Поиск
Панель управления
логин :
пароль :
  • Напомнить пароль?
     
    . сувениры опт: магазин прикольных подарков: бизнес сувениры. .
    бюро переводов киев . . сувениры опт: магазин прикольных подарков: бизнес сувениры. .
    бюро переводов киев

    Кавказ ҡыҙҙары үҙ һылыуҙарыбыҙҙан ниндәй өҫтөнлөктәр менән айырыла?

    Кавказ ҡыҙҙары үҙ һылыуҙарыбыҙҙан ниндәй өҫтөнлөктәр менән айырыла? Йәки егеттәр ниңә сит милләткә өйләнергә теләй?

    Күптән түгел "Башҡорт форумдары"нда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының йәштәр советы етәксеһе Тимур Лоҡмановтын зур бәхәс тыуҙырған яҙмаһы барлыҡҡа. килгәйне. Унда башҡорт ҡыҙҙарының насар, юлдан яҙғандары тәнҡитләнеп, Кавказ традициялы төрки милләтле гүзәл заттар менән сағыштырыла. Автор өйләнгәндә лә һуңғыларын һайлаясағын белдерә: "Общался со многими девушками многих национальностей, но более всего меня как мужчину привлекли девушки с Кавказа,., конкретней если говорить, то думаю резонно брать супругу тюркской национальности с кавказскими традициями, выросшую в традициях восточного общества, почитания родителей, старших, супруга... На Урал моңо теснее общался с кумычками, меня просто очаровало отношение девушек к себе, к браку, к религии,., сейчас переписываюсь с ногайкой... Ну и есть иные традиции с калымом, у них., в среднем от 100 до 200 тыс. рублей,.. ну в принципе это не очень важно... Вот в наших девушках этого не вижу,., вчера пошел на концерт откровенно разочаровали некоторые представительницы башкирских девушек... Стоит одна с сигаретой в руках, глаза пьяненькие... еще как Йыуаса закричал с сцены "Учалылар бармы?!?"... они еще откликаются,., захотелось сквозь землю провалиться... Страшно с такой быть". Был сығыш "Башҡорт форумдары”нда ғына бәхәс тыуҙырып ҡалманы, уны тиҙ арала "изге ниәтле" "Уфагубъ" сайты эләктереп алды. Донъяның кире яғын ғына күрергә һәләтле сайт үҙенсә һығымта яһап, мәҡәлә лә баҫтырҙы. "Башҡорт милләтселәре лидеры башҡорт ҡыҙына өйләнергә теләмәй!" тип яр һалды улар. Комментарийҙарҙа халҡыбыҙ га тағы ла бысраҡ сәстеләр, ҡыҙҙарыбыҙға ла ағыу һиптеләр. Халыҡ яҙмышына битараф булмағандарҙан бер төркөм был фекер (Т. Лоҡманов фекере) тирәләй аныҡламалар алыу маҡсатында авторҙың үҙе менән осрашмаҡсы булды.
     Просм.: 2335 Дата : 15 августа 2008 

    Мөрәжәғәт

    Хөрмәтле башҡорт ойошмалары етәкселәре!

    Әлеге осорҙа республикалағы башҡорт халҡы аяныс хәл кисерә. Ҡырағай капитализм халҡыбыҙҙы йәнә XIX быуат аҙағындағы кеүек бөлгөнлөккә алып барып терәне.
    Рәсәйҙең ергә хосуси милек тураһында законының эшләй башлауы, республика мөлкәтенең һатылыуы, Рәсәй һәм БДБ илдәренең төрлө төбәктәренән Башҡортостанға төрлө килмешәктәрҙең ағылыуы башҡорт халҡын ҙур хәүефкә ҡуя.
     Просм.: 2146 Дата : 30 июня 2008 

    «Бөгөн башҡорт телен һаҡламаһаҡ, иртәгә тотош республика юҡҡа сығыр»

