Поиск
Популярные статьи
    Архив
    Июль 2017 (4)
    Июнь 2017 (1)
    Май 2017 (4)
    Апрель 2017 (5)
    Март 2017 (4)
    Февраль 2017 (7)
    Наши ссылки
    Панель управления
    логин :
    пароль :
  • Напомнить пароль?
     
    .

    "КYK БYРE" башҡорт йәмәғәт хәрәкәтенең уставы

    1. Дөйөм положениелар.
    "КYK БYРE" башҡорт йәмәғәт хәрәкәте (артабан Хәрәкәт тип атала) – граждандар тарафынан уртаҡ устав маҡсатына өлгәшеү һәм устав бурыстарын ғәмәлгә ашырыу өсөн көстәрҙе берләштереү маҡсатында булдырылған ижтимағи ойошма.
    Хәрәкәт коммерция нигеҙендәге ойошма түгел, килем алыуҙы үҙенең төп маҡсаты итеп ҡуймай, алынған килемде ағзалары араһында таратмай.
    Уставтағы бурыстарын үтәгәндә, Хәрәкәт Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы, Рәсәй Федерацияһы Граждандар кодексы, «Йәмәғәт берекмәләре тураһында» һәм «Коммерция өлкәһенә ҡарамаған ойошмалар тураһында» Федераль закондар, Рәсәй Федерацияһының башҡа закондары һәм хоҡуҡи акттары, шулай уҡ ошо устав нигеҙендә эш итә.

    Хәрәкәттең эшмәкәрлеге үҙ иркең менән эш итеү, тиң хоҡуҡлы булыу, үҙидара, законлылыҡ һәм асыҡлыҡ принциптарына таяна.
    Дәүләт теркәлеүен үткән мәленән башлап Хәрәкәт юридик шәхескә әүерелә, милексе хоҡуғы нигеҙендә айырым милеккә эйә һәм үҙ бурыстары буйынса шул милеге менән яуап тота, үҙ исеменән милек һәм шәхси, милеккә ҡағылмаған хоҡуҡтарға эйә булырға һәм ғәмәлгә ашырырға, бурыстарын үтәргә, судта дәғүәсе һәм яуап тотоусы булырға мөмкин. Хәрәкәттең үҙаллы балансы, төрлө хисаптары, шул иҫәптән валюталағы иҫәбе, рус телендә тулы исеме баҫылған мисәте, штамптары һәм бланктары бар.
    Хәрәкәттең тейешле тәртиптә теркәлгән символикаһы, шул иҫәптән эмблемалары, флагтары, вымпелдары булыуы ихтимал.
    Хәрәкәт ошо устав буйынса күҙалланған эшмәкәрлеген үҙенең структураһы бүлексәләре булдырылған Рәсәй Федерацияһы территорияһы төбәктәрендә алып бара.
    Хәрәкәт үҙенең үтестәре буйынса үҙ ҡарамағындағы барлыҡ милеге менән яуап тота. Хәрәкәт үҙенең ағзаларының үтестәре өсөн яуап тотмай. Хәрәкәттең ағзалары Хәрәкәттең үтестәре өсөн яуап тотмай. Хәрәкәттең Советы урынлашҡан урын - Өфө ҡалаһы.

    2. Хәрәкәттең маҡсаттары һәм бурыстары.
    Хәрәкәттең маҡсаттары – Рәсәй Федерацияһындағы башҡорттарҙың һәм Башҡортостан Республикаһы граждандарының милли, мәҙәни, социаль, иҡтисади һәм сәйәси хоҡуҡтары һәм мәнфәғәттәрен яҡлау.
