БЫУНДАРҘЫҢ ОСРАШЫУЫ
Просм.: 2574 Дата : 6 января 2010
Үткән йылдың һуңғы көндәрендә, йәғни 2009 йылдың 25 декабрендә, Конгресс Холл залында Башҡортостан Республикаһының Конституцияһы көнөнә бағышланған “түңәрәк өҫтәл” булып үтте. Сара “Туған тел” ойошмаһы инициативаһы буйынса ойошторолдо. “Түңәрәк өҫтәл”дә “Башҡортостан Республикаһының Конституцияһы: уның үткәне һәм бөгөнгөһө” тигән темаға һөйләшеү булды. Түңәрәк өҫтәлгә дәүләт вәкилдәре, атаҡлы ғалимдар, яҙыусылар, төрлө ойошма ағзалары саҡырылды. Сараны ойоштороуға башҡорт йәштәре ойошмалары ла (“Күк бүре”, Башҡорт йәштәре иттифағы, “Урал” башҡорт халыҡ үҙәге) битараф ҡалманы, дәррәү йыйылып, “Туған тел” ойошмаһына ярҙам итте. Һөйләшеү бик ҡыҙыҡлы үтте. Уны Бөтә башҡорттар Ҡоролтайы рәйесе Галин А.З. һәм “Туған тел” ойошмаһы етәксеһе Тимур Мөхтәров башлап ебәрҙе, көн тәртибендәге һорауҙар менән таныштырҙы. Улар килгән һәр ҡунаҡҡа һүҙ бирергә тырышты, теманан алыҫ китмәүҙәрен талап иттеләр, сөнки ҡуйылған төп тема күп яҡлы.
Темаға ярашлы төрлө һорауҙар йәш быуын тарафынан яуып ҡына торҙо. Төп һорауҙар түбәндәгесә ҡуйылды: Конституцияға индерелгән үҙгәрештәр менән килешәһегеҙме? Ни өсөн? Конституция көнөн календарҙан байрам көнө булараҡ алып ташлау дөрөҫмө?
Был һорауҙарға төрлө яуаптар булды, әммә төп асылы шуға ҡайтып ҡалды: Конституцияны үҙгәртеү – дөрөҫ аҙым түгел. Ошо фекерҙе Р.Бикбаев, Р.Шәкүр, Ҡ. Аралбай, М.Бураҡаева, Ф.Әхмәтшин һ.б. үҙҙәренең сығыштарында асыҡ әйттеләр.
“Конституция – ул һәр халыҡтың, һәр дәүләттең төп китабы. Бер илдәге бөтә халыҡты йыйыусы, хоҡуҡтарын билдәләүсе китап һәм шул китаптың бер генә хәрефе лә төҙәтелергә тейеш түгел. Беҙҙең БР Конституцияһы 16 йыл дауымында йәшәй һәм шул арауыҡта инде нисәмә тапҡыр төҙәтелгән…”- тине Р. Бикбаев.
Ф.Әхмәтшин халыҡ хоҡуғын яҡлап, ошондай һорауҙар ҡуйҙы: “Конституция – ул кешене яҡларға тейеш. Ә беҙҙең Конституция беҙҙе яҡлаймы? Беренсе булып Айрат Дилмөхәмәтов тураһында һүҙ бара. Конституция уны яҡлаймы? Юҡ. Нимәгә ул шулай булғас беҙгә Конституция?”
Ирек Агишев та бик дөрөҫ фекер әйтте: “Әгәр халыҡ үҙ азатлығы өсөн көрәшмәй икән, тимәк ул халыҡтың азатлыҡҡа хаҡы юҡ”.
“Ваҡытында беҙ Конституцияны һуңлап булһа ла яулап алдыҡ. Хәҙер беҙ уны ҡулдан ысҡындырмаҫҡа, һаҡлап ҡалырға тейешбеҙ,” – тине Р.З. Шәкүров. –“Бөгөн был йыйынды йәштәр йыйҙы, быныһы – ҡыуаныслы.”
Мәрйәм Бураҡаева тағы бер йыйын ойошторорға тәҡдим итте һәм йәштәрҙең тағы ла әүҙем ҡатнашып, телебеҙ өсөн көрәшергә, суверенитетты, азатлыҡты һаҡлап ҡалырға саҡырҙы.
“Түңәрәк өҫтәл” геү килеп торҙо, хатта ҡуйылған ваҡыттан артып китте, һәр кем үҙ фекерен асыҡ әйтеп ҡалырға ашыҡты, сөнки бөгөнгө көндә был тема бик актуаль. Киләсәгебеҙҙең ниндәй булыуы ла ошо ҡуйылған һорауҙарҙың сиселешенә ныҡ бәйле шул!

Добавить в закладки - | Напечатать | 6 января 2010 Новости(на башк)
Другие новости по теме:
- Яңы йыл менән!
- ИҒЛАН
- ХУШЛАШЫУ ҺҮҘЕ
- В Уфе состоится Круглый стол по вопросам политической ситуации в Башкортост ...
- Үҙ ереңә үҙең хужа бул !!!