    Мәғариф законы тирәләй үҙгәрештәр халыҡ хоҡуҡтарын боҙа

    Бер нисә ай элек дәүләт кимәлендәге мәғариф стандарты структураһында милли-төбәк компоненттарын ҡыҫҡартыуға булышлыҡ итеүсе Федераль закон (309-сы ФЗ) сыҡҡан. Уға ярашлы, туған тел уҡытыу юҡҡа сыға яҙа тигән һүҙ. БР-ҙын, мәғариф министры Зиннәт Аллаяров был үҙгәрештәргә ҡырҡа ҡаршы икәнен белдереп сығып яһаны. Башҡорт йәмәғәт ойошмалары, уҡытыусылар, йәштәр ҙә ситтә тороп ҡалманы - улар законға үҙгәрештәр индереүгә (милли белем алыуҙы сикләгән үҙгәреш!) протест белдереп митингыға сыҡты.
     Просм.: 2228 Дата : 18 июня 2008 

    Милләттәрҙе ҡыҫыу мәктәптәрҙән башланамы?

    Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәле эргәһендә "Белем биреүҙәге дәүләт стандарты төшөнсәһенә һәм структураһына ҡағылышлы РФ-ның айырым закон актта¬рына үҙгәрештәр индереү тураһында" 309-сы Федераль законды ҡабул итеүгә протест белдереп, пикет ойошторолдо. Ойоштороусылар - халыҡ мәғарифына булышлыҡ итеүсе "Аҡтамыр" башҡорт үҙәге" йәмәғәт ойошмаһы һәм "Күк бүре" башҡорт йәмәғәт хәрәкәте.
    Пикетта студенттар, уҡытыусылар, ватансыл рухлы йәштәр ҡатнашты. Улар дәүләт мәғариф системаһынан милли-төбәк компонентын алып ташлауҙың республикаларҙа икенсе дәүләт телен, балаларҙы әсә телендә уҡыуҙан мәхрүм итеүгә килтерәсәгенә баҫым яһаны. "Күк бүре"нең рәйесе Тимур Мөхтәров әйтеүенсә, 309-сы Федераль законды ҡабул итеү Рәсәй төбәктәрендә рус бул¬маған башҡа милләттәрҙең үҙ телен, мәҙәниәтен, тарихын өйрәнеүҙе сикләйәсәк, ә уҡыу процесына туған тел, Башҡортостан тарихы, экологияһы, географияһы кеүек фәндәрҙе индереү өсөн Мәскәү менән килешеү кәрәк буласаҡ. Милли компонентты алып ташлау шулай уҡ федерализм принцибын боҙоуға тиң, тип иҫәпләй пикетсылар.
     Просм.: 2285 Дата : 31 мая 2008 

    МИЛЛИ МӘҒАРИФТЫ ҺАКЛАЙЫК! МӨРӘЖӘҒӘТ.

    БМО-НЫҢ ГЕНЕРАЛЬ СЕКРЕТАРЫНА, ЕВРОПА СОВЕТЫ БАШКАРМА КОМИТЕТЫ ГЕНЕРАЛЬ СЕКРЕТАРЫНА, ЮНЕСКО ГЕНЕРАЛЬ ДИРЕКТОРЫНА, РФ ПРЕЗИДЕНТЫНА МӨРӘЖӘҒӘТ

