфәғәттәрен яҡлап, гел сығыш яһаған башҡорт йәмәғәт ойошмалары ғына килеп, ҡоролтай рәйесе менән уның урынбаҫарҙарына ҡаты талаптар ҡуйып, 2010 йылдың 19 июлендә үтәсәк Дәүләт Йыйылышын пикетлауҙа ҡатнашырға тип, ҡарар сығарғайны.
Ә ул 19 июль көнө Дәүләт Йыйылышы Р.З. Хәмитовты Президент итеп раҫларға тейеш ине. Шул көндә лә республика парламентын пикетларға тик йәмәғәт ойошмалары ғына барҙы, ә ҡоролтай рәйесе А.З. Галин, уның урынбаҫарҙары һәм аппарат әһелдәре бөтөнләй унда килмәне.
Ҡоролтай башҡарма комитеты йыйылыштары әле лә элекке Советтар заманындағы Коммунистар партияһы съездары рухындағы кеүек үткәрелә. Ул йыйылыштарҙа чиновниктарға, республика властарына ҡарата, бер ниндәй тәнҡит сығыштар ишетмәҫһең.
Ҡоролтай рәйесе йәки уның урынбаҫары нимә тиһә, бөтәһе лә уның менән килешеп тик ултыра. Халыҡ, республика, кеше яҙмышы, кеше хоҡуҡтары кеүек мәсьәләләр бөтөнләй күтәрелмәй.
Башҡорт йәмәғәт ойошмаларына ҡарата әлеге ҡоролтай ике төрлө позицияла тора. Халыҡ менән эшләгән, республика яҙмышы мәсьәләләрен күтәреп, эшмәкәрлек алып барған “Күк Бүре”, “Аҡ тамыр” кеүек ойошмаларҙы ул ситләтә. Улар менән “түңәрәк өҫтәл” үткәрергә бөтөнләй ҡаршы һәм йыйылыштарға ла саҡырмай. Ә халыҡ мәсьәләләрен күтәрмәгән, бер ниндәй сәйәси акциялар үткәрмәгән, уйын-көлкө кеүек кенә саралар ойоштороп эшмәкәрлек алып барған “Аҡ тирмә”, “Башҡорт йәштәре иттифағы” берекмәләре вәкилдәрен әлеге ҡоролтай, киреһенсә, Башҡарма комитет составына индерә, уларҙың мәсьәләләрен хәл итә. Шулай итеп, хәҙерге Йәмәғәт Берекмәләренең Халыҡ-ара Иттифағы, “Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгрессы)” башҡорт ойошмаларын “үҙҙәренекенә” һәм “яттарға” бүлгән. Халыҡ, республика өсөн көрәшеп йөрөгән ойошмалар ҡоролтай өсөн “яттар”, ә бер нәмә лә эшләмәгән, бюрократлашып бөткән ойошмалар уның өсөн “үҙебеҙҙекеләр” булып сыға. Нимә генә тип аҡларға тырышмаһындар был позицияны, халыҡ өсөн бөгөнгө ҡоролтай “әпкәләйгә” әүерелгән.
Элгәре ҡоролтай башҡа йәмәғәт берекмәләре менән бергә телде, Торатау тауын, хәрби хеҙмәттәге милләттәштәрҙең хоҡуҡтарын яҡлап митинг, пикет кеүек акцияларҙа ҡатнаша ине, ә хәҙер ул эш бөтөнләй туҡталды. 2011 йылдың 11 декабрендә башҡорт йәмәғәт ойошмалары Айрат Дилмөхәмәтов менән Фәнзил Әхмәтшиндың иреккә сығарылыуын талап итеп пикет ойошторғайны. Шул акцияғала ҡоролтай аппаратынан берәү ҙә килмәне. Ә бит Фәнзил Әхмәтшин аппарат эшмәкәре, ҡоролтай рәйесенең урынбаҫар вазифаһын биләй. Шулай итеп, әлеге ҡоролтай халыҡты ғына түгел, үҙенең хеҙмәткәрҙәрен дә яҡларға теләмәй.
Бөгөнгө ҡоролтайҙың “әпкәләйҙәр” позицияһында тороуҙың төп ғәйебе уның етәкселегендә. Әлеге мәлдә ҡоролтай рәйесе менән уның өс урынбаҫарының эшмәкәрлеге башҡорт йәмәғәтселеген ҡәнәғәтләндермәй. Сөнки йәмәғәт ойошмалары менән халыҡ вәкилдәре ниндәй генә мәсьәләләр буйынса ҡоролтайға мөрәжәғәт итмәһен, бер ваҡытта ла өс урынбаҫар мәсьәләләрҙең ыңғай хәл ителеүен хәстәрләмәне, ә ҡайһы осраҡтарҙа улар үҙҙәре чиновниктар позицияһына күсеп, йәмәғәтселеккә ҡаршы екеренде. Урынбаҫарҙар араһынан башҡорт йәмәғәт ойошмаларының эшмәкәрлеген иң ныҡ тотҡарлаған булып хәҙерге осорҙа Р.Т. Аҙнабаев тора.
