Поиск
Популярные статьи
    Архив
    Ноябрь 2017 (1)
    Июль 2017 (4)
    Июнь 2017 (1)
    Май 2017 (4)
    Апрель 2017 (5)
    Март 2017 (4)
    Наши ссылки
    Панель управления
    логин :
    пароль :
  • Напомнить пароль?
     
    .

    Ҡунаҡтар. "Сәғит Исмәғилев" документаль повесынан өҙөк

    Просм.: 4801 Дата : 21 августа 2009
    Үҙеңдең туғандарыңа, ырыуыңа, халҡыңа изгелек теләһәң, уның етешһеҙлектәренән көл, тиҙәр. Көлөү генә түгел, тәнҡитләргә лә, кире сифаттарының сәбәптәрен дә асыҡларға була. Тик халыҡтың ыңғай яҡтарын күрмәй һәм шуны иҫәпкә алмай тороп, ҡоро тәнҡит кенә асыуҙан тыш бер нәмә лә тыуҙырмаясаҡ, файҙа килтермәйәсәк. Башҡортто белгән, күргән сит кешеләр быуат-быуаттар буйы уның батырлығын, тоғролоғон, ҡунаҡсыллығын, бер ҡатлылығын маҡтай. Ошо сифаттар уны милләт итеп ойоштороп, йөҙәрләгән һуғышта ла ҡырҙырып бөтөрмәй һаҡлап килтерәлер әле. Башҡорттоң һуғыштағы аяуһыҙлығын һәм тиңһеҙ батырлығын меңәр-меңәр миҫалдар һөйләй. Ҡайһы саҡта бер кешенең батырлығы мең кешене иҫән ҡалдыра бит. Шул арҡала ҡырылып түгелмәгән дә инде ул. Вәғәҙәһенә, биргән һүҙенә тоғролоҡ арҡаһында ул иң ышаныслы ғәскәр даны алған. Рәсәй эсенә ингәне бирле, батшаға йөкләмәһенә тоғро ҡалып, хатта шул уҡ батшаға ҡаршы алып барған эске һуғышты туҡтатып тороп, тышҡы дошманға ажарланып ташланған. Рәсәй ғәскәре эсендә шведтарға, поляктарға, төрөктәргә, япондарға, француздарға ҡаршы һуғыштарҙа ана шулай булған. Хатта әлеге көндә лә әрмегә егеттәр һайлағанда хеҙмәткә барыусының башҡорт икәнен белһәләр, бар төрлө ғәскәр сардары ла уны үҙенә алыр өсөн тас йәбешә.
    Һуғышсы таһыллығы йәһәтенән Ҡаф тауы илдәрендә йәшәүселәрҙең береһе лә, осетиндарҙан тыш, башҡортҡа тиңләшә алмай. Осетин шул уҡ башҡорт бит инде. Тик Уралдан бик борон киткән һәм христиан динен ҡабул иткән. Ни эшләпме? Сөнки башҡорттоң икенсе исеме "истәк" (ҡаҙаҡ уны шулай ти). Төрки булмаған, "ә" өнөн белмәгән телдәрҙә "истәк" — "остяк" — "осетин" булып яңғырай.
    Сәғиттең офисына биш-алты кеше инде. Йөҙҙәре, төҫө беҙҙең яҡ кешеләре түгел икәнлеген күрһәтеп тора.