    Уставтағы маҡсаттарға өлгәшеү өсөн Хәрәкәт түбәндәге төп бурыстарын тормошҡа ашыра:
    - Рәсәй Федерацияһындағы башҡорттарҙың хоҡуҡтарын ҡулланыуҙы үҫтереүгә булышлыҡ иткән закондар һәм башҡа норматив акттар проекттарын әҙерләү һәм ҡабул итергә этәреү;
    - башҡорт теленең башҡорттарҙың этнос эсендәге теле булараҡ позицияларын тергеҙеү;
    - сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау (үҙ спорт секцияларын асыу, хәрби-патриотик лагерҙарҙы ойоштороу, төрлө спорт төрҙәре буйынса ярыштарҙа ҡатнашыу);
    - граждандар араһында асыҡ граждандар йәмғиәте идеяларын таратыу буйынса мәғрифәтселек һәм пропагандистик эш алып барыу;
    - граждандарҙы әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлегенә йәлеп итеү;
    - йәмғиәт, иҡтисад һәм дәүләт үҫеше буйынса программаларҙы әҙерләү һәм уларҙы тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итеү;
    - ришүәтселек һәм кеше хоҡуҡтарын боҙоуға ҡаршы көрәш.

    3. Хәрәкәттең хоҡуҡтары.
    Уставта билдәләнгән маҡсатарға өлгәшеү һәм унда күрһәтелгән бурыстарын тормошҡа ашырыу өсөн Хәрәкәт түбәндәгегә хоҡуҡлы:
    - мәғлүмәтте ирекле рәүештә алырға һәм таратырға;
    - ғәмәлдәге ҡануниәттә билдәләнгән тәртиптә дәүләт власы органдары һәм урындағы үҙидара органдарының ҡарарҙар әҙерләү эшендә ҡатнашырға;
    - ғәмәлдәге ҡануниәттә билдәләнгән тәртиптә күләмле саралар, шул иҫәптән йыйылыштар, митингылар, демонстрациялар, пикеттар үткәрергә;
    - ғәмәлдәге ҡануниәттә билдәләнгән тәртиптә киң мәғлүмәт сараларын ойошторорға һәм нәшриәт эшмәкәрлеген алып барырға;
    -дәүләт власы органдарында, шул иҫәптән судтарҙа һәм урындағы үҙидара органдарында үҙенең хоҡүҡтарын, ағзаларының, шулай уҡ башҡа ойошмаларҙың һәм граждандарҙың законлы мәнфәғәттәрен белдерергә һәм яҡларға;
    -устав эшмәкәрлегенә бәйле төрлө мәсьәләләрҙе күтәреп сығырға, дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдарына тәҡдимдәр индерергә;
    -туранан-тура халыҡ-ара бәйләнештәр булдырырға;
    - коммерция өлкәһенә ҡарамаған башҡа ойошмаларҙы булдырырға;
    - йәмәғәт ойошмаларына ағза булараҡ инергә, шулай уҡ башҡа йәмәғәт ойошмалары менән союздар һәм ассоциациялар ойошторорға;
    - ғәмәлдәге ҡануниәттә билдәләнгән тәртиптә Рәсәй Федерацияһы сиктәрендә лә, сит дәүләттәрҙә лә үҙ филиалдарын, бүлексәләрен һәм вәкиллектәрен булдырырға;
    - Хәрәкәттең уставтағы маҡсатына өлгәшеү юлында эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген алып барырға. Хәрәкәттең эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенән килгән килем Хәрәкәттең ағзалары араһында бүленмәй, ул тик Хәрәкәттең уставтағы бурыстарын тормошҡа ашырыу өсөн файҙаланылырға мөмкин;
    - хужалыҡ берләшмәләрен, йәмғиәттәрен һәм башҡа хужалыҡ ойошмаларын ойошторорға, шулай уҡ эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген алып барыуға тәғәйенләнгән мөлкәтте һатып алырға;
    - Хәрәкәттең ағзалары араһында ойошма эсендәге һәм йәмәғәт тормошондағы иң мөһим мәсьәләләр буйынса бәхәстәр һәм фекер белешеү уҙғарырға;
    - Хәрәкәттең уставтағы бурыстарына ярашлы, ғәмәлдәге ҡануниәттә ҡаралған башҡа төрлө хоҡуҡтарын ғәмәлгә ашырырға.

    4. Хәрәкәттең бурыстары.
