Поиск
Популярные статьи
    Архив
    Июль 2017 (4)
    Июнь 2017 (1)
    Май 2017 (4)
    Апрель 2017 (5)
    Март 2017 (4)
    Февраль 2017 (7)
    Наши ссылки
    Панель управления
    логин :
    пароль :
  • Напомнить пароль?
     
    .

    ӘХМӘТЗӘКИ ВӘЛИДИ ТУҒАНДЫҢ ИСЕМЕН ЯҠЛАП


    Атаҡлы ғалим Зәки Вәлиди Туған - башҡорт халҡының һәм Башҡортостан Республикаһының XX быуат тарихында иң ҡатмарлы, бер үк ваҡытта иң сағыу яҙмышлы шәхестәренең береһе. Башҡорт милләтенең үҙаллылығы өсөн ныҡышмалы көрәшкән, буласаҡ Рәсәй Федерацияһының ҡоролошон күҙаллаған сәйәсмән, күренекле ғалим – төрки тарихы белгесе һәм дәүләт эшмәкәре булараҡ танылған.
     Просм.: 18854 Дата : 21 января 2010 

    БЫУНДАРҘЫҢ ОСРАШЫУЫ


    Үткән йылдың һуңғы көндәрендә, йәғни 2009 йылдың 25 декабрендә, Конгресс Холл залында Башҡортостан Республикаһының Конституцияһы көнөнә бағышланған “түңәрәк өҫтәл” булып үтте. Сара “Туған тел” ойошмаһы инициативаһы буйынса ойошторолдо. “Түңәрәк өҫтәл”дә “Башҡортостан Республикаһының Конституцияһы: уның үткәне һәм бөгөнгөһө” тигән темаға һөйләшеү булды. Түңәрәк өҫтәлгә дәүләт вәкилдәре, атаҡлы ғалимдар, яҙыусылар, төрлө ойошма ағзалары саҡырылды. Сараны ойоштороуға башҡорт йәштәре ойошмалары ла (“Күк бүре”, Башҡорт йәштәре иттифағы, “Урал” башҡорт халыҡ үҙәге) битараф ҡалманы, дәррәү йыйылып, “Туған тел” ойошмаһына ярҙам итте. Һөйләшеү бик ҡыҙыҡлы үтте. Уны Бөтә башҡорттар Ҡоролтайы рәйесе Галин А.З. һәм “Туған тел” ойошмаһы етәксеһе Тимур Мөхтәров башлап ебәрҙе, көн тәртибендәге һорауҙар менән таныштырҙы. Улар килгән һәр ҡунаҡҡа һүҙ бирергә тырышты, теманан алыҫ китмәүҙәрен талап иттеләр, сөнки ҡуйылған төп тема күп яҡлы.
     Просм.: 7267 Дата : 6 января 2010 

    "РЕГИОНДАРҘЫҢ ХОҠУҠТАРЫ ӨСӨН" ПИКЕТ УТЕП КИТТЕ


    "КYК БYРЕ" хәрәҡәтенең инициативаһы буйынса, Өфөлә 19 сентябрь көнө "КYК БYРЕ", "ТУҒАН ТЕЛ" һәм"Аkтамыр" ойошмалары пикетҡа сыҡты. Пикеттың төп маҡсаты - Рәсәйҙең милли сәйәсәтенә ҡарата ризаһыҙлыҡ белдереү. Пикетта “ТУFАН ТЕЛ" ойошмаһының етәксеһе Т. Мохтаров сығыш яһаны.

    Пикетта “ТУFАН ТЕЛ" ойошмаһының етәксеһе Т. Мохтаровтың сығышы

    Быйыл 1 сентябрҙән башлап Рәсәйҙең 309-сы законы көскә инде. Был закон Рәсәй Федерацияһының мәғариф тураһындағы законын үҙгәртә. Республикалар менән кәңәшләшмәй, Дәүләт думаһы Рәсәй халыҡтарына ҡаршы яуапһыҙ бер аҙым яһаны.
     Просм.: 9578 Дата : 20 сентября 2009 

    Яңы йыл менән!


    Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙзе яңы 2009 йыл менән тәбрик итергә рөхсәт итегеҙ. Яңы йыл иман ныҡлыгы, бәхет-шатлыҡ, ныҡлы сәләмәтлек алып килһен. Уҡыуығыҙҙа, йәмәғәт эшегеҙҙә, шәхси тормошоғоҙҙа ҙурҙан-ҙур уңыштарға ирешеп, тырышлығығыҙҙың нәтижәһен күреп һөйөнөргә яҙһын. Барлыҡ изге хыялдарыгыҙ тормошҡа ашыуын теләйбеҙ. Яңы бәхет, яңы ҡыуаныстар менән һеҙҙе! Байрам мөбәрәк булһын!
     Просм.: 11893 Дата : 31 декабря 2008 

    «Рәсәй татарҙары һәм башҡорттары конфедерацияһы» МЕМОРАНДУМ


    I. «Рәсәй татарҙары һәм башҡорттары конфедерацияһы» исемле йәмәғәт берләшмәләре Союзын (ассоциацияһын) булдырыу ниәте тураһында

    Башҡорттарҙың һәм татарҙарҙың, Рәсәйҙең төп халыҡтарының булараҡ, мәнфәғәттәрен яҡлаусы, артабан «Ике яҡ» тигән атама менән телгә алынған, әлеге башланғыс менән сығыусы «КҮК БҮРЕ» Башҡорт йәмәғәт хәрәкәте (Өфө ҡалаһы) һәм был башланғысты күтәреп алған «ВАТАН» Халыҡ-демократик партияһы (Мәскәү ҡалаһы),
    башҡорт-татар мөнәсәбәттәрен Башҡортостанда көйләү кәрәклеген аңлап,
    шул юҫыҡта үҙ көстәрен берләштереү мохтажлығын танып,
    Рәсәй Федерацияһында милли-демократик сәйәси көстәрҙе берләштереүҙең кәрәклеген аңлап,
    Рәсәйҙең төп халыҡтарының хоҡуҡтары өсөн уртаҡ көрәштә улар араһындағы хеҙмәттәшлекте үҫтереү маҡсатында,
    составына «КҮК БҮРЕ» Башҡорт йәмәғәт хәрәкәте һәм «ВАТАН» Халыҡ-демократик партияһы ингән, башҡорттарҙың һәм татарҙарҙың, шулай уҡ Рәсәйҙең башҡа төп халыҡтарының хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен яҡлауҙы төп маҡсат итеп ҡуйған «Рәсәй татарҙары һәм башҡорттары конфедерацияһы» исемле йәмәғәт берләшмәләре Союзын (ассоциацияһын) булдырыу ниәте тураһында килеште.
     Просм.: 9060 Дата : 29 декабря 2008 

    Белем биреүҙә милли компонентты юҡ итеүгә ризаһыҙлыҡ белдереп, башҡорт ойошмалары ҡабат пикетҡа сыҡты

    Белем биреүҙә милли компонентты юҡ итеүгә ризаһыҙлыҡ белдереп, башҡорт ойошмалары ҡабат пикетҡа сыҡты

    Унда ошо мәсьәләне хәл итеү өсөн татар ойошмалары менән берләшеү кәрәклеге һыҙыҡ өҫтөнә алынды

    Мәғариф системаһында милли-төбәк компонентын ҡыҫҡартыу тураһындағы законға ҡағылышлы ризаһыҙлыҡ, бәхәстәр туҡталмай, киреһенсә, көсәйә бара. Бигерәк тә илдең милли республикаларында туған тел уҡытыусылары, йәмәғәтселеге кире ҡарашын белдерә. Закон сығыу менән (уға В.В. Путин 2007 йылдың декабрендә ҡул ҡуйған) был документты ғәҙел түгел тип билдәләп төрлө пикеттар үткәрелә, мөрәжәғәттәр ҡабул ителә башланы...
     Просм.: 5544 Дата : 26 декабря 2008 

    Ейәнсура районында хәтер акцияһында ҡатнаштыҡ


    5 октябрҙә Ейәнсура районының Бәләкәй Муйнаҡ ауылында Башҡорт бойондороҡһоҙ форумы тарафынан ойошторолған хәтер акцияһы үтте. Акция сиктәрендә Бәләкәй Муйнаҡ ауылында башҡорт халҡы батыры, XVIII быуатта ихтилалдарҙа әүҙем ҡатнашҡан Сураш (Сурағол) батырға таш һәйкәле ҡуйылды. Акцияла, йәмғеһе, таш урынлаштырған саҡта, 100-ләп кеше булды.
    Ошо акцияла ”КYК БYРЕ” хәрәкәтенең лидерҙары Тимур Мөхтәров һәм Азат Сәлмәнов та ҡатнашҡайны.
    Былтыр октябрь башында ”КYК БYРЕ” Мәләүез районынынң Ергән ҡасабаһы ергәһендә хәтер акцияһы үткәрҙе.
    Иншалла, хәтер акцияларҙы үткәреү беҙҙең халыҡта матур традицияға әйләнә бар. Йыл һайын 11 октябрь алдында башҡорттарҙың үҙаллығы өсөн көрәшкән батырҙарҙы иҫкә алһаҡ, был Республика көнөн лайыҡлы ҡаршы алыу буласаҡ.

