Поиск
Популярные статьи
    Архив
    Ноябрь 2017 (1)
    Июль 2017 (4)
    Июнь 2017 (1)
    Май 2017 (4)
    Апрель 2017 (5)
    Март 2017 (4)
    Наши ссылки
    Панель управления
    логин :
    пароль :
  • Напомнить пароль?
     
    .

    Мөрәжәғәт

    Просм.: 7649 Дата : 30 июня 2008

    Хөрмәтле башҡорт ойошмалары етәкселәре!

    Әлеге осорҙа республикалағы башҡорт халҡы аяныс хәл кисерә. Ҡырағай капитализм халҡыбыҙҙы йәнә XIX быуат аҙағындағы кеүек бөлгөнлөккә алып барып терәне.
    Рәсәйҙең ергә хосуси милек тураһында законының эшләй башлауы, республика мөлкәтенең һатылыуы, Рәсәй һәм БДБ илдәренең төрлө төбәктәренән Башҡортостанға төрлө килмешәктәрҙең ағылыуы башҡорт халҡын ҙур хәүефкә ҡуя.
    Ә республикала милли аҙсылыҡты тәшкил иткән халҡыбыҙ һаман хоҡуҡһыҙ. Бер мәҙәниәт, мәғариф өлкәләрендә генә үҙбилдәләнеш хокуҡтарын ғәмәлгә ашырыу мөмкинлектәре ҡалды, улары ла хәҙерге мәлдә федераль властар тарафынан баҫымға дусар ителә башланы.
    Быға шаһит итеп 2007 йылдың декабрь айында Президент В. В. Путин тарафынан ҡул ҡуйылған «Рәсәй Федерацияһының мәғәриф тураһында» законына һәм башҡа закон сығарыусы акттарға дәүләт мәғариф стандартының төшөнсәһен һәм структураһын үҙгәртеү тураһындағы законды атарға була. Закон буйынса милли төбәк, мәғариф учрежденияһы компоненттары бөтөрөләсәк һәм күп кенә закон сығарыу акттарҙа «дәүләт мәғариф стандарты» төшөнсәһе «федераль дәүләт мәғариф стандарты» һүҙҙәре менән алышынасаҡ.
    Ә был закон 2008 йылдың 1 сентябрендә эшләй башлаясаҡ. Башҡортостандың мәғариф министрлығы бөтә халыҡты, йәмәғәтселекте милли мәғариф өлкәһендә бер ниндәй үҙгәреш булмаясаҡ тип тынысландырырға тырышһа ла, барыбер ошо закон нигеҙендә төбәк-ара компонент предметтары «Башҡортостан тарихы» менен «Башҡортостан тарихы, мәҙәниәте, әҙәбиәте» берләштерелә һәм уларға ни бары аҙнаһына 1 сәғәт кенә бүлеү билдәләнгән. Ә киләсәктә федераль властар яйлап-яйлап бөтә федерация субъектарында ошо законды тулыһынса ғәмәлгә ашырасаҡ.
    Республика етәкселеге быға ҡаршы бер нисек тә тора алмай. Берҙән бер юл – йәмәғәтселеккә генә таяныс. Әммә әлеге мәлдә йәмәғәтселекте тәшкил иткән башҡорт ойошмалары тарҡау һәм берләшеп көрәшеү кимәленә күтәрелергә бөтөнләй уйламай.
    Ошо 309-сы һанлы федераль законға ҡаршы пикет үткәреүҙе «Күк бүре» менән «Аҡтамыр» ойошмалары күтәрҙе һәм башҡа башҡорт ойошмаларын да был акцияла ҡанташырға саҡырҙы.
    Айырыуса Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының (БДБҠ) позицияһы беҙҙе аптыратты. Бындай акцияны ойоштороуға улар үҙҙәре бурыслы, әммә уны эшләү урынына ҡоролтай рәйесе, киреһенсә, ишетеүебеҙ буйынса, бармаҫҡа өндәй тигән хәбәр алдыҡ.
    Акцияға БЙИ, «Аҡ тирмә» мәҙәни үҙәге, «Урал» башҡорт үҙәге, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы етәкселәре бөтөнләй килмәне.
    Шулай уҡ мәғариф министрлығы менән ҡала мәғариф идараһының бөтә Өфө мәктәптәрендәге уҡытыусыларға бармаҫҡа ҡушҡаны беҙҙе бик ныҡ аптыратты.
    Быларҙың барыһына ла ваҡыт үҙ баһаһын бирер. Үтәр заман, килер бер ваҡыт һәм ул буласаҡ замандың быуыны беҙҙең изге эште юғары баһалар. Шуға күрә лә киләсәк быуын алдындағы беҙҙең намыҫ һәм выждан таҙа. Ә кемдәр ошо акцияға ҡаршылыҡтар күрһәтте һәм ҡатнашманы, уларҙың Әхмәтзәки Вәлиди кеүек «Милләтем өсөн бар нәмәне эшләнем», – тип әйтергә хаҡы юҡ.
    Ошо беҙҙең мөрәжәғәткә яуап көтәбеҙ.

    Мәғарифҡа булышлыҡ итеүсе:
    «Аҡтамыр» башҡорт үҙәге
    «Күк бүре» башкорт йәмғиәт хәрәкәте


    Кук буре предупреждает всех, что за комментарии, содержащие экстремизм, оскорбления отдельных личностей и социальных групп администрация сайта ответственности не несёт, а написавшие их люди, скорее всего, будут привлечены к ответственности, предусмотренной российским законодательством.
    ПОМНИТЕ! Вы несете ответственность за оставленные отзывы! При добавлении отзыва будет сохранен ip Вашего компьютера. Если хотите оставить отрицательный отзыв, всегда можно подобрать корректные слова.
    Добавить в закладки - | Напечатать | 30 июня 2008 Новости(на башк)
    Другие новости по теме:


    Комментарии


    Информация
    Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.