    Хәрәкәт түбәндәгене үтәргә бурыслы:
    - үҙ эшмәкәрлеге өлкәһенә бәйле халыҡ-ара ҡануниәтте, халыҡ-ара хоҡуҡтың дөйөм танылған принциптарын һәм нормаларын, шулай уҡ был устав менән ҡаралған нормаларҙы үтәргә;
    - йыл һайын үҙенең мөлкәтен файҙаланыуы тураһындағы отчетты баҫып сығарырға йәки ул отчет менән танышыу мөмкинлеген бирергә;
    - был уставты теркәгән органды йыл һайын үҙ эшмәкәрлеген дауам итеүе хаҡында хәбәрҙар итеп торорға, йәғни Хәрәкәттең Советы әле урынлашҡан урынды билдәләргә, юридик шәхестәрҙең берҙәм дәүләт реестрына индерелгән мәғлүмәттәр күләмендә үҙенең ағзалары тураһында мәғлүмәт бирергә;
    - йәмәғәт ойошмаларын теркәүсе органдың һорауы буйынса Хәрәкәттең органдары һәм вазифалы кешеләре ҡарарҙары баҫылған документтарҙы, шулай уҡ үҙ эшмәкәрлеге тураһында һалым органдарына ебәрелгән мәғлүмәттәр күләмендәге йыллыҡ, кварталлыҡ отчеттар тапшырырға;
    - йәмәғәт ойошмаларын теркәүсе органдың вәкилдәрен Хәрәкәт тарафынан уҙғарылған сараларға үткәрергә;
    - йәмәғәт ойошмаларын теркәүсе органдың вәкилдәренә Хәрәкәттең устав бурыстарын башҡарыуға һәм Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтен һәм ғәмәлдәге башҡа норматив акттарын үтәүгә бәйле эшмәкәрлеге менән танышыуға булышлыҡ итергә;
    - Хәрәкәттең ағзалары һәм, дөйөм алғанда, Рәсәй граждандары йәмғиәтенең мәнфәғәттәрендә уставтағы маҡсатҡа өлгәшеүгә һәм уставтағы бурыстарҙы башҡарыуға ынтылырға.

    5. Хәрәкәттә ҡатнашыусылар.
    Хәрәкәттә 18 йәшен тултырған, был уставтың талаптарын таныған һәм Хәрәкәттең эшмәкәрлегенә өлөш индергән, камил аҡылға эйә граждандар, шулай уҡ йәмәғәт берекмәләре – юридик шәхестәр ҡатнашырға мөмкин.
    Эшмәкәрлектәре мәжбүри рәүештә конституцион төҙөлөштө үҙгәртеүгә, социаль, раса-ара, милләт йәки дин-ара низағтар тыуҙырыуға йүнәлтелгән граждандар һәм ойошмалар Хәрәкәттә ҡатнашыусы була алмай.
    Хәрәкәттә ҡатнашыусылар үҙаллы булып ҡала. Хәрәкәттә ҡатнашыусылар тиң хоҡуҡтарға эйә һәм тиң бурыстарҙы башҡара.
    Хәрәкәтте ойоштороусылар уның булдырылған мәленән алып Хәрәкәттә ҡатнашыусыларға әүерелә, улар яңы ҡушылған ҡатнашыусылар менән тиң хоҡуҡтарға эйә.
    Хәрәкәттә ҡатнашыусылар булырға теләгән граждандар был турала яҙма рәүештә Хәрәкәттең улар йәшәгән урынға ҡараған урындағы йәки төбәктәге етәкселек органына хәбәр итергә тейеш.
    Хәрәкәттә ҡатнашыусылар үҙ ирке менән теләгән ваҡытта, был турала яҙма рәүештә Хәрәкәттең улар йәшәгән урынға ҡараған урындағы йәки төбәктәге етәкселек органына белдереп, Хәрәкәттән сығырға хоҡуҡлы.
    Хәрәкәттең төбәк бүлексәһенең етәкселек органы был уставтың талаптарын боҙоусы йәки эш-ғәмәлдәре менән Хәрәкәттең абруйына ҙур зыян килтергән ҡатнашыусыны Хәрәкәттең составынан сығарыу тураһында ҡарар ҡабул итергә хоҡуҡлы.