    — Газилян,— тип таныштырҙы үҙен алдағыһы.
    — Бик яҡшы. Был кешеләр кем?
    — Улар минең менән.
    — Һеҙ бер үҙегеҙ киләм тип шылтыраттығыҙ, ә бында отделение эйәрткәнһегеҙ. Мин бит бер үҙем. Бүтән кеше саҡырмағанмын. Һеҙ ҡалығыҙ, бүтәндәр сыҡһын.
    — Юҡ. Улар беҙҙең һөйләшкәндә кәрәк.
    — Ярар. Ни йомош?
    — Беҙҙең бер кеше бик ауыр хәлдә. Шуны дауаларға аҡса кәрәк. Ярҙам итегеҙ. Унан һуң аҙлап ҡына ай һайын бер биреп барырһығыҙ, тип уйлайбыҙ.
    Сәғит быларҙың кем икәнлеген аңланы, — рекет. Улар менән тик үҙҙәренсә генә һөйләшергә кәрәк, бүтәнсәне төшөнмәйәсәктәр. Исмәғилен Газилянға өндәште:
    — Һин минән ҡурҡаһыңмы? Теге һикереп торҙо.
    — Мин — Газилян, ошо тирәнең уполномоченныйы, һинән ҡурҡаммы?
    — Ҡурҡмағас, быларҙы сығар. Тышта торһондар. Үҙең ҡал. һөйләшербеҙ.
    Газилян тегеләргә баш иҙәгәйне, теләр-теләмәҫ, әммә сығып киттеләр. Бүлмәлә икәү генә ҡалғас, Сәғит һораны:
    — Һин минең кем икәнде беләһеңме?
    — Беләм. Һин Исмәғилен, компание башлығы.
    — Дөрөҫ. Тик был ғына аҙ. Мин башҡорт һәм үҙ еремдә йәшәйем. Һин мине ҡурҡытырға, аҡса таларға килдеңме? Мә һиңә аҡса!— Сәғит тегенең яңаҡ аҫтына ҡундырҙы, Газилян осоп китте. Сәғиттең йоҙроғон күргән кеше уның дәүмәлен белә, шуға бокс буйынса еңеүсе булғанлығын да өҫтәһәң, Газиляндың яңағына ниндәй көс төшкәнен самалап була. Теге һынған тештәрен төкөрә-төкөрә тороп килә ине, Сәғит быға йәнә яманы. Газилян һуҙылды ла ятты. Әллә үлде инде тип хәүефләнгәйне Сәғит, юҡ икән, ҡыбырланы. Был уның елкәһенән эләктереп майҙансыҡҡа һөйрәп сығарҙы ла баҫҡыстан ырғытты, түбәнге ҡатҡа төшкәнсе тәгәрләне.
    — Ҡабаттан был йортҡа юлды онот!
    Бер аҙҙан имгәкләп тигәндәй ишектән сыҡты Газилян.
    Сәғит тәҙрәнән ҡарап торҙо. Ни эшләр бүтәндәре? Күмәкләп мине дөмбәҫләргә ташланырҙармы тип уйлағайны. Ҡайҙа ул? Газилянды ике яҡтан күтәреп алдылар ҙа, боролоп та ҡарамай, тайҙылар. Сәғит тирәһендә ҡабаттан күренмәне былар.
    Бер чечен менән дә шундайыраҡ хәл булды. Чечняла һуғыштың ҡыҙған сағы. Шул тиклем ҙур Рәсәй менән һуғышырға баҙнат иткән чечендар батыр ҡиәфәтендә саҡ. Уларға бөтәһе лә һоҡланып та, ҡурҡыбыраҡ та ҡараған мәл. Һаҡаллы кеше килде. Үҙен әллә кем итеп тотоп ишекте шар асып инде был, Сәғиткә ҡулын һондо:
    — Чечен Али.
    Хужа һонолған ҡулды алды:
    — Башҡорт Сәғит.
    — Мин һеҙгә тәҡдим менән килдем. Урыҫ һеҙҙең дә дошман, беҙҙең дә дошман. Әйҙә шуға ҡаршы берләшергә егеттәрҙе уҡытыу өсөн мәҙрәсә асйыҡ. Беҙ уҡытыусылар бирәбеҙ, кәрәкһә, Ғәрәбстандан килтерәбеҙ. Ә һеҙ егеттәр йыйаһығыҙ, мәҙрәсә тотаһығыҙ һәм уҡытыусыларға түләйһегеҙ.
    — Ваһаб әҙерләргәме? Икенсе төрлө әйткәндә һуғыш ҡорбаны. Шулаймы?
    — Ваһабтар ҡорбан түгел, исламдың таҙалығы өсөн һуғышыусылар.
    — Беҙҙең мәҙрәсәләребеҙ етерлек һәм унда беҙ хәнәфи мосолмандар әҙерләйбеҙ. Һуғыш түгел уларҙың юлы, ә Аллаһтың тәғлимәтен мөслимдәргә еткереү.
    Чечен һаман үҙенекен һөйләй. Быларҙың Татарстанда, Силәбе өлкәһендә һуғыш ҡорбандары әҙерләгәнен ишеткәне бар ине Сәғиттең. Әммә шул тәҡдим менән үҙенә килерҙәр тип һис уйламаны.
    — Юҡ,— тине Сәғит.
    Теге һаман үҙенекен тылҡый. Исламдың бөтөнлөгө, уның хаҡына мосолман халыҡтары берләшергә һәм кафырҙарға ҡаршы аяуһыҙ көрәш алып барырға тейешлекте һөйләп-һөйләй.
    — Али!— тип ҡысҡырҙы Сәғит. — Һин ҡунаҡмы?
    — Ҡунаҡ.
    — Һин ҡунаҡ икән, мин — хужа. Мин ни әйттем — шул була. Башҡортостанда ваһабтарға урын юҡ. Быны һиңә әлепте таяҡ тип белгән һәр бер башҡорт әйтер. Беҙ Батша Рәсәйенә ҡаршы ҡорал тотоп 350 йыл һуғыштыҡ. Хәҙер ҡорал алмайбыҙ. Хуш, ҡунаҡ. Бүтәнсә килеп йөрөмәһәң дә була.

