Поиск
Популярные статьи
    Архив
    Ноябрь 2017 (1)
    Июль 2017 (4)
    Июнь 2017 (1)
    Май 2017 (4)
    Апрель 2017 (5)
    Март 2017 (4)
    Наши ссылки
    Панель управления
    логин :
    пароль :
  • Напомнить пароль?
     
    .

    Бөгөн Фәнзил, ә иртәгә кем?

    Просм.: 9264 Дата : 26 февраля 2013

    18 февралдә, 1 йыл да өс айға һуҙылған Фәнзил Тәлғәт улы Әхмәтшиндың сираттағы суд ултырышы үтте. Ултырышҡа 3 тиҫтәгә яҡын кеше йыйылды. Улар араһында традицион ислам динен пропагандалап йөрөүсе йәштәр, «Күк бүре» хоҡуҡ һаҡлау хәрәкәте, Башҡорт йәштәре иттифағы вәкилдәре лә булды. Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәй кимәлендә үҙенең алдынғы ҡарашы, сәләмәт тормош өсөн үткәрелгән акциялары, лидер булыуы, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашып билдәлелек яулап өлгөргән милләттәшебеҙең хәле мине генә түгел, бөтә Башҡортостан халҡын борсой тиһәм, бер ҙә яңылышмаҫмын.
    15 ай буйына зинданда бер ғәйепһеҙ ултырған замандашымды күреү мине ныҡ тетрәндерә. Ултырыштарға барған һайын күңелем тулып, халҡыбыҙҙың артабанғы яҙмышын уйлап әсенеп ҡайтам. Ир-егеттәрҙең дә күҙ йәшен күргәс, Фәнзил ағайҙың ҡатыны һәм балалары ни кисергәнен күҙ алдынала килтереүе ҡурҡыныс. Өс баланың атаһыҙ үҫеүе, иң кесеһе йәштән уҙып, бер тапҡыр ҙа атаһын күрмәүе - бик тетрәндергес. Бөгөн Фәнзил Тәлғәт улын башҡорт халҡының мәнфәғәтен яҡлап, ислам диненә саҡырып, сәләмәт тормош, дөрөҫлөк өсөн көрәшеп йөрөгәне өсөн бер ғәйепһеҙ рәшәткә артына ултыртһалар, иртәгә уның эшләгән изге эштәрен ҡабатлаған һәр беребеҙҙе зинданға яба башлаһалар –ул саҡта нимә эшләрбеҙ икән?.
    Ошо яҙманы уҡығандарға, Фәнзил Әхмәтшиндың яҙмышына битараф булмағандарға шуны әйткем килә: нисә быуат иреклек өсөн көрөшеп йәшәгән ата-бабаларыбыҙ, ерем, телем, киләсәк быуыным тип йәнен биргән батырҙарыбыҙҙы күпме ҡырғандар һәм бер ғәйепһеҙ зиндандарға япҡандар. Бөгөнгө көндә бөтә яҡтан беҙҙең телебеҙгә, динебеҙгә, тәбиғәт байлыҡтарына һәм ошо байлыҡтарыбыҙҙы һаҡлап көрәшеүселәребеҙгә һөжүм бара. Юлбашсыбыҙ Әхмәтзәки Вәлидиҙә үҙенең тыуған яҡтарына ҡайтыуынан мәхрүм була, Салауат Юлай улы ғүмеренең һуңғы көнөнәсә ҡолаҡ, танауҙары ҡырҡылып, һөргөндә 25 йыл аяҡ-ҡулдарында бығау йөрөтә. Башҡа бик күп милли батырҙарыбыҙ ҙа күп яза күрҙе. Кемдәр сәйәсәт менән ҡыҙыҡһына, экс-премьер министр Рәил Сарбаев өҫтөнән дә суд эштәре алып барылғанын беләһегеҙ. Күптәр ишетеп белгән сәйәсмән Айрат Дильмухаметов йәнәһелә экстремизм буйынса 2 йыл төрмәлә ултыртып сығҡты. Шулай уҡ сәйәсәт тормошонда билдәлелек яулап өлгөргән Азат Сәлмәнов артынан да күптән инде күҙәтеү ойошторолған. Бөгөнгө көндә айыҡ тормош өсөн көрәшкән ағайыбыҙҙы, йәнәһе лә наркотик менән эләккән тип, зинданға яптылар. Әлбиттә Фәнзил Тәлғәт улының төрмәлә ултырыуына күптәр борсола, тик ул үҙ ара һөйләшеү менән генә бөтә. Ниңә беҙ шул тиклем тарҡау? Ниңә беҙ шул тиклем битараф? Ниңә беҙ бер көн менән генә йәшәйбеҙ? Артабан да йоҡлап ятһаҡ, ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған хозур Башҡортостаныбыҙҙы ла юғалтыуыбыҙ ихтимал. Фәнзил ултырыр ҙа сығыр, беҙ баш эйеп артабан да йәшәрбеҙ, тик киләсәк быуындың күҙҙәренә нисек ҡарарбыҙ? Әйҙәгеҙ, халҡыбыҙға ҡағылған ваҡиғаларҙан ситтә ҡалмайыҡ, хәлебеҙҙән килгәнсә берләшәйек, интернет селтәре аша булһа ла көрәш алып барайыҡ. Мин башҡорт тип кенә күкрәк һуғып йәшәп булмай бит. Фәнзил Тәлғәт улының ошо арала суды тамамлана, әгәр ҙә иреккә сығармаһалар уны азат итеүен талап итеп берләшербеҙ, халҡыбыҙға мөрәжәғәт итербеҙ, кәрәк булһа урамдарғала сығырбыҙ.

    Фәнзил Әхметшинға ирек талап итәбеҙ!!!

    Ыласын


    Мнение редакции "Кук буре" может не совпадать с точкой зрения авторов публикаций.
    Кук буре предупреждает всех, что за комментарии, содержащие экстремизм, оскорбления отдельных личностей и социальных групп администрация сайта ответственности не несёт, а написавшие их люди, скорее всего, будут привлечены к ответственности, предусмотренной российским законодательством.
    ПОМНИТЕ! Вы несете ответственность за оставленные отзывы! При добавлении отзыва будет сохранен ip Вашего компьютера. Если хотите оставить отрицательный отзыв, всегда можно подобрать корректные слова.
    Добавить в закладки - | Напечатать | 26 февраля 2013 ---
    Другие новости по теме:


    Комментарии


    Цитировать       автор: Афарин   |   27 февраля 2013 07:41   |   Зарегистрирован: --  

    Группа: Гости
    Публикаций: 0
    Комментариев: 0
    Бик др яылан. Иреклек Фнзилг!
    * *

    Цитировать       автор: Бор   |   27 февраля 2013 18:46   |   Зарегистрирован: --  

    Группа: Гости
    Публикаций: 0
    Комментариев: 0
    Касан сыгырга митингка?
    * *

    Цитировать       автор: Башкорт   |   28 февраля 2013 11:32   |   Зарегистрирован: --  

    Группа: Гости
    Публикаций: 0
    Комментариев: 0
    Хабар итербез
    * *

    Информация
    Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.