Поиск
Популярные статьи
    Архив
    Ноябрь 2017 (1)
    Июль 2017 (4)
    Июнь 2017 (1)
    Май 2017 (4)
    Апрель 2017 (5)
    Март 2017 (4)
    Наши ссылки

    вот страница аренда офиса в бизнес центре Интеграл многие офисы с мебелью
    Панель управления
    логин :
    пароль :
  • Напомнить пароль?
     
    .

    Башҡорт теленең дәүләт теле рәүешендә уҡытылыуын яҡлап «Аҡтамыр» пикет ойошторҙо

    Просм.: 5414 Дата : 30 мая 2012

    2012 йылдың 26 майында «Аҡтамыр» башҡорт үҙәге башҡорт теленең дәүләт теле рәүшендә уҡытылыуын яҡлап пикет ойошторҙо. Пикетты тәүҙә Ҡала советы майҙанында үткәреү ҡаралғайны, һуңынан Ҡала хәкимиәте икенсе урынға күсереүҙе тәҡдим итте. Пикет «Спорт» һарайы майҙанында 16 сәғәттән 17 сәғәткә тиклем осоронда үткәрелде.
    Был акцияла беҙ уҡытыусыларҙы, башҡа йәмәғәт ойошма вәкилдәрен күрергә теләгәйнек. Шуға ла Ҡала хәкимиәтенә яҙылған уведомленияла 120-гә яҡын кеше ҡатнаша тип яҙғайныҡ.
    Шакша биҫтәһе 122-се башҡорт гимназияһынан, «Төньяҡ амурҙары» хәрби клуб рәйесе Илдар Шәйәхмәтов, «Туған тел» ойышмаһы рәйесе Т.Ғ. Мөхтәров, 20-се башҡорт гимназияһынан уҡытыусылар ҙа саҡырылғайны. Кыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙы күреп булманы.
    Акцияға барлығы 50-гә яҡын кеше килде. «Күк бүре» башҡорт хоҡуҡ һаҡлау хәрәкәте егеттәренә ҙур рәхмәт белдерергә килә. Улар бик әүҙем булды был акцияла. Плакаттар, лозунгтар күтәрелде. Шуныһы ҡыуаныслы булды, рус телле халҡы беҙҙе хупланы. Ҡайһы берҙәре «Ниңә ҡыйыуыраҡ булмайһығыҙ?» - тип беҙҙе дәртләндереп китте. Ә бына беҙҙең башҡорттар, киреһенсә, аптратты ғына. Бер урта йәштәрҙәге ир беҙҙең янға килеп, екереп китте.
    Ләкин нисек кенә булмаһын, пикетта ҡатнашыусылар провокацияға бирелмәне. Рөхсәт ителгән ваҡыт буйы лозунгтар күтәреп торҙоҡ.
    Ә аҙаҡтан бер ике сығыш булды. Һуңынан пикетселәрҙең республиканың күп милләтле халҡына һәм йәмәғәтсегеленә мөрөжәғәт ҡабул ителде.
    Мөрөжәғәттән һуң «Күк бүре» егеттәре “Күк буре – азтлыҡ өсөн” тип оран кыскырҙы.
    Шулай итеп, Аҡтамыр ойошторған акция тамамланды.

    Ирек Агишев – Аҡтамыр үҙәге рәйесе


    Кук буре предупреждает всех, что за комментарии, содержащие экстремизм, оскорбления отдельных личностей и социальных групп администрация сайта ответственности не несёт, а написавшие их люди, скорее всего, будут привлечены к ответственности, предусмотренной российским законодательством.
    ПОМНИТЕ! Вы несете ответственность за оставленные отзывы! При добавлении отзыва будет сохранен ip Вашего компьютера. Если хотите оставить отрицательный отзыв, всегда можно подобрать корректные сло
    ва.
    Добавить в закладки - | Напечатать | 30 мая 2012 ---
    Другие новости по теме:


    Комментарии


    Цитировать       автор: Ринат   |   6 июня 2012 12:29   |   Зарегистрирован: --  

    Группа: Гости
    Публикаций: 0
    Комментариев: 0
    Башҡорт телен яҡлау бөгөнгө ваҡытта һәр бер башҡорттоң бурысы. Элекке ваҡытта Башҡортостанды колониаторҙар талағандар, халҡыбыҙҙы ҡол итмәксе булғандар.шуға ҡаршы беҙҙең ата-бабаларыбыҙ һәр ваҡыт яуға ктәрелгәндәр. Башҡорт бер ваҡытта ла ҡол рухлы булмаҡан. Бөгөнгө ваҡытта улар мәктәптә башҡорт телен юҡ итеп, беҙҙе рухи яҡтан юҡ итмәксе булып маташалар. Бөгөн 1-се класста башҡорт телен алып ташлағандар.Был енәйәт - сөнки бәләкәйҙән тел иң беренсе уҡытылырға тейеш. Башҡа милләттәргә башҡорт теле кәрәкмәй тигән ялған менән. Күпселек башҡорт балары был мәктәптәрҙә уҡыйҙар. Улар манкурт һәм әпкәләйҙәр ҡулы менән мәктәптәрҙә башҡорт теле насильный тигән примитив ялған менән башҡорт теленә ҡаршы агрессив кампания алып баралар башҡорт ерендә ! Астрономия йәки рәсем дәрестәре насильный түгел, башҡорт иленең телен алар насильный тип иғлан итәләр! Был Башҡортостанға ҡаршы дошман кампанияға ҡаршы һәр бер башҡорт хәленән килгәнсе ҡаршылыҡ күрһәтергә тейеш. Башҡортостанда һәр бер мәктәптә башҡорт теле 1-се класстан башлап уҡытылырға тейеш.Беҙ быны һатлыҡ түрәләргә әйтергә тейешбеҙ. Билдәләргә кәрәк, башҡорт телен юҡ итеү эшен алып барыусылар күпселеге элекке рәхимовсылыҡ чиновниктары.
    * *

    Информация
    Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.