Поиск
Популярные статьи
    Архив
    Ноябрь 2017 (1)
    Июль 2017 (4)
    Июнь 2017 (1)
    Май 2017 (4)
    Апрель 2017 (5)
    Март 2017 (4)
    Наши ссылки

    тут красная поляна сочи официальный сайт.
    Панель управления
    логин :
    пароль :
  • Напомнить пароль?
     
    .

    Белем биреүҙә милли компонентты юҡ итеүгә ризаһыҙлыҡ белдереп, башҡорт ойошмалары ҡабат пикетҡа сыҡты

    Просм.: 5692 Дата : 26 декабря 2008
    Белем биреүҙә милли компонентты юҡ итеүгә ризаһыҙлыҡ белдереп, башҡорт ойошмалары ҡабат пикетҡа сыҡты

    Унда ошо мәсьәләне хәл итеү өсөн татар ойошмалары менән берләшеү кәрәклеге һыҙыҡ өҫтөнә алынды

    Мәғариф системаһында милли-төбәк компонентын ҡыҫҡартыу тураһындағы законға ҡағылышлы ризаһыҙлыҡ, бәхәстәр туҡталмай, киреһенсә, көсәйә бара. Бигерәк тә илдең милли республикаларында туған тел уҡытыусылары, йәмәғәтселеге кире ҡарашын белдерә. Закон сығыу менән (уға В.В. Путин 2007 йылдың декабрендә ҡул ҡуйған) был документты ғәҙел түгел тип билдәләп төрлө пикеттар үткәрелә, мөрәжәғәттәр ҡабул ителә башланы...

    "БЫЛ ЗАКОН МИЛЛИ ХОКУКТАРҘЫ БОҘА!"

    Мәғариф законына үҙгәрештәр индереүгә (ул милли компоненттарҙы ҡыҫҡартыуға ҡайтып ҡала) татар һәм башҡорт йәмәғәт ойошмалары, атап әйткәндә, "Ватан" татар халыҡ-демокра-тик партияһы, "Күк бүре" башҡорт йәмәғәт ойошмаһы протест белдереп пикет ойошторҙо. Саралар яҙ көнө, 30 апрелдә "Ватан", 22 майҙа "Күк бүре" тарафынан уҙғарылғайны. Пикетта белдерелгән талап бер генә булды: мәғариф системаһына милли-төбәк компонентын, йәғни туған тел, республика халҡы тарихын, мәҙәниәтен һ.б. тулы хоҡуҡты кире ҡайтарыу.
    Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, башҡорт һәм татар йәмәғәт ойошмаларының ул саҡтағы сығышына үҙәктән ҡолаҡ һалынманы, әйтергә кәрәк, урында ла дәррәү күтәреп алынманы.
    Ут күршебеҙ Татарстанда ла протест сығыштары белдерелеп тора. Ноябрь айында Ҡазанда уҙған мәғариф мәсьәләләренә ҡағылышлы кәңәшмәлә Татарстан Президенты Минтимер Шәймиев та милли-төбәк компоненттарын ҡыҫҡартыуға ҡаршы сығыш яһаны.
    20 декабрҙә, Өфөлә "Күк Бүре" йәмәғәт ойошмаһы ҡәрҙәш милләт протестарына теләктәшлек белдереп, тағы ла пикет ойошторҙо.

    БАШКОРТ-ТАТАР ТЕЛӘКТӘШЛЕГЕ КӨСӘЙӘ

    Майҙанға сығыуҙың тағы бер төп сәбәбе РФ Мәғариф министры Андрей Фурсенконың "төбәк компоненты" тигән пунктты мәғариф законына кире ҡайтарыу буйынса сара күрмәйәсәген белдереү ине (министр был хаҡта уҙған мәғариф мәсьәләләре кәңәшмәһендә ишараланы).
    Пикетҡа 300-ләп кеше килгәйне. Улар: студенттар, йәштәр, туған телдәр уҡыты¬усылары һәм "Күк бүре" ойошмаһының уй-ниәттәре менән килешеүсе, үҙ позицияһын белдереүсе граждандар, "Аҡтамыр" үҙәге, Башҡорт йәштәр иттифағы. Сара бик ҡыҫҡа ваҡытта ғына (ул 1 сәғәт тирәһе булды) үтеп китһә лә, сығыштар тос, талаптар ҡәтғи ине. Күпселекте йәштәр тәшкил иткән протест акцияһында "Күк бүре" башҡорт һәм "Ватан" татар ойошмалары берлектә "Рәсәй башҡорттары һәм татарҙары конфедерацияһы" йәмәғәт берләшмәләре Союзы төҙөү ниәте хаҡында Меморандумға ҡул ҡуйыуҙарын белдерҙе. Был яңылыҡты хуплап ҡаршы алдылар. Әлеге килешеүҙәрҙең маҡсаты бер: башҡорт-татар мөнәсәбәтен яҡшыртыу һәм Рәсәйҙең аҫаба халыҡтары хоҡуғын яҡлауҙа үҙ-ара булышлыҡ итеү. Меморандумға "Ватан" рәйесе М. Миначев, "Күк бүре" етәкселәре А. Сәлмәнов менән Р. Рәхмәтов ҡул ҡуйған. Шулай уҡ башҡорт халҡына мөрәжәғәт ҡабул ителде.
    Дөйөм алғанда, пикетта Рәсәйҙең һәр аҫаба халҡының үҙ-ара теләктәшлеге темаһы күтәрелде.

    МӘҒАРИФТАҒЫ ҮҘГӘРЕШТӘР НИМӘГӘ КИЛТЕРӘСӘК?!

    309-сы закон Рәсәй халыҡтарының милли телдәрен, әҙәбиәтен, тарихын, географияһын, мәҙәниәтен өйрәнеүгә аяҡ сала. Шулай уҡ урындағы ерлеккә хас әхлаҡи, патриотик тәрбиә программаларын тормошҡа ашырыуға ла ҡаршы төшә.
    Юридик һәм педагогик тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, был яңы закон төбәк граждандарының белем өлкәһендәге ихтыяждарына яуап бирмәй.

    "АҘНА" гәзите, № 50, 25.12.2008 й.


    Кук буре предупреждает всех, что за комментарии, содержащие экстремизм, оскорбления отдельных личностей и социальных групп администрация сайта ответственности не несёт, а написавшие их люди, скорее всего, будут привлечены к ответственности, предусмотренной российским законодательством.
    ПОМНИТЕ! Вы несете ответственность за оставленные отзывы! При добавлении отзыва будет сохранен ip Вашего компьютера. Если хотите оставить отрицательный отзыв, всегда можно подобрать корректные слова.
    Добавить в закладки - | Напечатать | 26 декабря 2008 Новости(на башк)
    Другие новости по теме:


    Комментарии


    Информация
    Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.