    Ошо хәлдәрҙе бәйнә-бәйнә улы Уралға һөйләне Сәғит. Өндәшмәгән дә булыр ине, сәбәбе сыҡты.
    Бынан егермеләгән йыл элек бер әрмән яр араһында ултырған Өфө урамында өй һатып ала ла йәшәй башлай. Ҡайҙалыр уҡығандырмы — юҡмы, милицияға урынлаша. Яр урамында бушаған һәр өйҙө һатып ала, тыуған ырыуын килтерә был. Бер аҙҙан ҡәҙимге милиционер погонына йондоҙҙар таға, шул тирәлә участковыйлыҡҡа етә. Хәҙер тамырҙы нығыраҡ йәйһә лә була. Ҡала ситендә йорттар төҙөй, дөйөм туҡланыу предприятиелары аса былар. Бер кешенән башланған эш диаспора төҙөүгә барып етә. Инде былар үҙҙәрен көс итеп тоя башлай. Һан яғынан ғына түгел, берҙәмлек менән алдыра былар. Ҡытыршылыҡтар сыға ҡалһа, участковый власть менән эште һылап-һыйпап ебәрә. Ә майлай белә, матур һөйләп, ҡаҡ таҡтаға ултырта улар.

    Шул бәндәләрҙең бер төркөмө Сәғиттең улы Уралды, улар теле менән әйтһәң, стрелкаға саҡырған. Уларҙан бер нисә, быларҙан бер нисә кеше күрешәләр ҙә, һөйләшеү килешеү менән бөтмәһә, йә ҡул һуғышы була, йә атышалар.
    — Ни эшләйем икән, атай?— тине Урал.
    — Бар, улым, ҡурҡма бар. Улар үҙҙәре ҡурҡаҡ халыҡ. Һинең шөрләмәгәнеңде аңлаһалар, яҡын килмәйәсәктәр. Ҡурҡҡаныңды һиҙһәләр, көн күрһәтмәйәсәктәр. Шуға күрә стрелкаға сыҡ. Тик шарт ҡуй. Бергә бер, тиең. Тегенән берәү һәм һин бер үҙең. Ризалашалар икән, бар. һин еңәсәкһең.

