Поиск
Популярные статьи
    Архив
    Ноябрь 2017 (1)
    Июль 2017 (4)
    Июнь 2017 (1)
    Май 2017 (4)
    Апрель 2017 (5)
    Март 2017 (4)
    Наши ссылки
    Панель управления
    логин :
    пароль :
  • Напомнить пароль?
     
    .

    Акция памяти в п. Зирган Республики Башкортостан 7 октября 2007 года

    Просм.: 4406 Дата : 18 октября 2007

    7 октябрҙә «Күк бүре» башҡорт милли ойошмаһы ағзалары Башҡортостандың Рәсәй составына инеүенең 450 йыллығы айҡанлы «Хәтер» акцияһын ойошторҙо.
    Үҙ азатлығы өсөн көрәшкән башҡорт халҡының ҡанлы-яулы тарихи биттәренең береһе 1735 йылдың ҡайнар йәйендә яҙылған. Ошо даулы йылдың 1 июлендә Ырымбур экспедицияһына ҡаршы булған өс меңлек Килмәк Нурышев етәкселегендәге отряд Ергән тауы эргәһендә Вологод полкы менән алыша. Яу алтынсы июлгә тиклем бара, регуляр полкка ҙур зыян килтерелә...
    Батша ғәскәрҙәре менән алышҡа сыҡҡан башҡорт яугирҙарының батырлығы һаман да халыҡ хәтерендә : ҡаһармандар хаҡында риүәйәттәр, легендалар, йырҙар быуындан-быуынға тапшырыла килә, батырҙарҙың яҡты образы күңелдәрҙә һүнмәй-һүрелмәй һаҡлана. Мәләүез районының Ергән ауылы янында Башҡорт йәштәре иттифағы тарафынан ҡуйылған һәйкәл дә ошо хаҡта һөйләй. Өс тиҫтәнән ашыу башҡорт егеттәре һәм ҡыҙҙары 'Хәтер' акцияһы сиктәрендә ошо һәйкәлгә сәскәләр һалып, бер минутлыҡ тынлыҡ менән яугирҙарҙы иҫкә алды. Барыһы ла Ғ.Әлмөхәмәтов исемендәге гимназияның тарих уҡытыусыһы, «Күк бүре» ойошмаһының әүҙем ағзаһы Наил Фәхретдиновтың 1735-1740 йылдарҙағы ваҡиғалар тураһындағы телмәрен иғтибар менән тыңланы:
    - Быуаттан ашыу башҡорттар үҙ һаҡлап, империяға ҡаршы һуғышҡан. Башҡорт халҡының хоҡуҡ тарын яҡлап, баштарын һалған Аҡай Күсемов, Килмәк Нурышев, Солтан Морат, Бәпәнәй Торопбирҙин кеүек батырҙарыбыҙҙың исемен оноторға хаҡыбыҙ бармы беҙҙең? Әлбиттә, юҡ! Ихтилалдар мәлендә меңәрләгән кешенең ғүмере ҡыйылып, еребеҙ тотошлай күҙ йәше, ҡан менән һуғарылған. Үҙегеҙ уйлап ҡар ағыҙ: 1736 йылдың март-май айҙарында ғына 3042 башҡорт һәләк була, 503 ауыл яндырыла; 1740 йылдың июнь-сентябрендә 725 ауыл тотошлай ер мәҙенән юҡ ителә. Был һандар үҙен башҡорт тип иҫәпләгән бер кемде лә битараф ҡалдырырға тейеш түгел.
    - Быуындар бәйләнешен өҙмәй дауам итеү, йәйләрҙә тарихыбыҙға ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында ойошторҙоҡ беҙ был акцияны, - тине сараны ойоштороуҙың инициаторы Тимур Мохтаров, иптәшенең фекерен дауам итеп. - Тарихты белмәй тороп, ныҡлы, ышаныслы киләсәкте төҙөп булмай, Ә рухлы булмаһаң, үҙ халҡың өсөн янып йәшәмәһәң, тереклек итеүеңдән, ғөмүмән, ни фәтүә?!
    Әйткәндәй, сарала ҡатнашыусыларҙың барыһы ла Ергәндән рухланып ҡайтты, Күңелдәрҙә халҡыбыҙ өҫөн ғорурлыҡ осҡондары ҡабынып-янып киткәндән тойолдо. Тимәк, акцияны ойоштороусылар үҙ маҡсатына иреште тиергә мөмкин.

    Кук буре предупреждает всех, что за комментарии, содержащие экстремизм, оскорбления отдельных личностей и социальных групп администрация сайта ответственности не несёт, а написавшие их люди, скорее всего, будут привлечены к ответственности, предусмотренной российским законодательством.
    ПОМНИТЕ! Вы несете ответственность за оставленные отзывы! При добавлении отзыва будет сохранен ip Вашего компьютера. Если хотите оставить отрицательный отзыв, всегда можно подобрать корректные слова.
    Добавить в закладки - | Напечатать | 18 октября 2007 Новости
    Другие новости по теме:

    Комментарии

    Информация
    Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.