Поиск
Популярные статьи
    Архив
    Ноябрь 2017 (1)
    Июль 2017 (4)
    Июнь 2017 (1)
    Май 2017 (4)
    Апрель 2017 (5)
    Март 2017 (4)
    Наши ссылки

    Обратите внимание арендовать офис у метро Каховская
    Панель управления
    логин :
    пароль :
  • Напомнить пароль?
     
    .

    "РЕГИОНДАРҘЫҢ ХОҠУҠТАРЫ ӨСӨН" ПИКЕТ УТЕП КИТТЕ

    Просм.: 9700 Дата : 20 сентября 2009

    "КYК БYРЕ" хәрәҡәтенең инициативаһы буйынса, Өфөлә 19 сентябрь көнө "КYК БYРЕ", "ТУҒАН ТЕЛ" һәм"Аkтамыр" ойошмалары пикетҡа сыҡты. Пикеттың төп маҡсаты - Рәсәйҙең милли сәйәсәтенә ҡарата ризаһыҙлыҡ белдереү. Пикетта “ТУFАН ТЕЛ" ойошмаһының етәксеһе Т. Мохтаров сығыш яһаны.

    Пикетта “ТУFАН ТЕЛ" ойошмаһының етәксеһе Т. Мохтаровтың сығышы

    Быйыл 1 сентябрҙән башлап Рәсәйҙең 309-сы законы көскә инде. Был закон Рәсәй Федерацияһының мәғариф тураһындағы законын үҙгәртә. Республикалар менән кәңәшләшмәй, Дәүләт думаһы Рәсәй халыҡтарына ҡаршы яуапһыҙ бер аҙым яһаны.
    Элек Мәғариф тураһындағы закондың 7-се статьяһында уҡыу йөкмәткеһе федераль, милли-региональ һәм мәктәп компонентына бүленә тигән аныҡ яҙыу бар ине. Хәҙер шул һүҙҙәр үҙгәртелеп, федераль һәм мәктәп компонентына ғына ҡайтып ҡала. Ә "милли-региональ компонент" төшөнсәһе хәҙер законда бөтөнләй юҡ.
    Әйткәндәй, Башҡортостандың бөтә мәктәптәрендә ошо компонент иҫәбенә башҡорт теле дәүләт теле булараҡ уҡытыла ине. Татарстанда татар теле уҡытылды, ә башҡа урындарҙа – төбәк тарихы, мәҙәниәте һәм географияһы фәндәре.
    Әлбиттә, закондың был үҙгәреше зур тауыш сығарҙы. Беҙҙән тыш, Татарстанда, Яҡутстанда һәм Мәскәүҙә халыҡ митингыларға сығып, үҙенең ризаһыҙлығын белдерә.
    Сөнки, ысынлап та, хәүефләнергә урын бар. Ни өсөн тигәндә, законда булмаған нәмә ышанысһыҙ әйбер. Шуға күрә беҙҙең милли республикалар - Башҡортостан менән Татарстан законды үҙгәртеүгә ҡаршы сығыш яһай. Әгәр ҙә законда "милли-региональ компонент" төшөнсәһе юҡ икән, тимәк беҙҙең мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытырға һәм өйрәнергә мөмкинселектәр кәмей.
    Хәҙер инде беҙҙең Башҡортостан Хөкүмәте РФ Фән һәм мәғариф министрлығы менән килешеп, мәктәптәргә бер нисә яҡынса уҡыу пландары тәҡдим итте, уларҙың береһендә "туған тел” предметтар исемлегенә индерелгән.
    Был инде беҙҙең башҡорт телен һәм башҡа туған телдәрҙе уҡытыуға мөмкинлек бар тигәнде аңлата. Ләкин шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: уҡыу пландарының бөтәһенә лә туған тел индерелмәгән. "Туған тел” предметы булмаған пландар бар. Мәктәптәрҙең тап ошо планды һайлау ихтималлығы тынысланырға ирек бирмәй.
    Бигерәк тә шуныһы ҡурҡыта: элек, мәҫәлән, Башҡортостан бөтә мәктәптәр өсөн уҡыу пландары төҙөй ине, ә хәҙер Башҡортостан ул хоҡуҡҡа эйә түгел. Закондың был хоҡуғыбыҙ алып ташланған, һәм уҡыу пландарын, Рәсәй уҡыу пландарына таянып, мәктәптәр үҙҙәре төҙөй. Белеүебеҙсә, мәктәптәрҙә төрлө директорҙар, төрлө ҡарашлы завучтар була. Бөтәһе лә туған телде уҡытам тип янып тормай.
    Элек башҡорт теле дәүләт теле булараҡ уҡытыла ине. Шуға ла был мәсьәләне Башҡортостан милли-региональ компонент сиктәрендә еңел хәл итә ине, ә хәҙер телде уҡытыуға сәғәттәр табыуы ауырлыҡтар тыуҙыра.
    Быйыл, мәктәптәребеҙҙә телебеҙ дәүләт теле булараҡ уҡытыласаҡ тип, беҙҙе Башҡортостан Хөҡүмәте тынысландырырға тырыша. Ләкин беҙ ышанмайбыҙ. Тағы ҡабатлайбыҙ: законда булмаған нәмә - ул ышанысһыҙ әйбер. Тик закон ғына иң ҙур көскә эйә, һәм уны үтәүе бөтә мәктәптәр өсөн мотлаҡ. Милли-региональ компонент ҡына беҙгә илдең патриоттарын тәрбиәләргә ярҙам итә. Шуға “Милли-региональ компонент" төшөнсәһен законға ҡайтарырға кәрәк.
    Ҡәрҙәштәр! 309-сы законды юҡҡа сығарыу талабы менән Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы рәйесе Толкачев Рәсәйҙең Дәүләт Думаһына сығырға тейеш! Ә Башҡортостан Президенты Рәхимов телебеҙҙе һаҡлау өсөн ысын көрәшәме! Юҡ! Әлеге ваҡытта беҙ уңың телебеҙ өсөн Рәсәй трибуналарында сығыш яһағанын күрмәнек! Беҙ Президентыбыҙҙан шуны талап итәбеҙ!
    Телебеҙҙе һаҡлап ҡалайыҡ!
    Башҡорт, башҡорт менән башҡортса һөйләш!
    Теле юҡтың - иле юҡ!