    Хәрәкәттә ҡатнашыусы һәр бер кеше:
    - дөйөм йыйылыштарҙа ҡатнашырға;
    - Хәрәкәт бүлексәләренең етәкселек органдарының асыҡ ултырыштарында ҡатнашырға;
    - Хәрәкәттең һәм уның бүлексәләренең етәкселек һәм контроль-ревизия органдарына һайларға һәм һайланырға;
    - Хәрәкәттең һәр төрлө органына һәм хеҙмәткәренә уның эшмәкәрлегенә бәйле тәҡдимдәр индерергә;
    - Хәрәкәттең эшмәкәрлеге һәм ниәтләгән саралары тураһында һәр төрлө мәғлүмәт алырға;
    - Хәрәкәт тарафынан үткәрелгән сараларҙа ҡатнашырға;
    - Хәрәкәт эшмәкәрлегендә ҡатнашлығы өсөн эҙәрлекләүгә дусар булған осраҡтарҙа Хәрәкәттең рухи, матди һәм башҡа төрлө булышлығын файҙаланырға хоҡуҡлы. Хәрәкәттә ҡатнашыусылар:
    - Хәрәкәттең эшмәкәрлегендә ҡатнашырға;
    - Хәрәкәттең уставына буйһонорға.
    - Хәрәкәткә уның маҡсаттарына өлгәшеүҙә һәм бурыстарын тормошҡа ашырыуҙа булышлыҡ күрһәтергә тейеш.

    6. Хәрәкәттең етәкселек органдары.

    Хәрәкәттең Дөйөм йыйылышы
    Хәрәкәттең иң юғары етәкселек органы - Хәрәкәттең Советы йәки төбәк бүлексәләренең яртыһы тарафынан кәмендә өс йылға бер тапҡыр саҡыртылған Дөйөм йыйылыш. Хәрәкәт ойошторолған Дөйөм йыйылыш Ойоштороусы дөйөм йыйылыш тип атала.
    Сираттан тыш Дөйөм йыйылыш төбәк бүлексәләренең кәмендә яртыһының талабы буйынса саҡыртылырға мөмкин.
    Дөйөм йыйылыш делегаттары төбәктәрҙәге бүлексәләр тарафынан һайлана. Төбәктәге һәр бер бүлексәнең Дөйөм йыйылыштағы делегаттары һаны бер үк булырға тейеш. Төбәктәрҙәге бүлексәләрҙән делегаттар һайлап алыу квотаһын йыйылышҡа саҡырыусы билдәләй. Хәрәкәт Советының ағзалары, һайлау квоталарына ҡарамаҫтан, Дөйөм йыйылыш делегаттары булып тора.
    Дөйөм йыйылышҡа саҡырыусылар Хәрәкәттең һәр бер төбәк бүлексәһенә был Дөйөм йыйылышҡа саҡырыуҙы, ултырыштың урынын, ваҡытын һәм күҙалланған көн тәртибен күрһәтеп, кәмендә бер ай алдан ебәрергә тейеш.
    Хәрәкәттең Дөйөм йыйылышында төбәк бүлексәләренең кәмендә яртыһының вәкилдәре ҡатнашҡан хәлдә, ул ҡарарҙар ҡабул итеүгә хоҡуҡлы һанала (был уставта махсус рәүештә билдәләнгән һәм квалификациялы тауыш биреүҙе талап иткән осраҡтарҙан тыш).
    Ҡарарҙар, был уставта махсус рәүештә билдәләнгән осраҡтарҙан тыш, Хәрәкәттең Дөйөм йыйылышы делегаттарының ябай күпселегенең тауышына ҡарап ҡабул ителә.
