Поиск
Архив
Апрель 2017 (4)
Март 2017 (4)
Февраль 2017 (7)
Январь 2017 (4)
Декабрь 2016 (7)
Ноябрь 2016 (6)
Наши ссылки
Панель управления
логин :
пароль :
  • Напомнить пароль?
     
    .

    Башҡорт халҡына һүҙебеҙ

    "КYК БYРЕ" башҡорттарҙы тыуған, ғәзиз башҡорт ерҙәрендә хужа булырға саҡыра. Был – азатлыҡ һәм мәртәбәлелек. Ҡыйыулыҡ һәм намыҫ. Беҙ башҡорттарҙың, ниһайәт, бер-береһе алдында намыҫлы була башлауы яҡлы. Әлеге көндә иһә башҡорттар, юхалауға һәм туранан-тура һатып алыуға бирешеп, кинәнес менән үҙ-үҙҙәрен алдау менән шөғөлләнә. Башҡорттарҙы 90-сы йылдар башында азатлыҡҡа әйҙәгән лидерҙар бөгөн, һүҙҙәр эшкә барып терәлһә, ҡул ҡаушарып ултыра. Уларҙың күптәре вазифалар, фатирҙар, премиялар алған, шул арҡала власҡа шәхсән бурыслы, ул хупламайынса бер ни ҡыбырлата алмайҙар, үҙ аллы эшләү һәләттәре төбөнән серегән. Шуға ҡарамаҫтан, ҡартая барған был ҡурҡаҡтар, «аҡтан-аҡ, пактан-пак» булып ҡалып, башҡорт йәштәренә «йүнәлеш, кәңәштәр бирергә» тартынмай. Етәр был ҡурҡаҡлыҡтан ҡалтыранған тутыйғоштарҙы тыңларға. Артабан эште үҙебеҙ алып барасаҡбыҙ!

    Ойошмабыҙ башҡорттарҙы мәжбүр итеп тә, ирекле рәүештә лә ассимиляциялауға ҡаршы. Маргиналдар һәм икеләнеүслеләрҙең етешһеҙлектәренә һәр саҡ бармаҡ төртөп күрһәтәсәкбеҙ, уларҙан аныҡ ҡарарға килеүҙәрен талап итәсәкбеҙ: улар халыҡ менәнме, әллә түгелме. Ойошмабыҙҙа башҡа милләт вәкиле менән никахлашырға ҡарар иткән башҡорттарға урын юҡ. Башҡорт ҡыҙҙарын яратмаған, уларға өйләнмәгән егеттәр туған халҡын яратмай, ышанысҡа лайыҡ түгел.

    Ойошмабыҙ власть эйәләренең башҡорттарҙың өңөн тығырға, хоҡуҡтарыбыҙ тураһында һөйләтмәҫкә тырышыуҙарына ҡырҡа ҡаршы.
    Беҙ был позицияға ундай мөнәсәбәткә туранан-тура осрағандан һуң килдек. Ләкин өндәшмәй ҡалмаясаҡбыҙ, беҙҙең менән «уртаҡ тел табырға», «тынысландырырға», «инандырырға» тырышыусыларҙы асыҡлап, ундайҙарҙы барыһына билдәле бер урынға оҙата барасаҡбыҙ.
    Беҙҙең ойошма ҡалаларҙа көслө башҡорт диаспораларын туплау яҡлы. Унда башҡорттар йәшәгән биҫтәләр булырға, урамда ла, мәсеттә лә, мәктәптә лә, эштә һәм өйҙә лә башҡорт теле яңғырарға тейеш. Ә инде һәр бер бындай кварталдың абруйлы кешеләре урамдарҙа наркотик һәм спиртлы эсемлектәр күренмәүен ҡаты күҙәтеп барырлыҡ булһын. Бындай кешеләр (властың меҫкен ярандары түгел, ә ысын мәғәнәлә аҡһаҡалдар) ул биҫтәләрҙә саф башҡорт ғаиләләре генә төҙөлөүен, йолаларыбыҙ үтәлеүен һәм туған телебеҙ яңғырауын хәстәрләргә тейеш булыр.

    Ойошмабыҙ алкоголдең ауына эләккән башҡорттарға бик ҡаты ҡарашта. Башҡорт араҡы менән һыра кеүек зәхмәткә бәйле булмаҫҡа тейеш. Эскән килеш күҙебеҙгә салынған һәр бер башҡортто шул хаҡта иҫкәртәбеҙ.
    Беҙҙең ойошма башҡорттарҙың барлыҡ ҡоролтайҙары резолюцияларының үтәлешен талап итәсәк. Белеүебеҙсә, уларҙың пункттары тормошҡа ашырылмай ҡала, ә бит был эш халыҡ өсөн ғәйәт мөһим!
    Был резолюцияларҙың эшләмәүендә ғәйепле кешеләрҙе мотлаҡ яуапҡа тарттырыу ниәтендәбеҙ.
    Беҙ компромисһыҙ көрәш яҡлы. Башҡорттар көслө булырға тейеш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Башҡортостан Республикаһында башҡорттарҙы инде күптән һанға һуҡмайҙар. Бының сәбәбе – башҡорттарҙың, тәбиғи бер ҡатлылыҡтары арҡаһында, «Берәүгә лә теймәһәк, беҙҙе лә рәнйетмәҫтәр», тип уйлап йәшәүендә. Ләкин рәнйетәләр шул! Кемгәлер тейәләрме улар, юҡмы - көсһөҙҙө һәр саҡ рәнйетәләр. Туҡманылар, туҡмайҙар һәм, әгәр йыуашлыҡ күрһәтһәк, компромистарға барһаҡ, килешергә тырышһаҡ, туҡмаясаҡтар ҙа. Ләкин беҙ быға юл ҡуймаясаҡбыҙ. Әйҙә, үҙҙәре беҙгә килешергә, уртаҡ тел табырға килһен. Беҙ – үҙ еребеҙҙә, Көньяҡ Уралда нимә һәм нисек барыры өсөн яуаплылыҡ – беҙҙең иңдә.

    Тирә-яҡтағыларҙың барыһы ла һәр бер башҡортҡа тейешенсә ихтирам менән ҡарауын күҙәтеп барабыҙ. Әгәр ҡайҙалыр бер башҡортто рәнйетәләр, тигән мәғлүмәтте ишетһәк, мотлаҡ ҡыҫылабыҙ. Был принцип ҡоростай ныҡлы булырға тейеш.
    Оятҡа ҡалып, төрлө 450 йыллыҡтарҙы байрам итеү - әпкәләйлектең сиге ул. Маҡсатыбыҙ – бындай юбилейҙарҙы башҡаса һис билдәләтмәү. Башҡорт халҡының тарихы уның йәшерен идеологияһы булып тора ла инде. Нимә хаҡына көрәшергә? Ата-бабаларыбыҙ ынтылған ҡиммәттәр хаҡына. Азатлыҡ өсөн! Үҙ ерҙәребеҙ өсөн! Халыҡ өсөн! Динебеҙ өсөн! Ил өсөн! Беҙгә ҡушылығыҙ!
     Просм.: 4785 Дата : 21 августа 2009