    Кук буре предупреждает всех, что за комментарии, содержащие экстремизм, оскорбления отдельных личностей и социальных групп администрация сайта ответственности не несёт, а написавшие их люди, скорее всего, будут привлечены к ответственности, предусмотренной российским законодательством.
    ПОМНИТЕ! Вы несете ответственность за оставленные отзывы! При добавлении отзыва будет сохранен ip Вашего компьютера. Если хотите оставить отрицательный отзыв, всегда можно подобрать корректные слова.
    Добавить в закладки - | Напечатать | 20 сентября 2009 Новости(на башк)
    Другие новости по теме:


    Комментарии


    Цитировать       автор: ябай башкорт   |   12 октября 2009 22:35   |   Зарегистрирован: 25.09.2009  

    Группа: Гости
    Публикаций: 0
    Комментариев: 25
    Был телмр милли хркт эшмкеррене hуны аралаы сыыштары араында и hиммтлеhе. и kимметлеhе, Снки тел миллтте умырта баанаhы ул! Умыртkа hйген балта сабылан кеше лемг дусар була. Телh миллт т й шей алмай. Миллтте телен кытыуы тыйыу был миллеттк каршы геноцид ул.
    Был сыгыш хокуки яктан да тел тейзерерлек тугел. шуга куре тел тураhндагы лозунг милли херекеттен ин тп лозунгыларынын береhе булырга тейеш.
    Миллеттен икенсе тп таяуы- дин. мктептр зе "лкн агайзын динен кслп укытыу за геноцид, кослп сукындырыу булып сыга. Тимек икенсе тп лозунг дин азатлыгы булырга тейеш. Ике лозунг та Рсй констиуцияhына тап кил.

    * *

    Информация
    Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.