Поиск
Популярные статьи
    Архив
    Ноябрь 2017 (1)
    Июль 2017 (4)
    Июнь 2017 (1)
    Май 2017 (4)
    Апрель 2017 (5)
    Март 2017 (4)
    Наши ссылки

    кровмаркет отзывы
    Панель управления
    логин :
    пароль :
  • Напомнить пароль?
     
    .

    Милләттәрҙе ҡыҫыу мәктәптәрҙән башланамы?

    Просм.: 5981 Дата : 31 мая 2008

    Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәле эргәһендә "Белем биреүҙәге дәүләт стандарты төшөнсәһенә һәм структураһына ҡағылышлы РФ-ның айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында" 309-сы Федераль законды ҡабул итеүгә протест белдереп, пикет ойошторолдо. Ойоштороусылар - халыҡ мәғарифына булышлыҡ итеүсе "Аҡтамыр" башҡорт үҙәге" йәмәғәт ойошмаһы һәм "Күк бүре" башҡорт йәмәғәт хәрәкәте.
    Пикетта студенттар, уҡытыусылар, ватансыл рухлы йәштәр ҡатнашты. Улар дәүләт мәғариф системаһынан милли-төбәк компонентын алып ташлауҙың республикаларҙа икенсе дәүләт телен, балаларҙы әсә телендә уҡыуҙан мәхрүм итеүгә килтерәсәгенә баҫым яһаны. "Күк бүре"нең рәйесе Тимур Мөхтәров әйтеүенсә, 309-сы Федераль законды ҡабул итеү Рәсәй төбәктәрендә рус булмаған башҡа милләттәрҙең үҙ телен, мәҙәниәтен, тарихын өйрәнеүҙе сикләйәсәк, ә уҡыу процесына туған тел, Башҡортостан тарихы, экологияһы, географияһы кеүек фәндәрҙе индереү өсөн Мәскәү менән килешеү кәрәк буласаҡ. Милли компонентты алып ташлау шулай уҡ федерализм принцибын боҙоуға тиң, тип иҫәпләй пикетсылар.
    Әйткәндәй, ошондай уҡ акциялар Мәскәүҙә, Ҡаҙанда, Якутскиҙа үткән.
    Пикетсылар Рәсәй Федерацияһы Президентына, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Генераль секретарына, Европа Советы башҡарма комитетының Генераль секретарына, ЮНЕСКО-ның генераль директорына адресланған белдереү ҡабул итте. Улар Рәсәй Дәүләт Думаһына Башҡортостандан һайланған депутаттарҙан алда әйтеп үтелгән Законды кире ҡағыу инициативаһы менән сығыуҙарын һораны. Ә Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттарын, үҙ хоҡуҡтарын файҙаланып, Дәүләт Думаһынан милләттәрҙең хоҡуғын сикләүсе Федераль законды кире ҡағыуын талап итергә саҡырҙы.

    Ринат КҮСӘРБАЕВ


    Кук буре предупреждает всех, что за комментарии, содержащие экстремизм, оскорбления отдельных личностей и социальных групп администрация сайта ответственности не несёт, а написавшие их люди, скорее всего, будут привлечены к ответственности, предусмотренной российским законодательством.
    ПОМНИТЕ! Вы несете ответственность за оставленные отзывы! При добавлении отзыва будет сохранен ip Вашего компьютера. Если хотите оставить отрицательный отзыв, всегда можно подобрать корректные слова.
    Добавить в закладки - | Напечатать | 31 мая 2008 Новости(на башк)
    Другие новости по теме:


    Комментарии


    Информация
    Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.