Р.Т. Аҙнабаев йәмәғәтселек менән халыҡтан иң йыраҡ торған элекке чиновник. Ҡоролтайға ул 2004 йылда “Апитерапия” үҙәгенән килгәйне. Бер-нисә йыл ул рәйес Әхмәт Сөләймәновтың урынбаҫары булып эшләгәйне. Һуңынан 2006 йылда Ә.Сөләймәнов Ҡоролтай башҡарма комитеты рәйеслегенән бушатылғас, ул ваҡытлыса рәйес вазифаһы бурыстарын башҡарҙы. Аҙаҡ уны рәйес итеп үрләткәйнеләр, ләкин ул вазифала оҙаҡ эшләй алманы.
Р.Т. Аҙнабаевтың ҡоролтайҙағы каръераһы өсөн 18 декабрь бәхетһеҙлек килтергән көнгә әүерелде. 2008 йылдың 18 декабрендә уны рәйес вазифаһынан бушаттылар, һәм ҡоролтайҙың яңы рәйесе ителеп Батырхан Мырҙабаев ҡуйылды. Үкенескә ҡаршы, был Мәскәүҙән килгән Саратов башҡорто Б. Мырҙабаев та был поста оҙаҡ эшләй алманы. 2009 йылдың яҙына табан уны ла был вазифанан сығарҙылар. Шунан йәнә Р.Т. Аҙнабаевҡа ҡоролтайҙың “теҙгенен” тотторҙолар. Шулай ул яйлап ҡына эшләй ине, 2009 йылдың 18 декабре еткәс, тағы ла Хөкүмәт рәйес урынбаҫары И.Ғ. Илешев тарафынан бәләкәй генә йыйылыш үткәрелде, һәм Р.Т. Аҙнабаев йәнә был вазифанан төшөрөлдө.
Ҡоролтай башҡарма комитетының яңы рәйесе ителеп ғүмерҙә йәмәғәтселек мөхитендә ҡатнашмаған Азамат Зәки улы Галин ҡуйылды. 2010 йылдың июнь айында үткәрелгән III Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы А.З. Галинды рәйес вазифаһында раҫлағас, Р.Т. Аҙнабаев был юлы рәйес урынбаҫары вазифаһында ҡала алманы. Яңы рәйес А.З. Галиндың урынбаҫарҙары ителеп Ф.Т. Әхмәтшин менән В.М.Бәҙретдинов һайланғайны.
Әммә һуңынан ҡоролтай етәкселегендә тағы үҙгәрештәр булып үтте. 2010 йылдың октябрь айында Ҡоролтай башҡарма комитеты А.З. Галинды рәйес вазифаһынан бушатып, яңы етәксе И.З. Солтанморатовты һайлағас, урынбаҫарҙары араһында ла яңы һайлауҙар булды. Рәйестең беренсе урынбаҫары ителеп, киренән, Р.Т. Аҙнабаев һайланды. Ана шул ваҡыттан алып Р.Т. Аҙнабаев әлеге осорға тиклем ҡоролтай рәйесенең беренсе урынбаҫары вазифаһын биләй.
Р.Т. Аҙнабаев үҙенең эшмәкәрлегендә йәмәғәтселек менән республика хакимиәтенә ҡарата ниндәй позицияла торорға белмәне. Әгәр ҙә ул 2004-2006 йылдар осоронда нисектер йәмәғәт ойошмаларына яҡыныраҡ булып күренһә лә, һуңынан рәйес вазифаһын биләй башлағас, ул бөтөнләй үҙгәрҙе. Йәмәғәтселектән, халыҡтан йыраҡлашты һәм элекке чиновник ғәҙәттәренә кире ҡайта башланы.
Юғарынан бирелгән күрһәтмәләрҙе үтәгәндә, уны үҙ халҡына зыянлы итеп, арттырып башҡарҙы. Мәҫәлән, 2008 йылда мәғариф өлкәһендә милли төбәк компонентты яҡлап, “Аҡтамыр”, “Күк Бүре” ойошмалары пикет үткәрергә йыйынды. Ул акцияға барлыҡ башҡорт йәмәғәт берекмәләре, уҡытыусылар саҡырылғайны. Әммә мәғариф министрлығы үҙ линияһы аша уҡытыусыларҙың, мәғариф хеҙмәткәрҙәренең был акцияла ҡатнашыуын тыйҙы. Р.Т. Аҙнабаев та акция алдынан ҡоролтай аппаратының әһелдәрен был пикетҡа ебәрмәне. Ул үҙе лә ҡатнашманы, теләүселәрҙе лә пикетҡа барырға тыйҙы.
Уның шундай бюрократик ҡыланыштары башҡорт йәмәғәтселеген тарҡата ғына. “Аҡтамыр”, “Күк Бүре” берекмәләре Р.Т.Аҙнабаевтың был ғәҙәттәренән арыны һәм уның ғөмүмән Ҡоролтай башҡарма комитеты аппаратында ултырыуын бөтөнләй күрергә теләмәй. Ниндәй генә мәсьәлә буйынса уға мөрәжәғәт итмә, ул гел чиновниктарҙы яҡлап, халыҡ, йәмәғәтселек талаптарына ҡаршы тора.