    Ейәнсура районында хәтер акцияһында ҡатнаштыҡ
    Ейәнсура районында хәтер акцияһында ҡатнаштыҡ
    Ейәнсура районында хәтер акцияһында ҡатнаштыҡ
     Просм.: 8917 Дата : 15 октября 2008 

    Кавказ ҡыҙҙары үҙ һылыуҙарыбыҙҙан ниндәй өҫтөнлөктәр менән айырыла?


    Кавказ ҡыҙҙары үҙ һылыуҙарыбыҙҙан ниндәй өҫтөнлөктәр менән айырыла? Йәки егеттәр ниңә сит милләткә өйләнергә теләй?

    Күптән түгел "Башҡорт форумдары"нда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының йәштәр советы етәксеһе Тимур Лоҡмановтын зур бәхәс тыуҙырған яҙмаһы барлыҡҡа. килгәйне. Унда башҡорт ҡыҙҙарының насар, юлдан яҙғандары тәнҡитләнеп, Кавказ традициялы төрки милләтле гүзәл заттар менән сағыштырыла. Автор өйләнгәндә лә һуңғыларын һайлаясағын белдерә: "Общался со многими девушками многих национальностей, но более всего меня как мужчину привлекли девушки с Кавказа,., конкретней если говорить, то думаю резонно брать супругу тюркской национальности с кавказскими традициями, выросшую в традициях восточного общества, почитания родителей, старших, супруга... На Урал моңо теснее общался с кумычками, меня просто очаровало отношение девушек к себе, к браку, к религии,., сейчас переписываюсь с ногайкой... Ну и есть иные традиции с калымом, у них., в среднем от 100 до 200 тыс. рублей,.. ну в принципе это не очень важно... Вот в наших девушках этого не вижу,., вчера пошел на концерт откровенно разочаровали некоторые представительницы башкирских девушек... Стоит одна с сигаретой в руках, глаза пьяненькие... еще как Йыуаса закричал с сцены "Учалылар бармы?!?"... они еще откликаются,., захотелось сквозь землю провалиться... Страшно с такой быть". Был сығыш "Башҡорт форумдары”нда ғына бәхәс тыуҙырып ҡалманы, уны тиҙ арала "изге ниәтле" "Уфагубъ" сайты эләктереп алды. Донъяның кире яғын ғына күрергә һәләтле сайт үҙенсә һығымта яһап, мәҡәлә лә баҫтырҙы. "Башҡорт милләтселәре лидеры башҡорт ҡыҙына өйләнергә теләмәй!" тип яр һалды улар. Комментарийҙарҙа халҡыбыҙ га тағы ла бысраҡ сәстеләр, ҡыҙҙарыбыҙға ла ағыу һиптеләр. Халыҡ яҙмышына битараф булмағандарҙан бер төркөм был фекер (Т. Лоҡманов фекере) тирәләй аныҡламалар алыу маҡсатында авторҙың үҙе менән осрашмаҡсы булды.
     Просм.: 6180 Дата : 15 августа 2008 

    Мөрәжәғәт


    Хөрмәтле башҡорт ойошмалары етәкселәре!

    Әлеге осорҙа республикалағы башҡорт халҡы аяныс хәл кисерә. Ҡырағай капитализм халҡыбыҙҙы йәнә XIX быуат аҙағындағы кеүек бөлгөнлөккә алып барып терәне.
    Рәсәйҙең ергә хосуси милек тураһында законының эшләй башлауы, республика мөлкәтенең һатылыуы, Рәсәй һәм БДБ илдәренең төрлө төбәктәренән Башҡортостанға төрлө килмешәктәрҙең ағылыуы башҡорт халҡын ҙур хәүефкә ҡуя.
     Просм.: 6408 Дата : 30 июня 2008 
    Notice: Undefined index: __asx in /home/www/z118363/kyk-byre/new/engine/skins/images/tink.png(1) : eval()'d code on line 559