    Урал әйткән тегеләргә шул турала. Күнгәндәр былар. Осрашыу урыны тип ҡаланың ситендәге бер аулаҡ ер һайланған.
    — Үҙең генә бар, ҡорал алма,— тип туҡыны Сәғит.
    Китте Урал. Ул барғансы теге килгәйне инде. Ағас күләгәһендә тора. Урал машина менән барып туҡтаны, тегенең алан-йолан ҡарауынан бер үҙе түгеллеген төшөндө, әммә һиҙҙермәне. Урал да яңғыҙ булманы. Тик быны ул үҙе лә белмәне. Атаһы уңайлы урын һайлап биноклдән быларҙы күҙәтә ине.
    Урал тегенең ҡаршыһына барып баҫты ла:
    — Тенте,— тип ике ҡулын күтәрҙе. Ҡарышһындағы бәндә бының кейемен ҡапшап сыҡты, бер ни ҙә тапманы. Урал:
    — Хәҙер һин ҡоралыңды ырғыт!— тине. Бойһондо был. Пистолет менән бысағын ситкә ташланы. — Һин минең кемлекте беләһеңме?— тип ҡаты һораны Урал. Теге өндәшмәне. — Мин башҡорт. Ошо ерҙең хужаһы. Теләһәм, мин һине баҫҡан ереңә күмеп китә алам. Шул кәрәкме һиңә?
    — Юҡ.— Ҡаршыһындағының күҙе аларып китте.
    — Юҡ икән, тай бынан. Ҡабаттан күҙемә күренәһе булма!

    Икеһе ике яҡҡа боролоп китте. Урал әйләнеп тә ҡарамай аҡрын ғына машинаһына ултырып ҡалаға йүнәлде. Уҙаҡсыһы һеңгәҙәп тигәндәй бер аҙ торғас, ырғытылған ҡоралын эйелеп алды. Шунда ғына шырлыҡтан өсәү сыҡты һәм машинаға инделәр.
    Бының барыһын да Сәғит үҙе күрҙе, ә ни һөйләшкәндәрен Урал әйтте.
    Башҡорт кешеләре менән ситтән килгән ҡунаҡтар тураһында һүҙ сыҡһа, Сәғит тағы ла, тағы ла бер нәмәне ҡабатлай: "Ҡурҡмағыҙ уларҙан, кәрәк икән ҡаршы сығығыҙ. Тик бергә бер баҫығыҙ. Күмәкләһәләр бер кешене һәр саҡ еңеп була. Үҙегеҙҙе ныҡ, еңеүсе итеп тотоғоҙ. Тегеләр һеҙҙе көс менән еңә алмаһа, власть органдарын һөскөртәсәк. Һәр ерҙә лә беҙҙең кешеләр бар, уларҙы уятығыҙ. Ялынып, аҡса биреп түгел, ә сәменә тейеп. Башҡортто Ҡаф тауынан килгән ҡунаҡ ҡыҫа, ә һин ҡарап тораһыңмы?— тип. Бирешмәгеҙ, ныҡ булығыҙ. Юҡҡа ғына йырланмай бит: ..."түккән ҡанын, һис бирмәгән башҡорт Уралын", тип.

    Мосолман булығыҙ. Әммә ваһаб түгел, хәнәфи йүнәлеш тотоғоҙ. Ислам рухты нығыта, кешенең рухын таҙарта, шул уҡ ваҡытта ил башлыҡтарын, аластағы кешеләрҙе хөрмәт итергә өйрәтә. Бер беребеҙгә хөрмәт менән ҡарайыҡ, күршеңдән дә, бүтәндән дә дошман эҙләмә, уны яманлап һөйләмә...
    — Туҡта, Сәғит, нәсихәт уҡый башланың түгелме һуң? Әллә олоғайып бараһыңмы? Өгөт-нәсихәт биреү ололар сифаты бит.— Ошо рәүешле туҡтатты Сәғит үҙен. Шунан уйлап ҡуйҙы. Бәй, сәс кенә түгел, һаҡал-мыйыҡ салланып килә, һаман үҙеңде йәш кеше һанап йөрөргә ярамайҙыр. Сама белеү кәрәк. Йәшлек һәйбәт дәүер, әммә олоғайыу ҙа насар түгел. Һәр осорҙоң үҙ матурлығы, үҙ ғорурлығы бар. Беҙҙең йәшлек балаларҙа сағыла.