    2007 йылдың декабрендә РФ Президенты дәүләт мәғариф стандартында милли-төбәк компонентын бөтөрөргә булышлыҡ итеүсе федераль законға (309-сы ФЗ) ҡул ҡуйҙы. Быны милли мәктәптәрҙә республикаларҙың икенсе дәүләт телен (рус теленән башҡа) өйрәнеүгә дәүләт гарантияһы биреүҙән баш тартыу тип аңларға була. Тимәк, әле ошо компонент сиктәрендә туған тел һәм әҙәбиәт, милли мәҙәниәт һәм тарих уҡытыуҙы сикләү хәүефе тыуа.
    Мәғариф өлкәһендә федераль принципты тарҡатыу, Рәсәй халҡының милли-мәҙәни үҫешенә хоҡуҡтарын сикләү, милли мәктәптәрҙә туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыуҙы, милли мәҙәниәтте, халыҡ тарихын өйрәнеүҙе яйлап алмаштырыу РФ Конституцияһын тупаҫ боҙоу ул. Әлеге закон:
    - РФ-ның күп милләтле булыуын, Конституцияла нығытылғанса "һәр халыҡ тигеҙ хоҡуҡҡа эйә" принцибын инҡар итә;
    - РФ-һы Конституцияһының 26-сы статьяһындағы "һәр кем туған телен файҙаланыуға, аралашыу, тәрбиә, белем алыу, ижад итеү телен ирекле һайларға хоҡуҡлы" тигән 2-се пунктты боҙа;
    - РФ субъекттарын мәғариф процесынан ситләтә. Был хәл Конституцияның 72-се статьяһы, "е" пунктына ҡаршы килә.
    - Конституцияға ярашлы "РФ-һы бөтә халыҡтарына үҙ телен һаҡлау, уны үҫтереү һәм өйрәнеү өсөн шарттар тыуҙырыу хоҡуғын бирә" (68-се статья, 3-сө пункт) тигән менән тап килмәй;
    - 1999 йылдың 25 октябрендәге Декларацияны (унда "һәр халыҡтың үҙ аллы теле", "РСФСР-ҙың бөтә халыҡтарының үҙ телен һаҡлау, үҫтереү, өйрәнеүҙә тигеҙ мөмкинселектәре", "бөтә телдәрҙең дәүләт тарафынан социаль, иҡтисади, юридик яҡланыу тигеҙлеге" хаҡында һүҙ бара) һанға һуҡмай.
    Бөтә Рәсәй халҡын мәғарифтың дәүләт стандартында милли-төбәк компонентын яңынан тергеҙеүҙе яҡлап сығыш яһарға саҡырабыҙ.
    Тел юҡ икән, милләт тә юҡ!

    Халыҡ мәғарифына булышлыҡ итеүсе "Аҡтамыр" башҡорт үҙәге

    "Күк бүре" башҡорт йәмәғәт хәрәкәте
     Просм.: 2193 Дата : 25 мая 2008 

    ПИКЕТ YТЕП КИТТЕ...

    Пикет бик шәп үтте. 100 кеше акцияла ҡатнашып, үҙҙәренең ризаһыҙлығын белдерҙе.
    Бөтә донъя башҡорт ҡоролтайы исполкомының һәм Башҡорт йәштәре иттифағының етәкселәре, беҙ уларҙы саҡырһаҡ та, пикетҡа демонстратив рәүештә килмәне, был изге эшебеҙҙә беҙҙе хупламаны. (Нимәгә кәрәк һуң, улай булғас, ул ойошмалар?). Сәбәптәрен дә аңлатманылар. Ярай инде, уларҙың намыҫында ҡалһын уларҙың этлектәре.
     Просм.: 2835 Дата : 24 мая 2008 

    ИҒЛАН

    22 майҙа 14.00 cәғәттән 16.00 cәғәткә тиклем Өфөләге Конгресс-холл ҡаршыһындағы Салауат Юлаев майҙанында Милли мәғарифҡа булышлыҡ итеүсе «Аҡтамыр» башҡорт үҙәге башҡа башҡорт ойошмалары менән бергә пикетлау үткәрәсәк.
    Пикеттың маҡсаты – төбәк-ара компонентты берҙәм федераль дәүләт мәғариф стандарты менән алмаштырыу тураһында антидемократик федераль законға протест белдереү. Был закон ярашлы мәктәптәребеҙҙә башҡорт телен, әҙәбиәтен, тарихын һәм мәҙәниәтен уҡытыу өсөн хоҡуҡи нигеҙе юҡҡа сығасаҡ.
    Пикетты ойоштороусылар Өфөләге һәм башҡа ҡала, район ерҙәрендәге йәмәғәтселекте әүҙем ҡатнашырға саҡыра.

    «Аҡтамыр» үҙәге

    «КҮК БҮРЕ» хәрәкәте
     Просм.: 2042 Дата : 21 мая 2008 

    Үҙ ереңә үҙең хужа бул !!!