2011 йылда Р.Т.Аҙнабаев “Аҡтамыр” үҙәгенең мәғариф өлкәһендәге кадрҙар мәсьәләһе буйынса позицияһына ҡаршы сыҡты. Ҡайһы бер башҡорт мәктәптәре, гимназиялары, директорҙарының алмаштырыу мәсьәләһе күтәрелгәйне, ә Р.Т. Аҙнабаев, киреһенсә, уларҙы яҡланы, һәм “Аҡтамыр” үҙәгенең мәғариф министрлығы менән һөйләшелеп хәл ителгән мәсьәләләрҙең барыһын да юҡҡа сығарҙы. Ошо хәлдән һуң “Аҡтамыр” үҙәге Ҡоролтай башҡарма комитетынан “түңәрәк өҫтәл” үткәреүҙе талап итеп, уның рәйесе И.З.Солтанморатовҡа мөрәжәғәт иткәйне. “Түңәрәк өҫтәл” 2011 йылдың июль айына тәғәйенләнгәйне генә, үкенескә ҡаршы, шул осорҙа сираттан тыш үткәрелгән Ҡоролтай башҡарма комитеты И.З.Солтанморатовты рәйеслектән бушатты. Ә ҡоролтай рәйесе ителеп М.Х. Йосопов ҡуйылғас, “түңәрәк өҫтәл” бөтөнләй көн тәртибенән алып ташланды.
Был ҡаршылыҡтың барыһын да Р.Т.Аҙнабаев ойошторҙо. Р.Т.Аҙнабаев “түңәрәк өҫтәл” үткәреүҙе талап итеп яҙған “Аҡтамыр” үҙәгенең хатын сәркәтиптең папкаһынан бөтөнләй алдыртып ташлатҡан булған. 2011 йылдың 5 авгусында М.Х.Йосопов барлыҡ йәмәғәт ойошмалары вәкилдәрен йыйып, ултырыш үткәргән. Шунда бөтөн башҡорт берекмәләре вәкилдәре Р.Т.Аҙнабаевты бик ҡаты тәнҡитләгән. “Күк Бүре” лидеры А.Сәлмәнов “һатлыҡ йән” тип ошо ултырышта уны ныҡ хурлаған.
Әммә ошо саранан һуң да ул бер ниндәй фәһем алманы. Ҡоролтай рәйесе М.Х.Йосопов эш урынында бөтөнләй күренмәй. Ул бөтөн ҡоролтай эшен тулыһынса Р.Т.Аҙнабаевҡа ышанып тапшырған. Шуға күрә лә беренсе урынбаҫар ҡоролтайҙа үҙен “хужа” итеп тойоп, нимә теләне шуны эшләне һәм эшләй. 2011 йылдың июль-август айҙары буйы Р.Т.Аҙнабаев үҙенең 70-йыллыҡ юбилейына наградалар хәстәрләне. Ә һуңынан юбилейын үткәргәс, ҡасан теләй шул ваҡытта эшкә килде. Эш урынына ул төштән һуң сәғәт 4-кә, йәғни 5-кә генә килеп етә торғайны. Ҡасан ҡарама, уның бүлмәһе күп осраҡта бикле тора. Дәүләт Думаға һәм Президент һайлауҙарында ул бөтә башҡорт халҡын “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһе менән В.В Путинға тауыш бирергә өгөтләне.
Башҡорт йәмәғәт ойошмаларының яңы ғына барлыҡҡа килгән “Аҡһаҡалдар ҡоро” Ҡоролтай башҡарма комитетының халыҡты дөрөҫ юлдан алып бармауын билдәләй. Әлеге Ҡоролтай башҡарма комитеты халыҡты “әпкәләйҙәр” юлынан алып бара. Киләсәктә халыҡ менән йәмәғәтселек был йүнәлеш буйынса юл тотһа, бөтөнләй Ватанһыҙ ҡалыуыбыҙ мөмкин. Шуға күрә лә “Аҡһаҡалдар ҡоро” һайлау алды кампанияһында В.М. Бәҙретдинов менән Р.Т. Аҙнабаевтың В.В. Путин өсөн тауыш бирергә өгөтләгәнен хаинлыҡ тип баһалай һәм киләсәктә улар икеһе лә был вазифаларҙы бушатырға тейеш тип белдерә. Аҡһаҡалдар һүҙе ҡаты, әммә ул хаҡлы һәм ғәҙел.
Ирек Әбделхаҡ улы Агишев
“Аҡтамыр” башҡорт үҙәге рәйесе
http://www.bashforum.net
Добавить в закладки - | Напечатать | 16 апреля 2012 ---
Другие новости по теме:
- ХУШЛАШЫУ ҺҮҘЕ
- В Уфе состоится Круглый стол по вопросам политической ситуации в Башкортост ...
- ИҒЛАН
- Яңы йыл менән!
- Башҡорт теленең дәүләт теле рәүеш ...
Комментарии
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.