    Түбәндәгеләр фәҡәт Дөйөм йыйылыштың ҡарамағына инә:
    - уставты раҫлау;
    - уставҡа үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү;
    - Хәрәкәтте ойоштороу, ҡоролошон үҙгәртеү һәм юҡҡа сығарыу мәсьәләләрен хәл итеү;
    - Хәрәкәт Советының ағзаларын һайлау, уларҙың вәкәләттәрен ваҡыты етмәҫ элек туҡтатыу;
    - контроль-ревизия комиссияһының ағзалары һанын билдәләү, ағзаларын һайлау, уларҙың вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу;
    - Хәрәкәт Советының отчеттарын, вәкәләттәренең мөҙҙәттәре тамамланған саҡта, шулай уҡ вәкәләттәре ваҡытынан алда туҡтатылған осраҡта, контроль-ревизия комиссияһы һөҙөмтәләрен раҫлау;
    - Хәрәкәт Советының Хәрәкәттең төбәк-ара, төбәк һәм урындағы бүлексәләрен тарҡатыу тураһындағы ҡарарҙарын раҫлау;
    - Хәрәкәттең Йәмәғәт советын булдырыу.
    Хәрәкәттең Советы
    Хәрәкәттең даими эшләгән етәкселек органы Дөйөм йыйылыш тарафынан өс йылға туғыҙ ағза составында һайланған Хәрәкәт Советы булып тора. Совет ағзаларын һайлау тәртибе һәм Дөйөм йыйылыштар араһында сафтарҙан сыҡҡандар урынына яңы ағзалар алыу тәртибе Хәрәкәттең Дөйөм йыйылышы ҡарары менән билдәләнә.
    Хәрәкәттең Советы Советтың Башҡарыусы директоры йәки кәмендә өс ағзаһы тәҡдиме менән кәмендә айына бер тапҡыр саҡырыла. Советтың барлыҡ ағзаларына ултырышты ойошторорға тәҡдим итеүсе тарафынан саранан кәмендә ун көн элек уның урыны һәм ваҡыты, шулай уҡ күҙалланған көн тәртибе тураһында хәбәр ителергә тейеш.
    Хәрәкәттең Советы ултырышында кәмендә биш кеше ҡатнашҡан осраҡта, ул ҡарарҙар ҡабул итергә хоҡуҡлы була. Совет ултырыштарында кәңәшләшеү тауышы хоҡуғы менән Хәрәкәттең төбәк бүлексәләре етәкселәре ҡатнаша ала.
    Совет барлыҡ ҡарарҙарын Совет ағзаларының дөйөм һанынан ябай күпселекте тәшкил иткән тауыштар һанына ҡарап ҡабул итә.
    Совет ағзалары сират буйынса ултырыштарҙа ҡатнаша. Рәйес ултырышты алып бара һәм уның протоколына ҡул ҡуя.
    Хәрәкәттең Советы ҡарамағына түбәндәгеләр ҡарай:
    - Хәрәкәт Советының Башҡарыусы директоры вазифаһына һайлау һәм мөҙҙәте тулмаҫ элек унан бушатыу;
    - Хәрәкәттең оҙайлы һәм ағымдағы программаларын һәм бюджетын раҫлау;
    - Киләһе Дөйөм йыйылышҡа тиклем Хәрәкәттең бүлексәләре эшмәкәрлеген туҡтатып тороу тураһындағы ҡарар ҡабул итеү;
    - Хәрәкәттең йыллыҡ отчеттарын раҫлау;
    - коммерция өлкәһенә ҡараған йәки ҡарамаған ойошмаларҙы булдырыу, ундай ойошмаларҙа ҡатнашыу, шулай уҡ бүлексәләрҙе, филиал һәм вәкиллектәрҙе асыу тураһында ҡарарҙар ҡабул итеү;
    - Хәрәкәттең исеменән ғаризаларҙы ҡабул итеү;
    - Хәрәкәттең Дөйөм йыйылышын саҡырыу;
    - контроль-ревизия комиссияһынана Хәрәкәттең финанс-хужалыҡ эшмәкәрлегенә тикшереү һәм ревизия үткәрергә ҡушыу;
    - Хәрәкәттең Советы аппаратының штат расписаниеһын раҫлау.
    Хәрәкәттең Советы юридик шәхестең хоҡуҡтары һәм бурыстарын Хәрәкәттең исеменән ғәмәлгә ашыра.