    - Ҡайҙа йөрөһәңдә, кем булһаңда, халҡыңдың вәкиле икәнлегеңде онотма, уның исеменә тап төшөрмә.
    - Тартма, хәмер эсмә. Был ҡылыҡтарҙан мөмкин тиклем тиҙерәк арын, сөнки һуңынан – ауырыраҡ, ул ысын ауырыу. Тәмәке һәм хәмер менән үҙеңдең генә түгел, ә милләттең киләсәгенең һаулығын ҡаҡшатаһың, был бер. Икенсенән – эсеүсе кешегә ныҡлап ышанырға, кәрәк саҡта ярҙам көтөргә буламы? Тартыусы тәмәкенән айырыла алмағас, уның ихтыяр көсө бармы? Өсөнсөһө - һеҙҙе ҡулланалар, дөрөҫөрәге – һеҙҙең ахмаҡлығығыҙ арҡаһында кемдер байый! Хөкүмәткә лә аңра һарыҡтар менән идара итеүе еңелерәк.
    - Спорт менән шөғөллән - алыш, көрәш төрҙәре, йәки көс-ҡеүәт, олпат ҡиәфәт биреүсе штанга, гер күтәреү менән. Ваҡыт юҡлыҡҡа һылтаныу физик баҫымға ҡаршы торорға ярҙам итмәйәсәк. Милләткә ихтирам көскә ихтирам (ҡурҡыу) аша булһа ла килһен.
    - Борон беҙҙә һәр ир-егет яугир булған – милләт мәнфәғәттәрен яҡларға кәрәк саҡта “мин рәссам, мин табиб”, йә “мин йырсы”, тип ятып ҡалыусы булмаһын!
    - Үҙ милләтең вәкиле менән донъя ҡор. Һәр осраҡта, балаларың халҡыбыҙға ят тамыр булып үҫмәһен.
    - Балаларыңа үҙебеҙҙең халыҡ исемдәрен ҡуш – ислам дине менән һәм көнбайыштан килгән исемдәр кемдә генә юҡ, айыра, айырыла беләйек.
    - Балаңды рухлы итеп тәрбиәлә. Үҙеңә алмаш булырҙай үрнәк күрһәт!
    - Мөмкин тиклем киңерәк даирәлә, тартынмайса үҙ телеңдә һөйләш – милләттәштәреңдең рухы үҫер, күңеле күтәрелер, башҡаларҙың “кикереге шиңер”, беҙҙең күп икәнде күрһендәр.
    - Тарихты өйрән, ата-бабаларыбыҙ аҫабалыҡ, азатлыҡ өсөн ниҙәр кисергәнен онотма, ер-һыуыбыҙҙың ҡәҙерен бел!
    - Етеш йәшә, килмешәктәр етерлек ерҙә ҡара эштә эшләмә.
    - Кеше менән итәғәтле бул, матур аралаш, камиллыҡҡа ынтыл.
    - Үҙ өлкәңдә профессиональ үҫеш, бөгөнгө вазифаңа риза булһаң да, милли сәйәсәтте атҡарыр өсөн тағы юғарыраҡҡа үрлә.
    - Дин юлында булыу рухи таяныс, күңел тыныслығы бирер, әммә, беренсе сиратта һин – милләтең вәкиле икәнеңде онотма, диндәш “туғандарға” еребеҙҙе баҫырға юл ҡуйма.
    - ”Яңғыҙ ҡарға яҙ килтермәй”, яныңда ошо теләктәрҙе яҡын күргән, ышаныслы егеттәр тупла. Башҡа шундай төркөмдәр менән бәйләнеш тотоғоҙ, ярҙамға килергә әҙер тороғоҙ.
    - Милләткә, йәки уның вәкиленә ихтирамһыҙлыҡ күрһәтелә икән – икеләнеүһеҙ урынына ултыртығыҙ!

    “ Күк бүре” йәштәр ойошмаһы , 2007 йыл, апрель
     Просм.: 8106 Дата : 24 апреля 2007