    Ҡатыны ла йөпләп тора ирен ошо фекерҙә. Ул Сәғит ойошторған компанияла юридик хеҙмәтте етәкләй. Оло ҡыҙҙары Наилә атаһының урынбаҫары булып эшләй. Хоҡуҡ институтын тамалап, юрист дипломы алды. Улдары Урал да юрист. Хәҙер тәфтиш идаралығында тәфтишсе. Таңсулпан мәктәптә уҡый, быйыл унынсы синыфта. Кем булыр киләсәктә, уныһын хоҙай белә. Инглиз, немец телдәрендә һин дә мин һөйләшә, ҡытайса әҙерәк һупалай. Әсәһе менән бергә ғәрәп телен өйрәнәләр. Шул уҡ ваҡытта математика, физикаға шәп. "Минең ҡан бит",— тип ғорурланып ҡуя Сәғит, әммә быны тыштан һиҙҙермәй. Йә күҙ тейеп ҡуйыр.
    Кешенең холҡо, фиғеле күп йәһәттән тәрбиә емеше түгел, ә ҡандан бирелгән, быуындан быуынға күсә барған сифаттар. Әммә минең атай-әсәйем күренекле нәҫелдән, тимәк миңә лә улар кеүек ҙур булыу яҙған тип, ҡул ҡаушырып ултырһаң, йә шайтан ҡотҡоһона бирелеп, яҙыҡ юлға баҫһаң, ҡан йоғонтоһо ғына оло юлға сығара алмаҫ. Нәҫел — башланғыс, башҡаһы кешенең үҙ тырышлығы һәм тәрбиәнән тора. Аллаһ тәғәлә берәүгә лә ҙур кеше булыуҙы тыймай, тик ошоға үҙең илтифат ит, ти.

    Был һүҙҙәрҙе Сәғит балаларына ла, туғандарына ла, яҡын ҡәрҙәш булмаған кешегә лә әйтә. Ошо хәҡиҡәт һәр кешенең күңеленә һеңһен өсөн уларҙы дингә ылыҡтырырға тырыша ул. Ислам ғына ҡотҡара аласаҡ боҙолорға өлгөргән беҙҙең халҡыбыҙҙы, тип һанай ул. Һәр кем ислам юлын тотһа, хәл ҡәҙәренсә уны бүтәндәргә һеңдерергә тырышһа, илебеҙҙе көрсөктән алып сығасаҡбыҙ.
    Сәғиттең бүтәндәрҙе дингә әйҙәүе ҡайһы бер махсус хеҙмәттәрҙе һағайтты. Йәнәһе, Чечня һәм уның тирәһендә ҡуйырған ҡанлы ваҡиғаларҙа ислам эҙе ярылып ята. Шуға күрә Башҡортостанда кешеләрҙе исламға өндәү яҡшымы икән? Сәғит уларға һәр саҡ бер нәмәне хәтерләтә: "Һеҙ Чечнялағы ваһаб мосолмандар менән хәнәфи исламсыларҙы бутамағыҙ. Икеһе ике төрлө маҡсат, икеһе ике төрлө юл тота. Тыштан ғына бер һымаҡ улар. Бисмиллаһ тип эште башлау, Аллаһ әкбәр тип бөтөрөү бер үк. Әммә башҡарғандың йөкмәткеһе бүтән". Төшөнәме — юҡмылыр ислам тураһында яҙа-йоҙа ғына ишеткән бәндәләр, әммә уның менән артабан һүҙ ҡуйыртмайҙар.

    Автор: Ғәлим Хисамов