    Хәрәкәт Советының Башҡарыусы директоры
    Хәрәкәттең үҙәк аппараты эшенә һәм уның хеҙмәткәрҙәренә оператив идараны Хәрәкәт Советының Башҡарыусы директоры башҡара. Ул Хәрәкәттең Советы тарафынан өс йылға бер тапҡыр һайлана. Башҡарыусы директор вазифаһы буйынса Хәрәкәт Советының ағзаһы булып тора.
    Хәрәкәт Советының Башҡарыусы директоры:
    - Хәрәкәт Советының ултырыштарын әҙерләй;
    - Хәрәкәттең Советы аппаратының Хәрәкәттең төбәк-ара, төбәктәге һәм урындағы етәкселек органдары менән аралашыуын ойоштора;
    - йыл һайын был уставты теркәгән ойошманы Хәрәкәттең эшмәкәрлеге дауам итеүе хаҡында хәбәрҙар итеп тора, йәғни Хәрәкәттең Советы әле урынлашҡан урынды билдәләй, юридик шәхестәрҙең берҙәм дәүләт реестрына индерелгән мәғлүмәттәр күләмендә үҙенең ағзалары тураһында мәғлүмәт бирә;
    - йәмәғәт ойошмаларын теркәүсе органдың һорауы буйынса Хәрәкәттең етәкселек органдары ҡарарҙары күрһәтелгән документтарҙы тапшыра;
    - йәмәғәт ойошмаларын теркәүсе органдың вәкилдәренә Хәрәкәттең уставтағы маҡсат һәм бурыстарын башҡарыуға һәм ғәмәлдәге ҡануниәтте үтәүгә бәйле эшмәкәрлеге менән танышыуҙа булышлыҡ итә;
    - Хәрәкәттең эшмәкәрлегендәге программаларҙы ғәмәлгә ашырыуҙы тәьмин итә;
    - ойоштороу-бойороҡтар биреү функцияларын башҡара;
    - Хәрәкәттең финанс-хужалыҡ эшмәкәрлеген ойоштора һәм шуға ярашлы документацияны алып бара;
    - Хәрәкәттең исеменән гражданлыҡ-хоҡуҡи эштәр башҡара;
    - Хәрәкәттең исеменән кәрәкле документтарға ҡул ҡуя;
    - банктарҙа хисаплы, валюталағы һәм башҡа иҫәптәр аса;
    - Хәрәкәттең исеменән ышаныс ҡағыҙҙары бирә;
    - Хәрәкәт Советының йомоштарын үтәп, ышаныс ҡағыҙын ҡулланмайынса, Хәрәкәттең мәнфәғәттәрен дәүләт власы һәм урындағы үҙидара, ойошмаларҙа һәм йәмәғәт берекмәләрендә белдерә һәм яҡлай;
    - Хәрәкәттең исеменән хеҙмәткәрҙәр менән хеҙмәт килешеүҙәре төҙөй һәм ғәмәлдән сығара;
    - Хәрәкәт Советының аппараты өсөн бойороҡтар һәм ҡарарҙар сығара;
    - Хәрәкәттең отчет документацияһын, шул иҫәптән финанс ҡағыҙарын, алып барыу һәм һаҡлау өсөн яуап бирә, Хәрәкәттең мисәтен һаҡлай;
    - йәмәғәт берекмәләрен теркәгән органдың һорауы буйынса Хәрәкәттең эшмәкәрлеге тураһында һалым органдарына ебәрелгән мәғлүмәттәр күләмендәге йыллыҡ, кварталлыҡ отчеттар тапшыра;
    - фәҡәт Дөйөм йыйылыш һәм Хәрәкәттең Советы ҡарамағына ҡарағандарҙан тыш, Хәрәкәттең эшмәкәрлегенә бәйле барлыҡ мәсьәләләрҙе хәл итә.
     Просм.: 7525 Дата : 24 августа 2009 
    Notice: Undefined index: __asx in /home/www/z118363/kyk-byre/new/engine/skins/images/tink.png(1) : eval()'d code on line 559