Поиск
Популярные статьи
    Архив
    Ноябрь 2017 (1)
    Июль 2017 (4)
    Июнь 2017 (1)
    Май 2017 (4)
    Апрель 2017 (5)
    Март 2017 (4)
    Наши ссылки
    Панель управления
    логин :
    пароль :
  • Напомнить пароль?
     
    .

    «Рәсәй татарҙары һәм башҡорттары конфедерацияһы» МЕМОРАНДУМ

    Просм.: 9179 Дата : 29 декабря 2008

    I. «Рәсәй татарҙары һәм башҡорттары конфедерацияһы» исемле йәмәғәт берләшмәләре Союзын (ассоциацияһын) булдырыу ниәте тураһында

    Башҡорттарҙың һәм татарҙарҙың, Рәсәйҙең төп халыҡтарының булараҡ, мәнфәғәттәрен яҡлаусы, артабан «Ике яҡ» тигән атама менән телгә алынған, әлеге башланғыс менән сығыусы «КҮК БҮРЕ» Башҡорт йәмәғәт хәрәкәте (Өфө ҡалаһы) һәм был башланғысты күтәреп алған «ВАТАН» Халыҡ-демократик партияһы (Мәскәү ҡалаһы),
    башҡорт-татар мөнәсәбәттәрен Башҡортостанда көйләү кәрәклеген аңлап,
    шул юҫыҡта үҙ көстәрен берләштереү мохтажлығын танып,
    Рәсәй Федерацияһында милли-демократик сәйәси көстәрҙе берләштереүҙең кәрәклеген аңлап,
    Рәсәйҙең төп халыҡтарының хоҡуҡтары өсөн уртаҡ көрәштә улар араһындағы хеҙмәттәшлекте үҫтереү маҡсатында,
    составына «КҮК БҮРЕ» Башҡорт йәмәғәт хәрәкәте һәм «ВАТАН» Халыҡ-демократик партияһы ингән, башҡорттарҙың һәм татарҙарҙың, шулай уҡ Рәсәйҙең башҡа төп халыҡтарының хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен яҡлауҙы төп маҡсат итеп ҡуйған «Рәсәй татарҙары һәм башҡорттары конфедерацияһы» исемле йәмәғәт берләшмәләре Союзын (ассоциацияһын) булдырыу ниәте тураһында килеште.


    II. Союзды киңәйтеү, шулай уҡ атамаһын «Рәсәйҙең төп халыҡтары конфедерацияһы» йәмәғәт берләшмәләре Союзы (ассоциацияһы)» тип үҙгәртеү мөмкинлеге

    Ике яҡ килешеүенсә:
    - был Меморандум Рәсәй Федерацияһындағы төп халыҡтарҙың милли ижтимағи-сәйәси берләшмәләрен йәлеп итеү өсөн асыҡ;
    - үрҙә телгә алынған Союз сиктәрендә Рәсәйҙең төп халыҡтарының хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен яҡлау буйынса Ике яҡтың уртаҡ эшмәкәрлегенә РФ-ның башҡа төп халыҡтарының йәмәғәт берләшмәләре лә ҡушылырға теләк белдергән хәлдә, был Союздың «Рәсәйҙең төп халыҡтары конфедерацияһы» тип атала башлауы мөмкин.


    III. Меморандумды тормошҡа ашырыуҙа тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеү

    Ике яҡ Меморандумдың шарттарына ҡағылған һәр бер мәсьәлә буйынса икенсе яҡ менән үҙ-ара хәбәрләшеп, кәңәшләшеп эшләйәсәк, һәм килеп тыуған һәр төрлө прблемаларҙы һәм бәхәстәрҙе хеҙмәттәшлек, үҙ-ара ышаныс рухында бергәләшеп хәл итәсәк.


    IV. Ғәмәлгә инеү һәм ғәмәлдән сығыу

    Был Меморандум уға ҡул ҡуйылған көндән алып ғәмәлгә инә һәм Союздың ойоштороу конференцияһы уҙғарылғанға тиклем, йәки Ике яҡтың береһе икенсеһенә был Меморандумды туҡтатыу тураһында утыҙ (30) көн алда яҙма рәүештә иҫкәрткәнгә тиклем ғәмәлдә буласаҡ. Үҙгәрештәр теләһә ҡайһы ваҡытта Ике яҡ араһында хаттар алышыу юлы менән индерелергә мөмкин.

    2008 йылдың 28 декабрендә Мәскәү ҡалаһында ике данала башҡорт, татар, рус һәм инглиз телдәрендә эшләнде, текстарҙың барыһы ла бер үк көскә эйә.


    «ВАТАН» Халыҡ-демократик партияһы Рәйесе ___ М. Миначев
    «КYК БYРЕ» Башҡорт йәмәғәт хәрәкәтенең Рәйесе ___ А. Сәлмәнов


    Кук буре предупреждает всех, что за комментарии, содержащие экстремизм, оскорбления отдельных личностей и социальных групп администрация сайта ответственности не несёт, а написавшие их люди, скорее всего, будут привлечены к ответственности, предусмотренной российским законодательством.
    ПОМНИТЕ! Вы несете ответственность за оставленные отзывы! При добавлении отзыва будет сохранен ip Вашего компьютера. Если хотите оставить отрицательный отзыв, всегда можно подобрать корректные слова.
    Добавить в закладки - | Напечатать | 29 декабря 2008 Новости(на башк)
    Другие новости по теме:


    Комментарии


    Информация
    Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.